Эстәлеккә күсергә

Викос

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Викос тарлауығы битенән йүнәлтелде)
Викос
грек. Φαράγγι του Βίκου
Рәсем
Категория защищённых зон МСОП МСОП II категорияһы: милли парк[d]
Дәүләт  Греция[1]
Административ-территориаль берәмек Эпир[d]
Оҙонлоҡ 20 km
Карта
 Викос Викимилектә

Викос тарлауығы (каньон) Викос (грек. Φαράγγι του Βίκου) — Грециялағы тарлауыҡ. Эпир перифирияһының төньяҡ-көнсығышындағы Янина периферия берәмегендә Пинд тауҙарындағы милли паркта Тимфи тауының көньяҡ битләүендә урынлашҡан. Оҙонлоғо 20 километрға, тәрәнлеге 450 метрҙан 1600 метрға тиклем етә, киңлеге 400-ҙән алып иң тар урындарҙа ике метрға тиклем тарая[2].

Викос донъяла иң тәрән тарлауыҡ булараҡ Гиннесстың рекордтар китабына индерелгән. Шул уҡ ваҡытта тарлауыҡтар каньондарҙан бер нисә параметры менән айырылғанға иғтибарға алына, мәҫәлән, киңлеге/тәрәнлеге нисбәте буйынса.

Загори төбәгенең Викос-Аоос милли парк үҙәгендә урынлашҡан. Монодендрион һәм Кукулион ауылдары араһынан башланып, Викос (Янина) ауылы эргәһендә тамамлана[3]. Тарлауыҡты барлыҡҡа килтергән Войдоматис йылғаһына ҡойоусы ҙур булмаған йылғалар ҙа тарлауыҡҡа ҡарай. Войдоматис йылғаһы миҙгелле таша, ә даими тик тарлауыҡтың иң аҫҡы өлөшөндә генә аға[2]. Викос үҙенең тейелмәгән тиерлек экосистемаһы һәм уның һирәк төрҙәре менән ғалимдарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.

Тарлауыҡ панорамаһы.

Тарлауыҡ 20 километрға һуҙылып киткән, шуларҙың 12-һенә, ҡурсаулыҡ зонаһына ҡарағанына[4], төрлө рельеф һәм бейеклектәр хас. Урта кимәлдә текә ҡаялы битләүҙәр, текә ҡаялар өҫтөнлөк итә. Күп һанлы йырындар тарлауыҡтың ике яғын айыра, ә һыу аҡмалары ташлы грунт ишелмәләрен булдыра. Төп йүнәлеше төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа[4], тарлауыҡ миллион йыл Войдоматис йылғаһы (Аоос ҡушылдығы) менән йыуыла. Йылғаларҙа һыу кимәле йыл миҙгелдәренә бәйле, һыуҙың иң күп өлөшө тарлауыҡтың аҫҡы өлөшөндә генә була[5]. Викостың төҙөлөшө, төрлө ҡатламдарының йәше яҡшы күренә. Өҫкө ҡатламдары эзбиз ҡатламдарҙан, түбәнге өлөшө көл төҫлө доломиттан тора[4]. Һыу менән йыуылғанда эзбизташтарҙа һелте барлыҡҡа килеүе хас. Эзбизташ ирегәнлектән, һыу өҫтән һарҡып төшә һәм мәмерйә һәм каналдар менән дренаж системаһы барлыҡҡа килә, ул ваҡыт үтеү менән арта. Һуңыраҡ улар емерелә һәм һөҙәклектәргә перпендикуляр булған ҡаялы яланғаслыҡтар барлыҡҡа килә. Шуға күрә һыу өҫтән һирәк аға һәм грунтты йыуа алмаған осраҡта ғына өҫкә ташып сыға[6].

Оксияла (Οξυά) тарлауыҡтың иң тәрән өлөшө өҫтөндә тәбиғи күҙәтеү майҙансығы бар. Ул Монодендрион ауылынан яңы юл буйлап өс километр алыҫлыҡта ята. Тарлауыҡ күренеше менән тағы бер күҙәтеү майҙансығы Белоила (Μπελόη), тарлауыҡтың көнсығыш яғында урынлашҡан, уға Врадетон ауылынан күтәрелергә мөмкин(грек)баш..

Төп туристик маршрут — Монодендриондан һуҡмаҡ буйлап төшөү. Һуңынан һуҡмаҡ тарлауыҡ аша төньяҡҡа, шишмәләр эргәһенән Войдоматис йылғаһына илтә. Артабан һуҡмаҡ тарлауыҡтан төньяҡ яҡтағы Папингон, йәки көньяҡ яҡтағы Викос ауылы эргәһендәге сығыу юлына алып бара(грек)баш.. Шулай уҡ Монодендриондан Кипи эргәһендәге XVII быуат таш күпере буйлап көньяҡҡа үтергә була (грек)баш..

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. 2,0 2,1 Amanatidou, 2005
  3. Natura 2000 Data Form. Site code: GR2130009 (ингл.). Natura 2000 8. Дата обращения: 12 июль 2010.
  4. 4,0 4,1 4,2 Hanlidou, Kokkini, 1997, p. 2
  5. Amanatidou, 2005, p. 21
  6. Amanatidou, 2005, pp. 21—22
  • Janet McGiffin. Hiking The Vikos Gorge (ингл.). greecetravel.com. — Обзор ущелья. Дата обращения: 16 апрель 2018.(инг.). greecetravel.com. — Обзор ущелья. 16 апрель 2018 тикшерелгән.