Эстәлеккә күсергә

Википедия:Ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Файҙаланыусының Википедия функцияларын ҡулланыу мөмкинлеге уның аккаунтындағы флагтар йыйылмаһы менән билдәләнә. Уларҙың ҡайһылары - автоматик рәүештә, ҡайһылар ҡулдан бирелә. Флаг эйәһе ниндәй ҙә булһа төркөм ағзаһы булып тора, был уға MediaWiki программа тәьминәтенең айырым функцияларын ҡулланыу мөмкинлеген бирә.

Файҙаланыусыға үҙе ағзаһы булған төркөмдәрҙән иң ҙур мөмкинлектәр бирелә. Мәҫәлән, хаким, бей йә кире алыусы булған ҡатнашыусы UnwatchedPages ярҙамсы битен (уға хоҡуҡ хаким флагы менән бирелә), RenameUser ярҙамсы битен (бей флагы менән бирелә), тиҙ кире алыу хоҡуғын («хакимдар» һәм «кире алыусылар» төркөмдәре ағзаларына бирелә) файҙалана. Әгәр файҙаланыусы хакимдар төркөмөнән сығарылһа, ул, әүәлгесә, кире алыуҙы ҡуллана ала, сөнки кире алыусылар төркөмө ағзаһы булып тора.

Һәр ҡатнашыусы үҙенең профилендә «Көйләүҙәр» бүлегенең «Шәхси бирелмәләр» бүлегендә үҙе ингән төркөмдәр исемлеген ҡарай ала, ә был төркөмдәрҙең хоҡуҡтарын Ҡатнашыусылар төркөмө хоҡуҡтарында яҙылған.

Сайтҡа ингән бөтә кеше, шул иҫәптән теркәлмәгәндәр ҙә, «бөтәһе» төркөмөнә, ә теркәлгән файҙаланыусылар шулай уҡ «Ҡатнашыусылар» төркөмөнә лә инә. Теркәү үткәндән һуң 4 көндән һәм 15 төҙәтеү эшләгәндән һуң ҡатнашыусы автоматик рәүештә «Автоматик раҫланғандар» төркөмөнә күсә. Теркәү үткәндән һуң 14 көндән һәм 20 төҙәтеү эшләгәндән һуң ҡатнашыусы «Йөкләүселәр» төркөмөнә күсә. Бөтә башҡа флагтар үтенес буйынса ғына бирелә. Ҡайһы берҙәре, мәҫәлән, «Кире алыусы» йәки «Бот», файҙаланыусы уның кәрәк булыуын күрһәтһә генә бирелә (мәҫәлән, Википедия:Бот статусына ғаризалар). Икенселәре — «Хаким» һәм «бей» — фекер алышыуҙан һәм һайлауҙа юғары һөҙөмтәгә өлгәшкәс кенә бирелә. «Ревизор» һәм «Ҡатнашыусыларҙы тикшереүсе» флагтары Юғары шура һәм шәхсән Викимедиа Фонды тарафынан раҫланғас ҡына бирелә.

Ябай файҙаланыусының төркөмдәре

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлегә аккаунт булдырмаған йә системала теркәлмәгән файҙаланыусылар Википедияның бөтә биттәрен (сикләнгән рөхсәтле ярҙамсы биттәрҙән башҡаларын) уҡый һәм төҙәтеүҙәрҙән һаҡланмаған бөтә биттәрен мөхәррирләй ала. Улар файлдар йә һүрәттәр тейәй алмай. Әгәр төҙәтеүҙәрендә тышҡы һылтанмалар булһа, улар CAPTCHA раҫларға тейеш. Ҡулланыусылар 500-гә тиклем яҙмалы API-үтенестәрҙе башҡара ала.

Ҡатнашыусылар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҙенең теркәлгән аккаунтынан мөхәррирләгән файҙаланыусы теләһә ниндәй исемдәр мөхитендә биттәр булдыра ала (MediaWiki мөхитенән башҡа), шулай уҡ башҡа файҙаланыусыларға, әгәр улар үҙ профилендәге көйләүҙәрҙә был опцияны тоҡандырған булһа, электрон почтаһын ебәрә ала. Ул үҙенең төҙәтеүҙәрен ваҡ тип теркәй ала. Файҙаланыусы биттең кэшын раҫлауһыҙ таҙарта ала, әммә һаман тышҡы һылтанмалар өҫтәүгәндә CAPTCHA раҫлай. Ул шулай уҡ теләгән интерфейсты һәм көйләүҙәрҙе Special:Preferences аша йәки шәхси CSS йә JavaScript-ды monobook.css йә monobook.js файлдарына өҫтәү юлы менән һайлай ала.

