Википедия:Тауыш биреүҙәр/Ҡалып исемдәре һәм параметрҙары
Иғтибар! Во избежание неправильного отображения данных в статьях, прошу воздержаться от любых значительных изменений в перенесённых из русской Википедии шаблонах (кроме случаев очевидно необходимого переименования и т.п.) до окончания обсуждения и голосования. Оставляю за собой возможность вынесения официальных предупреждений в случае невыполнения этой рекомендации. И.м., тауыш биреү ойоштороусыһы (Comp1089) |
- До оставления за собой возможность вынесения официальных предупреждений можно сначала просто указать на ошибку или самому же сделать откат.--Haqmar (әңгәмә) 20:33, 30 декабрь 2012 (UTC)
Haqmar, это не относилось к вашим изменениям в шаблоне Писатель/Яҙыусы, но до окончания голосования лучше всё же не надо так массово и значительно править упомянутые шаблоны. --Вячеславшулай уҡ Comp1089 aralaşayıq! 06:00, 31 декабрь 2012 (UTC)
Преамбула
[сығанаҡты үҙгәртеү]Байтаҡтан бирле Башҡортса Википедияла урыҫ бүлеге өлгөһөндәге ҡалыптар ҡулланылып килә. Хатта урыҫ Википедияһында булмаған осраҡта ла башҡортсаһында "урыҫ өлгөлө" ҡалыптар донъя күрә тора (мәҫ. {{Infobox}} урынына{{Карточка}}Был ҡалыптарҙы параметрҙар менән тултырыу шулай уҡ урыҫсаға ярашлы бара, шул арҡала бөтөнләй кәрәкмәген урыҫ телле категориялар килеп сыға, һөҙөмтәлә проектта категориялаштырыу ҡыйынлыҡҡа осрай. Былай дауам итеүе мөмкин түгел. Башҡорт теле бик бай тел, маңҡорттар кеүек эшләмәйек, фекеремсә.
Тауыш биреү ике аҙна барасаҡ: бер аҙна эсендә тәҡдимдәрҙе генә өҫтәйек, артабан улар өсөн тауыш бирәйек.
Һорау
[сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалыптар менән хәлде беҙ нисек итеп үҙгәртергә тейешбеҙ?
Тәҡдимдәр
[сығанаҡты үҙгәртеү]Фекерләшеү тамамланған | |
Башланыу ваҡыты: 26 декабрь 2012 14:51:14 | Тамамланыу ваҡыты: 2 ғинуар 2013 14:51:14 |
Comp1089 тәҡдимдәре
[сығанаҡты үҙгәртеү]Бына минең тәҡдимдәрем:
- Бар ҡалыптар исемдәрен башҡортса яҙырға, урыҫ атамаларына йүнәлтмә ҡуйырға
- Ҡалыптарҙың бар параметрҙарын башҡортса яҙырға, урыҫ телле alias-тарҙы (йәғни төп варианты менән бер рәттән ҡулланыла алған варианттарҙы) ҡуйырға.
- Категориялаштырыу проекты эсендә урыҫ телендә яҙылған категория исемдәрен башҡортса яҙырға.
Тәҡдимдәрҙең ыңғай яҡтары:
- Иҫкесә эшләү яҡлыларҙың төп дәлиле - ру.вики менән таныш булғандар өсөн уның уңайлылығы - әһәмиәтен юғалтасаҡ.
- Категориялар системаһы юлға һалынасаҡ
- Ру.викиның ҡалып системаһынан алынған ҡалыптар башҡорт телендә булмаған осраҡта килеп сыҡҡан ҡытыршылыҡтарҙан арынасаҡбыҙ
Ҡалып:ИҫкәрмәҺүҙ ҡалып урыҫ телендәге бүлектән алынғанлығы күренеп торған осраҡтарға ғына ҡағыла.))
