Википедия:Һайланған мәҡәләләр/Талаптар/Проект

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Мәҡәләгә талаптар[сығанаҡты үҙгәртеү]

Был ҡағиҙәләр һайланған мәҡәлә өсөн минималь талап булып тора. Мәҡәлә, түбәндә килтерелгән талаптарҙың берәүһенә генә ярашлы булмаһа, һайланған була алмай.

  • Күсереп алынмаған үҙенсәлекле (Википедия талаптары буйынса һәм Википедия өсөн яҙылған) булырға тейеш.
  • Төп темаһы асылған булырға тейеш.
  • Күләме 15 кб-тан кәм булырға тейеш түгел.
  • Авторҙың үҙенсәлекле тикшереүҙәре, дөрөҫ булмаған һәм тикшерелмәгән мәғлүмәттәр булмаҫҡа тейеш, һәм битараф ҡарашлы булырға тейеш.
  • Эстәлеген асыусы (3-4 юллыҡ) инеш булырға тейеш.
  • Күренеп торған хаталар һәм яңылышыуҙар булмаҫҡа тейеш.
  • Яҙылып бөткән һәм яҙылып бөтмәгән бүлектәре булмаҫҡа тейеш.
  • Һайланған мәҡәләгә үрләтелгән ваҡытта мәҡәлә төҙәтеүҙән һаҡланған биттәр һәм үҙгәртеүҙәр булырға тейеш түгел, тотроҡло, уртаҡ фекерҙә булырға тейеш.
  • Категориялар һәминтервики ҡуйылырға тейеш.
  • Тема буйынса интернет мөмкинлектәренә һылтанма булырға тейеш.
  • Файҙаланылған рәсемдәрҙең лицензия статусы булырға тейеш. Fair-use рәсемдәрен файҙаланыу нигеҙләнгән һәм намыҫлылыҡ критерийенә тура килергә тейеш.
  • Бөтә урында ла авторитетлы сығанаҡҡа һылтанма булырға тейеш.

Бынан тыш, мотлаҡ булыуы талап ителмәй:

  • Тема буйынса әҙәбиәт исемлеге.
  • Бер йәки бер нисә иллюстрация булыуы яҡшы, әммә мотлаҡ түгел.