Автоматик рәүештә раҫланған ҡатнашыусылар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедиялағы ғәмәлдәрҙең бер өлөшө стажы һәм төҙәтеүҙәр һаны буйынса бер цензға тап килгән ҡатнашыусыларғы ғына рөхсәт ителә, — ундай ҡатнашыусылар автоматик рәүештә раҫланған тип атала. Был статус ҡатнашыусы берәй ғәмәл эшләгән һайын тикшерелә; шарттар үтәлгәндә ул автоматик рәүештә бирелә. Беҙҙең бүлектә 4 көн стажы булған һәм кәм тигәндә 15 төҙәтеү яһаған ҡатнашыусылар ала.

Автоматик раҫланғандар биттәрҙең исемдәрен үҙгәртә ала һәм өлөшләтә һаҡланған биттәрҙе мөхәррирләй ала. Автоматик раҫланған файҙаланыусыларға бынан һуң капча индереү кәрәкмәй.

Шулай уҡ «раҫланған ҡатнашыусы» статусы бар, ул автоматик раҫланған ҡатнашыусығы тулыһынса тиң, ләкин был статус ҡулдан бирелә. Википедияның рус телле бүлегендә был статус ғәмәлдә ҡулланылмай.

Йөкләүселәр

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Йөкләүсе статусы автоматик рәүештә бирелә торҡан һуңғы статус булып тора. Ул яҙмаһына 14 көн тулғас, 20 төҙәтеү индергәс бирелә. Был техник статус яңы файлдар йөкләү йә булған файлдың яңы версияһын йөкләү өсөн кәрәк. Ҡатнашыусыға йөкләүсе статусы уның шәхси үтенесе буйынса ла бирелә ала; бының өсөн хакимдарға мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Хакимдар, бейҙәр һәм стюардтар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Хаким хоҡуҡтары Википедия берләшмәһе файҙаланыусыһына бирелә. Был процесс уның кандидатураһы һәм уның проекттағы эшмәкәрлеге буйынса етди фекер алышыуҙы күҙҙә тота. Хакимдар билдәле бер бурыстарҙы башҡарырға мөмкинлек биргән махсус ҡоралдарға юл аса. Был бурыстар иҫәбендә - битте юйҙырыу һәм яҡлау, бикләү һәм бикте асыу, һаҡланған биттәрҙе һәм MediaWiki интерфейсын үҙгәртеү, башҡа файҙаланыусыларҙы «IP-бикләүҙәрҙән сығарыу», «кире алыусылар», «автопатрулләүселәр», «йөкләүселәр» һәм «патрулләүселәр» кеүек биттәргә индереү. Башҡа йәһәттән хакимдар ҡәҙимге файҙаланыусынан бер ни менән дә айырылмай.

Хакимдар исемлеге - бында.

Бей хоҡуҡтары берләшмә ризалығы менән тик намыҫлы ҡулланыусыларға ғына бирелә. Бейҙәр башҡа файҙаланыусыларҙың иҫәп яҙмалары менән ҡайһы бер ғәмәлдәрҙе башҡара ала.

Бейҙәр Ярҙамсы бит:UserRights-кә киңәйтелгән инеү мөмкинлегенә эйә: улар файҙаланыусыларға хаким хоҡуғы бирә, хаким статусынан төшөрә ала (ләкин бейлектән төшөрә алмай), бот статусын бирә һәм төшөрә ала. Был маҡсаттарҙа Ярҙамсы бит:MakeSysop һәм Ярҙамсы бит:MakeBot макхсус биттәре ҡулланыла.

Бейҙәр исемлеге - бында.

Стюардтар Википедияның бөтә тел бүлектәре өсөн Викимедиа Фонды тарафынан тәғәйенләнә.