Башҡа тәҡдимдәрегеҙ булһа, уларҙы түбәндә өҫтәй алаһығыҙ. --Вячеславшулай уҡ Comp1089 aralaşayıq! 14:51, 26 декабрь 2012 (UTC)
Саган тәҡдимдәре
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡалыптарҙы ҡалдырырға! Кемгә оҡшамай, улар өсөн, руссанан башҡортсаға йәки башкортсанан руссаға йүнәтеү эшләргә була, берәү ҙә ҡамасауламай, тауыш биреп тороуҙың кәрәге юҡ. Берҙә бындай алым оҡшамаһы, улар өсөн, паралель тик башҡортса төҙөлгән ҡалып эшләргә була. Әгәр ҡалып русса категория өҫтәй икән, уны ҡалыптың эсенә кереп төҙәтеп була.
- Мин үҙем күсерелгән ҡалыптар менән эшләйәсәкмен. Башҡорт теленең мөмкинлеген киңәйтәм тип, кемдең химик элемент, йәки планета ҡалыбын башҡортса тултырып ултырырға теләге бар? бының өсөн беҙҙең артыҡ кешеләребеҙҙә, ваҡытыбыҙҙа юҡ. Был хәл бер нисә ай эшләмәй тороп, килеп емерә башлауға ҡарағанда яҡшыраҡ!
- Рус телендәге категорияларҙы ҡалыптар өҫтәмәне, улар ҡулдан күсереп ҡуйылды. Үҫемлектәр тураһында мәҡәләләр яҙғанда бер уҡ һүҙҙе ҡабат-ҡабат тәржемә итеп тормаҫ өсөн русса мәҡәләнән күсереп ҡуйҙыҡ (мәҫәлән, Категория:Флора Евразии). Һуңынан бот менән үҙгәрттек, VagoBot ярҙам итте. Бер нисә тержемәһеҙ категория ҡалғандыр, төҙәтеп ҡуйырға кәрәк. --Саган (әңгәмә) 17:27, 26 декабрь 2012 (UTC)
Яҡшы булыр ине
[сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт теленең мөмкинлектәрен киңәйтеү - һәйбәт эш тип уйлайым. Алдағы эштәрҙә шулай эшләйек, Слава, булдыра алғанса төҙәтеп бар. Беҙҙең иғтибарҙан төшөп ҡала барғандарын. Рәхмәт минең туған телем өсөн хәстәрлегеңә. Әммә тауыш бирә алмайым. --Кинйә (әңгәмә) 15:22, 26 декабрь 2012 (UTC)-
Haqmar тәҡдимдәре
[сығанаҡты үҙгәртеү]Һәйбәт тәҡдим. Тик улай тора килеп ҡапыл бөгөү ҙә ярамай, кире ҡағыу ҙа. Мәҡәлә яҙыусылар бик әҙ, яҙғанда рувикинан ҡалып күсерә алыусылар унан да әҙ, ә ҡалыпты башҡортсалаштыра алғандар инде — 3-4 кеше. Шуға ла үрҙә әйтелеп киткән мәсьәләләрҙе хәл итер өсөн һәм бик яй булһа ла барған хәрәкәтте туҡтатмаҫ өсөн рувикинан ҡалып күсереү ҡағиҙәләрен билдәләр кәрәк.
Минең фекерҙәр:
- Башҡортса исемле ҡалып яһап уны урыҫсаһына йүнәлткәнсе, урыҫса исемле ҡалыптың исемен йүнәлтеү ҡуйып башҡортсаға үҙгәртеү кәрәк. Һөҙөмтәлә башҡортса исемле ҡалып яһала, уға урыҫ исемлеһенән йүнәлтеү буласаҡ (урыҫ ҡалыбын ҡулланған мәҡәләләр боҙолмаясаҡ). Киләсәктә урыҫса исемле ҡалыпҡа һылтанмалар алыштырылып бөтһә - ул ҡалыпты юйып буласаҡ. Миҫал: {{Дәүләт}} һәм {{Государство}} ҡалыптары.
- Ҡалыпта булған урыҫса параметр исемдәре юйылмаясаҡ. Юйылһа берәү ҙә, мәҫәлән, {{НП}} параметрҙарын ҡулланған карточканы {{ТП}}-ға алыштырып ултырмаясаҡ — бик оҙаҡ (уларҙы кәрәк булған ваҡытта ҡалып параметрҙарын башҡортсаға әйләндереп, Карточка/Infobox-тағыларҙы бот менән алыштырып була). Ә башҡортса һәм урыҫса параметрҙарҙы ҡулланған ҡалып эшләп булыусы килеп сыға икән — бик мәслихәт (мәҫәлән, карточкала |майҙан = тип күрһәтһәң дә, |площадь = тиһәң дә айырма булмаһа).
