Википедия:Һүрәттәрҙе лицензиялау
Ҡыҫҡаса: Википедияның маҡсаты — эстәлеген һәр кем түләүһеҙ ҡуллана алырлыҡ энциклопедик мәғлүмәт ресурсы булдырыу. Википедияның бөтә материалдары ирекле, шул иҫәптән коммерция таратыуы өсөн асыҡ булғанға мәҡәләләрҙең һүрәттәре лә Википедияла ҡабул ителгән хоҡуҡ нормаларына яуап бирергә тейеш. |
Шулай уҡ ҡарағыҙ: лицензиялар буйынса ҡыҫҡа белешмә.
Википедия сайтына ниндәй һүрәттәр йөкләргә мөмкин
[сығанаҡты үҙгәртеү]Һүрәттәр авторлыҡ хоҡуғы объекттары булып тора һәм уларға ярашлы һаҡлана. Һүрәттәрҙе Википедияла түбәндәге шарттарҙа ғына урынлаштырырға мөмкин:
- әгәр һүрәттең авторы булһағыҙ һәм уны түбәндә бирелгән ирекле лицензиялар аҫтында таратыуға риза булһағыҙ;
- әгәр һүрәт йәмғиәт милке булһа һәм берәй ирекле лицензия аҫтында таратылһа;
- әгәр һүрәт авторы уны ирекле таратыуға, шул иҫәптән коммерция маҡсаттарында ҡулланыуға, ап-асыҡ күренеп торған ризалығын бирһә
- әгәр һүрәтте Википедияла ҡатнашыусы булмаған (һәм унда мәнфәғәте булмаған), ләкин ирекле лицензия шарттарында тапшырырға әҙер кеше (ойошма) булһа, рәхсәтте раҫлау өсөн OTRS махсус системаһын ҡулланырға кәрәк;
- авторы тик Википедияла йә коммерцияға ҡарамаған маҡсаттарҙа ғына ҡулланырға рөхсәт иткән һүрәттәрҙе Википедияға урынлаштырмағыҙ;
- Википедияла программа продукттарынан төшөрөлгән скриншоттарҙы, кинофильмдарҙан кадрҙарҙы, аҡса знактары һүрәттәрен һәм башҡа һүрәттәрҙе, әгәр уларҙы ҡулланыу намыҫлы ҡулланыу билдәләренә тап килһә, урынлаштырырға мөмкин.
Авторы һәм таратыу шарттары билдәле булмаған һүрәттәрҙе ВИКИПЕДИяға урынлаштырмағыҙ!
Һүрәттең битендә уның лицензияланыуы тураһында мәғлүмәт ҡуйыу мотлаҡ! Бының өсөн тейешле лицензия ҡалыбы ҡулланығыҙ.
Әгәр һүрәттең авторы үҙегеҙ булһағыҙ, уны ниндәй лицензия аҫтында йөкләгәнегеҙҙе мотлаҡ күрһәтегеҙ. Шуны онотмағыҙ: һүрәтте ирекле лицензия аҫтында йөкләп, һурәтте ирекле таратыу, үҙгәртеү һәм коммерция маҡсаттарында ҡулланыу менән ризалашаһығыҙ. Йәнә шуға иғтибар итегеҙ: әгәр һеҙ һүрәтте башҡа вики-проекттарҙан йөкләһәгеҙ, сығанағы итеп ул проектты түгел, ә ул проектҡа ҡайҙан килеп инһә, шуны күрһәтегә тейеш булаһығыҙ.
Ирекле лицензиялар
[сығанаҡты үҙгәртеү]Йәмғиәт милке (Public Domain)
[сығанаҡты үҙгәртеү]Был категориялағы һүрәттәр милеккә авторлыҡ хоҡуҡтарынан азат. Һәр кем уларҙы ҡуллана, үҙгәртә, ләкин, күп илдәрҙә ҡабул ителгәнсә, уның төп нөсхәһенең авторын (билдәле булһа) күрһәтергә тейеш.
Все страницы проектов фонда Викимедиа фонды проекттарының бөтә биттәре, шул иҫәптән башҡорт Википедияһы, әлеге ваҡытта Америка Ҡушма Штаттарының Флорида штатындағы серверҙарҙа урынлашҡан, шунлыҡтан башҡорт Википедияһына һүрәт йөкләгәндә авторлыҡ хоҡуғы өлкәһендә АҠШ һәм Флорида штаты ҡануниәттәренә таянырға кәрәк. Унан тыш, һүрәттең лицензия статусын билдәләгәндә ул сыҡҡан илдең ҡануниәтенә лә нигеҙләнергә кәрәк.