Стюардтар Фикимедия фонды ҡарамағындағы Википедияның теләгән бер бүлегендә теләгән бар файҙаланыусыға теләгән бер флагты бирә һәм төшөрә ала бының өсөн meta:Special:Userrights ҡулланыла. Ҡағиҙә булараҡ, стюардтар Википедияның берәй бүлегендә кәрәкле үҙгәрештәрҙе индерерлек бер кем дә булмаһа ғына ҡыҫыла. Мәҫәлән, локаль бейҙәр булмаған бүлектәрҙә хаким һәм бей флагын биреү йә, файҙаланыусы ҡағиҙәләре боҙһа йә отставкаға китһә, флагты төшөрә. Стюардтар «ревизор» һәм «ҡатнашыусыларҙы тикшереүсе» флагтарын биреү өсөн дә яуаплы.

Стюардтар локаль ревизорҙар йә ҡатнашыусыларҙы тикшереүселәр булмаған бүлектәрҙә уларҙың ролендә сығыш яһай ала.

Стюардтарҙың бөтә ғәмәлдәре meta:Special:Log/rights-ға яҙыла. Стюардтар исемлеге - бында.

Айырым функцияларға юл асыусы башҡа флагтар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Йомғаҡ яһаусылар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Йомғаҡ яһаусылар delete һәм suppressredirect техник хоҡуҡтарына эйә һәм алышыуға йомғаҡ яһау хоҡуғына эйә булған һәм ҡатмарлы ВИКИПЕДИЯ:Юйылыуға битендә ҡатмарлы булмаған фекер алышыуҙарға йомғаҡ яһарға, шулай уҡ тиҙ юйҙырыу критерийҙарына ярашлы биттәрҙе юйҙырырға хоҡуҡлы. Флаг йомғаҡ яһаусы статусына ғариза һөҙөмтәләре буйынса тапшырыла.

Йомғаҡ яһаусылар исемлеге - бында.

Инженерҙар сайтты техник хеҙмәтләндереү өсөн махсус хоҡуҡа эйә: тулыһынса һаҡлау аҫтындағы биттәрҙе, MediaWiki исемдәр мөхитендәге биттәрҙе һәм бөтә ҡатнашыусыларҙың шәхси скрипттарын һәм стилдәрен үҙгәртеү өсөн техник мөмкинлектәргә эйә. Флаг инженер статусына ғариза һөҙөмтәһендә бирелә.

Инженерҙар исемлеге - бында.

Патрулләүселәр

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Был төркөм файҙаланыусылары биттәрҙең йөкмәткеһен яла яғыу, вандализм, авторлыҡ хоҡуғын боҙоу һәм башҡа етешһеҙлектәр юҡлығына тикшерә. Тикшерелгән мәҡәләләргә патрулләнеүе тураһында билдә ҡуйыла, ул мәҡәләнең минималь талаптарға яуап биреүен аңлата. Флаг намыҫлы ҡатнашыусыларға берләшмәлә фекер алышҡандан һуң бирелә.

Патрулләүселәр исемлеге - бында.

Мәҡәлә тикшереүселәр

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҡәлә тикшереүселәр мәҡәләләрҙең мәғлүмәт сығанаҡтарына тап килгәнлеген тикшерә һәм уларға «тикшерелде» тигән билдә ҡуя.

Мәҡәлә тикшереүселәр исемлеге - бында.

Кире алыусылар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

«Кире алыусы» флагына эйә файҙаланыусылар һуңғы төҙәтеүҙе тиҙ генә кире ала ала. Флаг патрулләүсе флагы менән бергә бирелә.

Кире алыусылар исемлеге - бында.

Автопатрулләүселәр

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Әгәр был төркөм ҡатнашыусыһы биттең патрулләнгән версияһына төҙәтеү индерһә, уның версияһы ла патрулләнгән булып тора. Флаг берләшмәлә фекер алышҡандан һуң йә хаким тарафынан намыҫлы, әүҙем ҡатнашыусыларға уның яуаплылығы аҫтында бирелә ала.

Автопатрулләүселәр исемлеге - бында.

Файл исемен үҙгәртеүселәр

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Файл исемен үҙгәртеүселәр Википедияның башҡорт теле бүлегендәге файлдарҙың исемен үҙгәртергә хоҡуҡлы. Флаг файл исемен үҙгәртеүсе статусына ғариза һөҙөмтәләре буйынса тапшырыла.