- Урыҫ телендә категория күренеүҙең ике сәбәбе һәм хәл ителеше бар:
- Рувикинан мәҡәлә күсереп тәржемә иткәндән һуң, биттең аҫҡы өлөшөндәге категория исемдәре тәржемә ителмәй ҡала — мәҡәләләрҙәге категорияларҙы мотлаҡ рәүештә тәржемә итергә кәрәк.
- Рувикинан күсерелгән ҡалыпта автоматик яһаласаҡ категория исемдәре башҡортсаға үҙгәртелмәй — ҡалыптағы автоматик яһаласаҡ категория исемен мотлаҡ рәүештә башҡортсаға үҙгәртергә.
Һығымта һәм тәҡдимдәр:
- Иҫкесә эшләп торған нәмәне боҙорҙан алда яңыса ысулдың эшкә ярағанлығын һәм яҡшыраҡ булыуын күрһәтер кәрәк - унан һуң инде ҡатнашыусылар "яңыса"ға үҙҙәре күсәсәк.
- Рувикинан ҡалып күсерелгәс ҡалыптың исемен йүнәлтеү ҡуйып башҡортсаға үҙгәртеү кәрәк
- Ҡалыпта булған урыҫса параметр исемдәре юйылмаясаҡ (өҫтәй алыусы булһа башҡортса параметр исемдәре өҫтәлһен)
- Ҡалып документацияһы башҡорт телендә эшләнергә тейеш (карточка параметрҙары ғына урыҫса буласаҡ).
- 3.1 - 3.2 күрһәтелгәненсә эшләргә: категориялар тәртипкә киләсәк (кәрәкһә ҡалыптарҙағы автоматик яһаласаҡ һәм ҡулланылмаясаҡ категорияларҙы юйырға була).
- мәҡәләләрҙәге категорияларҙы мотлаҡ рәүештә тәржемә итергә кәрәк
- ҡалыптағы автоматик яһаласаҡ категория исемен мотлаҡ рәүештә башҡортсаға үҙгәртергә
- Башвикила баштан алып ҡалып эшләй белгән кеше юҡ. Шунлыҡтан, Ру.викиның ҡалып системаһынан алынған ҡалыптар башҡорт телендә булмаған осраҡта - ул ҡалыпты һораған параметр юйыла йәки яңы кәрәкле ҡалып рувикинан алына.
- Белдерелгән хаталарҙы эшләгән кешегә, күңелен ҡырмай әйтергә һәм өйрәтергә.
Һорау
[сығанаҡты үҙгәртеү]Йә иһә ҡалыптың төп исеме башҡортса (мәҫ. {{Дәүләт}}), ә техник ҡалып булһа башҡортса йә инглизсә булырға тейешме? Улайһа, мин Риза. --Вячеславшулай уҡ Comp1089 aralaşayıq! 02:22, 28 декабрь 2012 (UTC)
- Ҡалып исемдәре башҡортса ла, урыҫса ла, инглизсә лә булырға мөмкин. Тик был темала башҡортсалаштырыу тәҡдим ителгәс — ҡалыптарҙың исемен йүнәлтеү ҡалдырып башҡортсаға тәржемә итергә тинек.--Haqmar (әңгәмә) 08:17, 30 декабрь 2012 (UTC)
Тауыш биреү
[сығанаҡты үҙгәртеү]Тауыш биреү тамамланған | |
Башланыу ваҡыты: 4 ғинуар 2013 08:14:11 | Тамамланыу ваҡыты: 11 ғинуар 2013 08:14:11 |
- Тауыш биреүселәр өсөн киҫәтеү: Берәй вариант менән риза булһағыҙ, унда, {{Риза}} ҡалыбын ҡуймайынса, тик
# ~~~~
тип ҡуйығыҙ.
