Эстәлеккә күсергә

Шаһапов Владислав Шәйхеләғзәм улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Владислав Шаһапов битенән йүнәлтелде)
Шаһапов Владислав Шәйхеләғзәм улы
Тыуған көнө

17 март 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (76 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Саҡмағош районы Яңы Ҡото ауылы

Вафат көнө

22 декабрь 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (74 йәш)

Ғилми даирәһе

күп фазалы системалар механикаһы

Эшләгән урыны

Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһы

Альма-матер

МДУ

Ғилми дәрәжәһе

физика-математика фәндәре докторы (1989)

Ғилми исеме

профессор (1993)

Награда һәм премиялары

Башҡортостан комсомолының Фән өлкәһендәге премияһы лауреаты (1978).

Сайт

http://shagapov.ucoz.ru

Шаһапов Владислав Шәйхеләғзәм улы (17 март 1948 йыл) — ғалим-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2012). Физика-математика фәндәре докторы (1989), профессор (1993). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2023).

Владислав Шәйхеләғзәм улы Шаһапов 1948 йылдың 17 мартында Башҡорт АССР-ының Саҡмағош районы Яңы Ҡото ауылында тыуған[1]

Мәктәпте тамамлағас, 19661971 йылдарҙа Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының механика-математика  факультетында уҡый. 1974 йылда шунда уҡ, курста тәүгеләрҙән булып, физика-математика фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлай.  1978 йылда  Башҡортостан комсомолының Фән өлкәһендәге премияһы лауреаты була.

19711984 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында, СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының  физика һәм математика бүлегендә (1987 йылдан Математика институты) эшләй.

Артабан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының физика һәм математика бүлегендә өлкән ғилми хеҙмәткәр була. 1988 йылда  Рәсәй Фәндәр академияһы Себер бүлексәһе Төмән фәнни үҙәгенең Күп фазалы системалар механикаһы институтына лаборатория мөдире итеп саҡырыла. 

1989 йылда физика-математика фәндәре докторы ғилми дәрәжәһен алыуға диссертация яҡлай. 1991 йылда Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана. 1993 йылда Владислав Шәйхеләғзәм улы күп фазалы системалар механикаһы кафедаһы профессоры була.  

1995 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Механика институтының баш ғилми хеҙмәткәре булып эшләй. 2001—2005 йылдарҙа —  Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында ҡулланма математика һәм механика кафедраһы мөдире. 1998 йылда «Сорос  профессоры» конкурсы дипломанты була. 2004 йылдан Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһында ҡулланма математика һәм механика кафедраһы мөдире[2].

Мәскәүҙә һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында  гетероген системаларҙың физик-химик механикаһының төрлө аспекттары буйынса уның уҡыусылары ҡатнашлығындағы ғилми-тикшеренеү төркөмдәре эшләй. Утыҙлап фән кандидаты һәм дүрт физика-математика фәндәре докторы әҙерләгән. Педагогик эшмәкәрлеге барышында түбәндәге дисциплиналар буйынса төп һәм махсус лекция курстары уҡыған: теоретик механика, классик механика, тоташ мөхиттәр механикаһы, тулҡынлы динамика, гетероген системалар динамикаһы. 100-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт һәм авторлыҡ танытмаһы авторы.

Бөтә ғилми эшмәкәрлеге барышында  хәҙерге замандың  мәшһүр ғалимы академик  Р. И. Ниғмәтулин  йоғонтоһонда  була.

Ғилми хеҙмәттәре күп фазалы системалар  механикаһына арналған. Фаза-ара йылылыҡ һәм масса алмашыу һәм капилляр күренештәренең һуғыу һәм акустик тулҡындарҙың газлы һәм быулы-шыйыҡ системаларҙа таралыу үҙенсәлектәренә, шулай уҡ уларҙың тотороҡлолоғона  йоғонтоһон тикшерә.  Теоретик йәһәттән яныусан газлы ҡыуыҡлы шыйыҡлыҡтарҙа  яңғыҙ детонация тулҡындары барлығын дәлилләй,  мейестәрҙәге, скважиналарҙағы һәм ҡатламдарҙағы углеводородлы ҡатнашмалар өсөн гидродинамик һәм   йылылыҡ-физик процестар теорияһын эшләй. Р. И. Ниғмәтуллин менән берлектә  шыйыҡлыҡтағы газ ҡыуыҡтарын һыҙыҡһыҙ-резонанслы даими булмаған баҫым, тирбәлеүсән һәм акустик ялан менән үтә көслө ҡыҫыу ысулын эшләй. 

2023 йылда ғалим «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды[3].

Фән докторҙары: Хлесткина Нина Михайловна, Ғималтдинов Ильяс Ҡадир улы, Баянов Илмир Масуил улы, Мусаҡаев Наил Ғәбсәләм улы.

Шаһапов В. Ш. —  100-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.

  • Динамика детанационных волн вдоль трубчатого кластера // Доклады РАН. 2005. Т. 403, № 4. С. 478—482.
  • Тепловой удар в пористой среде, насыщенной газогидратом // Доклады РАН. 1999. Т. 366, № 3. С. 337—340.
  • Двумерные волны давления в жидкости, содержащей пузырьки // известия РАН. Механика жидкости и газа. 2002. № 2. С. 139—147.

Авторлыҡ танытмалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • А. Ш. Азаматов, Р. И. Нигматулин, В. Ш. Шагапов и др. Ударная поршневая установка. Авт. свидетельство N 81987, 1980
  • Р. И. Нигматулин, Р. Г. Шагиев, В. Ш. Шагапов и др. Способ получения кокса из тяжелого углеводородного сырья. Авт. свидетельство N 80891, 1980
  • А. Ш. Азаматов, Р. И. Нигматулин, В. Ш. Шагапов и др. Гидродинамическая ударная труба. Авт. свидетельство N 88686, 1981
  • Р. И. Нигматулин, Н. И. Ольковский, В. Ш. Шагапов и др. Предохранительное устройство. Авт. свидетельство N 866319, 1981
  • А. Х. Мирзаджан-заде, Р. И. Нигматулин, В. Ш. Шагапов и др. Способ определения свойств жидкости, Авт. свидетельство N 996931, 1982
  • А. Ш. Азаматов, Р. И. Нигматулин, В. Ш. Шагапов. Предохранительное устройство для трубопроводов. Авт. свидетельство N 922400, 1981
  • А. Ш. Азаматов, А. Х. Мирзаджан-заде, В. Ш. Шагапов и др. Способ контроля газосодержания в жидкости. Авт. свидетельство N 1079048, 1983
  • А. Х. Мирзаджан-заде, В. Д. Черняев, В. Ш. Шагапов и др. Способ определения свободного газосодержания в жидкости. Авт. свидетельство N 114970, 1984
  • А. Ш. Азаматов, Р. И. Нигматулин, В. Ш. Шагапов и др. Устройство для определения параметров двухфазной парожидкостной смеси. Авт. свидетельство N 1133540, 1984
  • Р. И. Нигматулин, Р. Г. Шагиев, В. Ш. Шагапов. Способ получения нефтяного кокса. Авт. свидетельство N 1169977, 1985

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2023)