Файл исемен үҙгәртеүселәр исемлеге - бында.

Исемде йүнәлтеүһеҙ үҙгәртеүселәр

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Флаг йүнәлтеүҙәрҙе баҫтырыуға техник хоҡуҡ бирә. Берәй хакимға үтенес биреп, файладры исеме үҙгәртеүсе булмаған патрулләүселәргә тапшырыла.

Исемде йүнәлтеүһеҙ үҙгәртеүселәр исемлеге - бында.

IP-бикләүҙәрҙән сығарлыусылар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Был төркөмдәге файҙаланыусылар автобикләү һәм аныҡ IP-адресты йә бөтә диапазонды бикләү йоғонтоһона эләкмәй.

IP-бикләүҙәрҙән сығарылыусылар исемлеге - бында.

Интерфейс хакимдары

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Бындай флагы булған файҙаланыусылар CSS, JavaScript һәм JSON биттәрен (MediaWiki:Common.js йәки MediaWiki:Vector.css биттәре, Special:Gadgets исемлегендәге гаджеттар биттәре), ҡатнашыусының башҡа исемдәр мөхитендәге CSS/JS/JSON биттәрен һәм Медиавики исемдәр мөхитендәге биттәрҙе мөхәррирләй ала. Был төркөм тарафынан ғына мөхәррирләнә торған биттәрҙең юйҙырылған версияларын ҡарау өсөн интерфейс хакимы мөмкинлеге, шулай уҡ юйҙырыуҙы кире алыу мөмкинлегенә эйә булған төркөмгә инеү мөмкинлеге кәрәк.

Интерфейс хакимдары исемлеге - бында.

Ярҙамсы бит:RevisionDelete битенә инә ала, уның ярҙамында биттең айырым үҙгәрештәрен мәңгелеккә йәшерә ала. Үҙгәртеүҙәрҙең асылын һәм исемлеген ревизорҙар Ярҙамсы бит:Log/suppress махсус бите аша ҡарай ала. Ревизорҙар Юғары шура тарафынан тәғәйенләнә; кандидаттар 18 йәше тулған һәм Викимедиа фонды хеҙмәткәрҙәренә үҙе тураһында шәхси мәғлүмәт бирергә әҙер булырға тейеш.

Ревизорҙар исемлеге - бында.

Ҡатнашыусыларҙы тикшереүселәр

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Был төркөмдәге файҙаланыусылар Ярҙамсы бит:CheckUser битенә инергә хоҡуҡлы. Тикшереүселәр файҙаланыусы аккаунтының бөтә IP-адрестары исемлеген, ниндәй IP-ҙан ниндәй төҙәтеүҙәр индерелгәнен ҡарай ала. Улар бөтә тикшереүселәрҙең ғәмәлдәрен күреү мөмкинлегенә эйә. Ҡатнашыусыларҙы тикшереүселәр Юғары шура тарафынан 18 йәше тулған һәм Викимедиа фонды хеҙмәткәрҙәренә үҙе тураһында шәхси мәғлүмәт бирергә әҙер булырға тейеш.

Ҡатнашыусыларҙы тикшереүселәр исемлеге - бында.

Импортлаусылар һәм Вики-ара импортлаусылар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Был төркөмдәрҙәге файҙаланыусылар Ярҙамсы бит:Импорт битенә инә ала һәм Википедияның башҡа тел бүлектәрендәге биттәрҙе импортлау хоҡуғына эйә. «Импортлаусылар» төркөмөндә ҡатнашыусылар бынан тыш XML-файлдарҙан туранан-тура импортлау мөмкинлегенә лә эйә. Тулыраҡ мәғлүмәт ошонда: meta:Help:Transwiki.

Импортлаусылар исемлеге - бында һәм бында.

Ҡалған флагтар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Был төркөмдәге иҫәп яҙмалары аҫтында эшмәкәрлеге берләшмә тарафынан хупланған боттар эшләй. Боттар ҡуйылған бурыстарға ярашлы, автоматик йә ярымавтоматик рәүештә эш итә һәм, әгәр уларҙың төҙәтеүҙәре ҡуйылған бурыстан айырылһа, тиҙ генә бикләнә, шуға уларҙың төҙәтеүҙәренә кеше төҙәтеүҙәренә ҡарағанда әҙерәк иғтибар талап ителә.

