Википедия:Тауыш биреүҙәр/Хаким һәм бей статустары тураһындағы ҡағиҙәне яңыртыу/Башлыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Инеш һүҙ

Иғтибар: Был текст кирил әлифбаһына транслитератор ярҙамында күсерелгән, хаталарҙы төҙәтергә рәхим итегеҙ.

Йәмәғәт, беҙҙең Википедияла ғәмәлдә булған хакимдар һәм бейҙәр тураһындағы ҡағиҙә һуңғы тапҡыр бер нисә йыл элек (2011 йылда) ошо тауыш биреү һөҙөмтәһендә ғәмәлгә индерелгәйне. Ошо ваҡыттан һуң беҙҙең проектҡа күп яңы ҡатнашыусы килгәнен, хаким статусы тураһында ниндәй булһа ла ҡағиҙә бығаса булмағанын һәм МетаВикиҙа ҡабул ителгән күп ваҡыт буйы әүҙем булмаған хакимдар һәм бейҙәрҙе автоматик рәүештә вазифанан бушатыу сәйәсәтен иҫәпкә алып, хаким һәм бей статустарын биреү һәм ул вазифаларҙан бушатыу шарттары тураһында тауыш биреү ойошторорға булдым. --Comp1089 (әңгәмә) 12:10, 20 апрель 2017 (UTC)[яуап бирергә]

Ҡағиҙәләр

  • Тауыш биреү UTC сәғәте менән 23.04.2017 көнөнән алып (сәғәт 00:00 тулғас) 30 (утыҙ) көн буйы бара.
  • Мәҡәлә һәм Ҡалып исемдәр арауыҡтарында йәмғеһе егерменән ашыу (20+) төҙәтмә булған, тауыш биргән көнгә тиклем 1 ай эсендә шул уҡ арауыҡтарҙағы биттәргә кәмендә 1 (бер) төҙәтеү индергән ҡатнашыусылар тауыш бирә ала.
  • Тауыш бирер өсөн, һеҙ һайлаған вариант аҫтында яңы юлдан # --~~~~ кодын өҫтәү етә. Зинһар, тауыш биргәндә ҡалыптар менән ҡулланмағыҙ.
  • Тәҡдим ителгән варианттарҙың береһе өсөн генә тауыш биреүегеҙҙе һорайбыҙ. Фекерегеҙ үҙгәргән хәлдә, элекке тауышығыҙҙы <s>...</s> билдәләре ярҙамында элекке тауышығыҙҙы һыҙғас ҡына яңынан тауыш бирегеҙ.
  • Теркәлмәгән һәм раҫланмаған (теркәлеү ваҡытынан 4 көн үтмәгән) ҡатнашыусылар был тауыш биреүҙә һәм уға бәйле фекерләшеүҙә ҡатнаша алмай.
  • Тауыш биреүҙең һөҙөмтәләре хаким һәм бей статусына яңы ғаризаларға ғына ҡағыла. Проектта бығаса эшләгән хаким һәм бейҙәр үҙ статусын юғалтмай.
  • Был тауыш биреү тамамланғансы, хаким һәм бей статусына яңы ғаризалар ҡаралмай.
  • ЮШ вәкәләттәре тураһындағы ҡағиҙәләр уның яңы һайланыр (5-се) һәм унан һуңғы саҡырылыштарына ғына ҡағыла.

Альтернатив тәҡдимдәр

  • Альтернатив (тауыш биреү битендә булмаған) варианттарҙы фекерләшеү битендә тәҡдим итә алаһығыҙ.
  • Әгәр ҙә теге йәки был һорауға ҡағылышлы альтернатив вариантты (йә өҫтәлмәне) был тауыш биреү барышында тәҡдим итер булһағыҙ, уның өсөн өҫтәмә тауыш биреү фекерләшеү битендә ойошторола.

Тауыш биреү һөҙөмтәләре

  • Иң күп тауышты алған вариант ҡағиҙә булараҡ ҡабул ителә. Риза/Ҡаршы варианттары булған хәлдә, риза тауыштарҙың һаны ҡаршы килгәндәрҙән күберәк булһа, тәҡдим ҡабул ителә.
  • Әгәр бер нисә вариант өсөн тауыштар һаны (Риза/Ҡаршы тип тауыш бирелгән хәлдә — Риза һәм Ҡаршы тауыштарҙың һаны) тауыш биреү бөткән ваҡытта бер тигеҙ булһа, ул варианттарҙың береһе өҫтәмә тауыш биреүҙә һайланырға тейеш.

Өҫтәмә тауыш биреү ҡағиҙәләре

Өҫтәмә тауыш биреү үткәрелгән осраҡта, ул ошо ҡағиҙәләргә ярашлы үтә:

  • Төп тауыш биреүҙә ҡатнаша алғандар өҫтәмә тауыш биреүҙә лә ҡатнаша ала.
  • Тауыш бирелер альтернатив вариант (йәки өҫтәлмә) төп тауыш биреү бөткәнсе тәҡдим ителергә тейеш.
  • Өҫтәмә тауыш биреү 10 көн буйы бара.
Тауыш биреү тамамланған
Башланыу ваҡыты: 23 апрель 2017 00:00:00 Тамамланыу ваҡыты: 23 май 2017 00:00:00