Авторлыҡ хоҡуғы тураһында АҠШ законына ярашлы, АҠШ территорияһында 1926 йылдың 1 ғинуарына тиклем баҫылып сыҡҡан бөтә әҫәрҙәр йәмғиәт милке булып тора.
Төрлө илдә һүрәттең йәмғиәт милкенә әйләнеү ваҡыты төрлөсә булырға мөмкин. Мәҫәлән, Европа илдәренең күбеһендә автор мәрхүм булғандан һуң 70 йыл үткәс, уның әҫәрҙәре йәмғиәт милкенә күсә, ә аноним баҫылған әҫәр баҫылып сыҡҡандан һуң 70 йылдан йәмғиәт милке була, Бөйөк Британияла иһә 50 йыл элек баҫылған һүрәт йәмғиәт милке булып тора.
Рәсәй Федерацияһында ла әҫәрҙәр ғәҙәттә авторының вафатынан һуң 70 йыл үткәс йәмғиәт милекенә күсә. Әммә 1946 йылдың 1 ғинуарына тиклем баҫылған әҫәрҙәрҙең йәмғиәт милкенә күсеү ихтималлығы ла бар:
- 1: автор 1946 йылдың 1 ғинуарына тиклем вафат булһа, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашмаған/эшләгән, репрессияға дусар ителмәгән, репрессияға дусар ителһә, 1946 йылдың 1 ғинуарынан һуң, йәғни вафат булғандан һуң, аҡланған шарттарҙа;
- 2: 1946 йылдың 1 ғинуарына тиклем аноним йәки псевдоним аҫтында баҫылһа, авторының исеме баҫылып сыҡҡандан һуң киләһе йылдың 1 ғинуарынан башлап артабанғы 50 йыл эсендә асылмаһа.
Йәмғиәт милке булған һүрәттәр авторлыҡ хоҡуғы менән һаҡланмаһа ла, һүрәтте тасуирлау битендә лицензияһын күрһәтергә тейеш булаһығыҙ.
Йәмғиәт милкендәге объекттарҙың цифрлы күсермәләре һәм фотокүсермәләре
[сығанаҡты үҙгәртеү]АҠШ закондары буйынса, ике үлсәмле сәнғәт әҫәренең (картина, фотография, китап иллюстрацияһы) репродукцияһы (фотографик йәки яҫы сканлау ысулы менән) авторлыҡ хоҡуғының яңы объектын хасил итмәй, репродукцияны эшләгәндә берәй төрлө ижади өлөш индерелһә генә (мәҫәлән, ретушь эффекттары) был мөмкин. Мәҫәлән, Джоконданы тура ракурстан төшөрөп алһағыҙ, һеҙҙе фото ла йәмғиәт милке булып иҫәпләнәсәк.
Йыш ҡына сайттарҙың хужалары үҙенең сайтының бөтә эстәлегенә, хатта унда XVII быуаттағы голланд рәссамдары картиналары урынлаштырылһа ла, үҙ копирайтын иғлан итә. Был картиналарҙы сайт хужаһы үҙе фотоға төшөрөп йә сканлап йөкләһә лә, уның был әҫәрҙәрҙең репродукцияларына милек хоҡуғы барлыҡҡа килмәй, шуға ул һүрәттәрҙе бер кемдән рөхсәт һорамайынса Википедия сайтына урынлаштыра алаһығыҙ.
Шул уҡ ваҡытта авторлыҡ хоҡуғы менән һаҡланған әҫәрҙең репродукцияһы яңы авторлыҡ хоҡуғы объекты хасил итмәй, йәғни китап тышының йә DVD тышлығының фотоһы йә сканы төп нөсхә кеүек үк авторлыҡ хоҡуғы менән һаҡлана.