Ошо уҡ сәбәп буйынса боттың төҙәтеүҙәре ғәҙәттә яңы төҙәтеүҙәр исемлегендә йәки күҙәтеүҙәр исемлегендә күренмәй. Боттарҙың ваҡ төҙәтеүҙәре ҡатнашыусыларҙың фекер алышыу биттәрендә «Яңы хәбәрҙәрегеҙ бар» тигән яҙыу сығармай. Бот 5000-гә тиклем яҙмалы API-үтенестәрҙе башҡара ала.

Боттарҙың тулы исемлеге - бында.

Яһаусылар ҡайһы бер ярҙамсы ҡоралдарҙы ҡуллана: Git аша MediaWiki яңыртылған версияһы яңыртыла; тулсерверға инеп махсус скрипттарҙы йөкләй һәм тоҡандыра; ҡайһы бер кешеләр Википедия һәм Викимедиа фондының башҡа эшләгән серверҙарға инә ала.

«Яһаусылар» төркөмө Викимедианың бөтә проекттарында бар, әммә, ҡағиҙә булараҡ, ул буш. Википедияла теге йәки был хоҡуҡтарҙы алырға кәрәк булһа, был хоҡуҡты улар «Яһаусылар» төркөмөнә бирҙереп, аҙаҡтан, стюард хоҡуғын файҙаланып, үҙҙәрен был төркөмгә индерә ала (стюард хоҡуҡтары яһаусыларға берләшмә ризалығынан таш бирелә. Яһаусы хоҡуғы 200000-дән ашыу төҙәтеү индергән файҙаланыусыларҙың исемен үҙгәртә алыу мөмкинлеген бирә.

Яһаусылар исемлеге - бында.

Рөхсәттәр таблицаһы

[сығанаҡты үҙгәртеү]
Бирелгән Мираҫ итеп алынған Рөхсәтһеҙ Кире алынған Хәлгә бәйле Сикләнә
Рөхсәт Өҫтөнлөктәр Бикләнгәндәр Теркәлмәгән файҙаланыусылар Автопод-