Ҡалыптар исемдәре
[сығанаҡты үҙгәртеү]Урыҫ Википедияһынан күсерелгән ҡалыптарҙың исемдәрен башҡортсалашып үҙгәртергә кәрәкме?
Эйе, урыҫ исеменән йүнәлтеү ҡуймайынса үҙгәртергә кәрәк
[сығанаҡты үҙгәртеү]Эйе, урыҫ исеменән йүнәлтеү ҡуйып үҙгәртергә кәрәк
[сығанаҡты үҙгәртеү]- --Вячеславшулай уҡ Comp1089 aralaşayıq! 08:23, 4 ғинуар 2013 (UTC)
- --Sebranik (әңгәмә) 08:29, 4 ғинуар 2013 (UTC)
- Haqmar (әңгәмә) 12:44, 4 ғинуар 2013 (UTC)
Юҡ, үҙгәртергә кәрәкмәй
[сығанаҡты үҙгәртеү]Параметрҙар
[сығанаҡты үҙгәртеү]Урыҫ Википедияһынан күсерелгән ҡалыптарҙағы параметрҙарҙы башҡортсалашып үҙгәртергә кәрәкме?
Эйе, урыҫ телендә параметрҙарҙы юйып башҡортсалашырға кәрәк
[сығанаҡты үҙгәртеү]Эйе, урыҫ телендә параметрҙарҙы юймайынса башҡортсалашырға кәрәк
[сығанаҡты үҙгәртеү]- --Вячеславшулай уҡ Comp1089 aralaşayıq! 08:23, 4 ғинуар 2013 (UTC)
- --Sebranik (әңгәмә) 08:29, 4 ғинуар 2013 (UTC)
- --Haqmar (әңгәмә) 12:51, 4 ғинуар 2013 (UTC) (тик был шарт яңы ҡалыптарҙың параметрҙарын урыҫса эшләүгә кәртә булырға тейеш түгел; мөмкин булһа {{Туҡлыҡлыҡ составы}} ҡалыбы кеүек эшләр кәрәк: инглизсә һәм урыҫса параметр исемдәрен ҡулланырға була; мөмкин булмаһа урыҫса параметрҙарҙы, элек әйткәнемсә, юйыуға ҡаршымын)
- Әлбиттә, ундай мөмкинселек һәр ваҡыт бар. --Вячеславшулай уҡ Comp1089 aralaşayıq! 15:23, 4 ғинуар 2013 (UTC)
Юҡ, параметрҙарҙы үҙгәртергә кәрәкмәй
[сығанаҡты үҙгәртеү]Категориялар
[сығанаҡты үҙгәртеү]Урыҫ Википедияһынан күсерелгән ҡалыптарҙағы категорияларҙың исемдәрен башҡортсалашып үҙгәртергә кәрәкме?
Эйе, ҡалыптарҙағы категориялар тик башҡортса булырға тейеш
[сығанаҡты үҙгәртеү]- --Вячеславшулай уҡ Comp1089 aralaşayıq! 08:24, 4 ғинуар 2013 (UTC)
- --Sebranik (әңгәмә) 08:29, 4 ғинуар 2013 (UTC)
Юҡ, категориялар исемдәрен үҙгәртергә кәрәкмәй
[сығанаҡты үҙгәртеү]Айырым фекер
[сығанаҡты үҙгәртеү]Тауыш биреү, ҡағиҙә яҙыу менән бик мауыҡмаң әле. Булғанын яҡшылаң. Ҡабул иткән ҡағиҙәне кем уҡыр икән? Зачем придумывать преграду, чтобы потом ее героически преодолевать?! Булғанын төҙәтеп бирең әле, зинһар. Мин ҡалыптар буйынса бик белмәйем. Архангел, Асҡын, Ҡариҙел, Мәсетле, Тәтешле, Әбйәлил райондарында ҡуйылған ҡалып урыҫса {{Административная единица - күренә. Ҡалған 48 районда башҡортса {{Infobox Административ берәмек ... – күренмәй. Ҡалаларҙа ҡалыптар ике телдә, әммә икеһе лә яҡшы күренә. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 15:59, 4 ғинуар 2013 (UTC)