Һүрәттәрҙе дөйөм милеккә ирекле тапшырыу
[сығанаҡты үҙгәртеү]Һеҙ үҙегеҙ авторы булған һүрәтте йәмғиәт милке итеп тапшыра алаһығыҙ. Бының өсөн һүрәтте йөкләгәндә уны тасуирлау битенә {{PD-self}} йә {{PD-user|ҡулланыусы исеме}} ҡалыбын ҡуйырға кәрәк, бында «ҡулланыусы исеме» — һеҙҙең иҫәп яҙмаһы.
Creative Commons
[сығанаҡты үҙгәртеү]Төп талаптарҙы билдәләгәндә Creative Commons лицензиялар системаһы 4 суффикстан (BY, SA, ND, NC), версия номерынан һәм локализация версияһынан торған комплексты ҡуллана. Уларҙың ҡайһы берҙәренә ингән иллюстрациялар Википедияла ҡулланыла ала. Википедия маҡсаттарына бары тик BY һәм SA суффикслы (һәм уларҙың BY-SA комбинацияһы менән) лицензияларҙы ғына ҡулланырға мөмкин:
- CC-BY, 1.0, 2.0, 2.5, 3.0, 4.0 версияларында;
- CC-SA, 1.0 версияһында;
- CC-BY-SA, 1.0, 2.0, 2.5, 3.0, 4.0 версияларында.
Лицензияларҙың был өс төрө лә һүрәттәрҙе таратырға, үҙгәртергә һәм теләгән бер маҡсатта (коммерция маҡсатында ла) ҡулланырға рөхсәт итә, әммә талаптары ла бар:
- BY: оригиналь авторлыҡты күрһәтеү шарты менән;
- SA: үҙгәрткәндә лицензияһын һаҡлау шарты менән;
- йәки CC0: йәмғиәт милкенә бер ниндәй шартһыҙ күсергән осраҡта.
Иғтибар: ND һәм NC суффикслы бөтә лицензиялар тыйылған. Был лицензиялар шарттарында таратылыусы һүрәттәр юйҙырылырға мөмкин.
Шулай уҡ ҡарағыҙ:
GNU FDL
[сығанаҡты үҙгәртеү]Википедияла башҡа ирекле лицензиялар буйынса таралыусы медиа-файлдар бар. Тәү сиратта уларға GFDL (GNU Free Documentation License) лицензияһы инә. Был лицензияның үҙенсәлектәренең береһе — лиценззияланған материалдарҙы таратҡанда йә күбәйткәндә мотлаҡ лицензияның күсермәһен беркетеү. Википедияға йөкләнгән текст булмаған материалдарға GFDL лицензияһын ғына ҡулланыу тыйыла (GFDL буйынса ғына рөхсәт ителгәндәрҙән башҡа).
Ирекһеҙ һүрәттәрҙе намыҫлы ҡулланыу
[сығанаҡты үҙгәртеү]Йәмғиәт милке булмаған һәм ирекле лицензиялар аҫтында таратылмаған һүрәттәрҙе башҡорт Википедияһында улар намыҫлы ҡулланыу шарттарына (ингл. fair use) яуап биргән осраҡта ҡулланырға була, ләкин уларҙы Викиһаҡлағысҡа йөкләргә ярамай.
Намыҫлы ҡулланыла торған һүрәттәрҙең күбеһен башҡорт Википедияһына бәләкәй рөхсәттә генә (оҙон яғынан 1000 пикселдән артыҡ түгел) йөкләргә мөмкин, юғиһә авторлыҡ хоҡуғын боҙоу тип ҡаралырға мөмкин. Ирекһеҙ һүрәттәрҙе йөкләгәндә, уларҙың сығанағын күрһәтеү мотлаҡ — сығанағы күрһәтелмәгән ирекһеҙ һүрәттәр юйҙырылырға тейеш. Википедияның башҡа тел бүлектәре сығанаҡ була алмай, уларҙан фильмдан кадр, экрандан һүрәт, тышлыҡ ҡына алырға мөмкин.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Википедия:Авторлыҡ хоҡуҡтары
- Википедия:һүрәттәр
- Википедия:Һүрәттәрҙе лицензиялау/Ҡыҫҡа белешмә
- Википедия:Һүрәттәрҙе лицензиялау/Киң таралған хаталар
- Википедия:намыҫлы ҡулланыу шарттары
- Википедия:Һүрәт ҡуйыу — һүрәттәрҙе нисек йөкләргә һәм ҡулланырға
- Википедия:Һүрәт сығанаҡтары
- Википедия:Панорама ирке