тверждённые
Боттар Хакимдар Бейҙәр Башҡалар
apihighlimits API-ға эрерәк үтенестәр биреү мөмкинлеге
autoconfirmed IP-ға нигеҙләнгән төҙәтеүҙәр йышлығын сикләүҙе урап үтеү автопатрулируемый, патрулирующий, выверяющий
autopatrol Төҙәтеүҙәрҙе патрулләнгән тип автоматик билдәләү автопатрулируемый, патрулирующий
autoreview Биттәрҙең версиялары ҡаралған тип автоматик билдәләү автопатрулируемый, патрулирующий
bigdelete 5000-дән ашыу төҙәтеүле биттәрҙе юйҙырыу
стюард
block Башҡа ҡатнашыусыларға мөхәррирләүҙе бикләү
bot Яңы төҙәтеүҙәрҙә индерелгән үҙгәртеүҙәрҙе йәшереү
browsearchive Поиск удалённых страниц по первым буквам названия
checkuser Файҙаланыусының бөтә IP-ҙарын һәм IP-ҙан эшләнгән бөтә төҙәтеүҙәрен күрә ала чекъюзер
createaccount Аккаунттар эшләү
createpage Биттәр төҙөү
createtalk Фекер алышыу биттәре төҙөү
delete 5000-дән кәм булған төҙәтеүле биттәрҙе юйҙырыу подводящие итоги
deletedhistory Юйҙырылған төҙәтеүҙәр тарихын ҡарау
deletedtext Биттәрҙең юйҙырылған версиялары текстарын ҡарау
deletelogentry Журналдағы яҙмаларҙы Йәшереү/Асыу ревизор
deleterevision Төҙәтеүҙәр тарихынан версияларҙы Йәшереү/Асыу ревизор
edit Биттәрҙе төҙәтеү
editinterface Фйаҙаланыусы интерфейсын үҙгәртеү (MediaWiki исемдәр мөхитендәге биттәр) Администратор интерфейса
editprotected Һаҡланған биттәрҙе төҙәтеү инженер
editsemiprotected Ярым һаҡланған биттәрҙен төҙәтеү йәки исемен үҙгәртеү патрулирующий, выверяющий
editusercss Башҡа ҡатнашыусыларҙың шәхси битендә .css менән бөткән ярҙамсы биттәрен төҙәтеү Администратор интерфейса
edituserjs Башҡа ҡатнашыусыларҙың шәхси битендә .js менән бөткән ярҙамсы биттәрен төҙәтеү Администратор интерфейса
edituserjson Башҡа ҡатнашыусыларҙың шәхси битендә .json менән бөткән ярҙамсы биттәрен төҙәтеү Администратор интерфейса
hiderevision Хакимдарҙан йәшерелгән төҙәтеүҙәрҙе ҡарау һәм тергеҙеү ревизор
import Битте башҡа викиҙан мпортлау импорт
importupload Бер юлы бер нисә битте импортлау (XML-дамптан) импорт
ipblock-exempt Ҡатнашыусының IP-адресына йә бөтә диапазонына һалынған бикләүҙәрҙе урап үтеү исключение из IP-блокировок
markbotedits Яңы төҙәтеүҙәрҙән кире алынған төҙәтеүҙәрҙе йәшерә ала
minoredit Төҙәтеүҙәрҙе «ваҡ» тип билдәләү
mergehistory Ике биттең бер-береһен ҡабатлаған тарихтарын берләштереү
move Биттәрҙең исемен үҙгәртеү
movefile Файлдарҙың исемен үҙгәртеү инженеры, переименовывающие файлы
move-categorypages Категория биттәренең исемен үҙгәртеү инженеры, переименовывающие файлы, переименовывающие без перенаправлений, подводящие итоги
move-rootuserpages Ҡатнашыусыларҙың биттәренең исемен үҙгәртеү
move-subpages Ярҙамсы биттәре булған биттәрҙең исемен үҙгәртеү инженеры, переименовывающие файлы, подводящие итоги
nominornewtalk Ҡатнашыусыларҙың фекер алышыу биттәренә улар яңы хәбәрҙәр тураһында белдереү алмаҫлыҡ итеп ваҡ төҙәтеүҙәр индереү
override-antispoof Исемдәрҙең оҡшашлығын тикшереүгә иғтибар итмәү
oversight Элек йәшерелгән төҙәтеүҙе ҡарау ревизор
patrol Төҙәтеүҙәрҙе патрулләнгән тип билдәләү патрулирующий
protect Биттәрҙе һаҡлау, тулыһынса һаҡланған биттәрҙе мөхәррирләү һәм исемен үҙгәртеү
purge Биттең кэшын (&action=purge) ҡабат һорап тормайынса ысҡындырыу
read Битте ҡарау
renameuser Ҡатнашыусыларҙың исемен үҙгәртеү
reupload Булған файлдың яңы версияһын тейәү загружающие, подводящие итоги, переименовывающие файлы
reupload-own Булған файлдың яңы версияһын тейәү, әгәр уны шул уҡ ҡатнашыусы тейәгән булһа загружающие, подводящие итоги, переименовывающие файлы
reupload-shared Дөйөм һаҡлау урынында, мәҫәлән, Викимилектә, булған файл кеүек файлды тейәү
review Биттәрҙең версияларын ҡаралған тип билдәләү патрулирующий, выверяющий
rollback Тиҙ кире алыуҙы ҡулланыу откатывающий
sendemail Башҡа ҡатнашыусыларға почтаны ебәреү
siteadmin Бирелмәләр базаһын бикләү һәм биген асыу («уҡыу өсөн генә» режимына күсереү) разработчик
suppressrevision Төҙәтеүҙәр тарихынан версияларҙы хатта хакимдар күрмәҫлек итеп юйҙырыу ревизор
undelete Биттәрҙе тергеҙеү
unwatchedpages Күҙәтелмәгән биттәр исемлеген ҡарау
upload Файлдар тейәү загружающие, подводящие итоги, переименовывающие файлы
userrights Ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтарын үҙгәртеү +/− йомғаҡ яһаусы,

+/− кире алыусы,

+/− IP-бикләүҙән

сығарыу,


+/− патрулләүсе,

+/− автопатрулләнеүсе
+ бей,

+/− хаким, +/− интерф. хакимы, +/− инженерҙар, +/− бот

стюард +/− любое
writeapi Биттәрҙе мөхәррирләү өсөн API ҡулланыу