Волгоград дәүләт университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Волгоград дәүләт университеты
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1980
Ҡыҫҡаса атамаһы ВолГУ
Ректор Тараканов, Василий Валерьевич[d] һәм Алла Эдуардовна Калинина[d]
Девиз тексы Ab voce ad rem һәм От слова к делу
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Волгоград
Урынлашыу Волгоград
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][2]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Волгоград, Рәсәй
Диапазон IPv4 217.149.176.0/22[3]
Диапазон IPv6 2001:6d0:ffe0::/48[4]
Рәсми сайт volsu.ru
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Волгоградского государственного университета[d]
Карта
Commons-logo.svg Волгоград дәүләт университеты Викимилектә

«Волгоград дәүләт университеты» федераль дәүләт автономиялы юғары белем биреү мәғариф учреждениеһы (ФГАОУ ВО ВолГУ) — Волгоград өлкәһенең иң ҙур юғары уҡыу йорттарының береһе. 1980 йылда нигеҙ һалына.

Волгоград дәүләт университеты структураһында 11 институт; 50-гә яҡын махсус һәм дөйөм университет кафедраһы, 28 магистратура йүнәлеше, 44 бакалаврҙар әҙерләү йүнәлеше, 3 специальность; аспирантура (42 һөнәр буйынса) һәм докторантура (9 һөнәре буйынса) инә. Өҫтәмә профессиональ белем биреү системаһы идара итеү кадрҙарын әҙерләү буйынса Президент программаһын һәм һөнәри белемде камиллаштырыуҙы, икеләтә дипломды, квалификация күтәреүҙе тормошҡа ашыра. Даими рәүештә 12 меңдән ашыу студент һәм аспирант белем ала.

Университет тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1972 йылда КПСС-тың Волгоград өлкә комитеты ҡалала дәүләт университеты булдырыу кәрәклеге тураһында ҡарар ҡабул итә.

1974 йылдың 21 июнендә СССР Министрҙар Советының — 510-сы ҡарары; 30 октябрҙә РСФСР юғары һәм махсус урта белем биреү министрлығының 469-сы — Волгоград дәүләт университетын ойоштороу тураһындағы бойороғо сыға

Уҡыу йорто 1980 йылда асыла; шунда уҡ тәбиғи һәм гуманитар фәндәр факультетыа 5 йүнәлеш буйынса тәүге 250 студент ҡабул ителә.

Артабан 10 институт, ғилми китапхана, 21 фәнни-мәғариф үҙәге, 182 белем биреү программаһы, ғилми нәшриәт һ.б. булдырыла; Волжский һәм Урюпинскиҙа филиалдары асыла.

2012 йылға ҡарата, ВолДУ-ны 40000 кеше тамамлай, 12000 студент, аспирант, докторант, тыңлаусы уҡый, 1800 уҡытыусы һәм хеҙмәткәр эшләй .

Юғары уҡыу йорто Университеттарҙың Евразия ассоциацияһы[5], Рәсәй классик университеттары ассоциацияһы[6], Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының халыҡ-ара ассоциацияһы ағзаһы булып тора[7].

2014 һәм 2015 йылдарҙа университет БРИКС илдәренең иң яҡшы университеттары исемлегенә инә (151-се урын; Quacquarelli Symonds Британия халыҡ-ара консалтинг агентлығы версияһына ярашлы). М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты, Санкт-Петербург дәүләт университеты, Кельн университеты, Сорбонна, Инхолланд (Нидерланд) һәм башҡа университеттар менән партнер булып тора.

2015 йылда юғары уҡыу йорто үҙенең 35-йыллығын билдәләй, уҡыу йылы башында 1300-ҙән ашыу студентты ҡабул итә. Йыл аҙағына Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығының 2015 йылдың 30 декабрендәге 1558 һанлы бойороғо менән университетҡа Волгоград дәүләт социаль-педагогия университеты ҡушыла. Әммә бер йылдан һуң, 2016 йылдың 21 декабрендә был бойороҡ юҡҡа сығарыла.

Структураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Волгоград дәүләт университетының төп корпусы.

Институттары һәм факультеттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Университет структураһына түбәндәге факультеттарҙың статусы үҙгәреүе юлы менән 9 институт инә:

  • Иҡтисад һәм финанс институты
  • Филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар институты
  • Өҫтәмә белем биреү институты
  • Тарих, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм социаль технологиялар институты
  • Төбәк иҡтисад һәм идара итеү институты
  • Хоҡуҡ институты
  • Математика һәм информацион технологиялар институты
  • Тәбиғи фәндәр институты
  • Өҫтөнлөклө технологиялар институты

Филиалдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Университет структураһына Волжский гуманитар институты инә (Волжский ҡалаһы; директоры — Севостьянов Максим Владимирович)[8].

Ябылғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ Урюпинскийҙа филиалы эшләй[9], 2015 йылда ябыла[10][11].

ВолДУ-ның Дондағы Калачта, Михайловкала, Фроловола, Ахтубинскҙа факультеттары була; Волгоград өлкәһе хакимиәте уҙғарған Волгоград вуздарының ситтән тороп уҡыу филиалдарын бөтөрөү буйынса реформаһы барышында ябылалар.

Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығының 2016 йылдың ғинуарындағы 1558 һанлы бойороғо менән Волгоград дәүләт университеты составына Волгоград дәүләт социаль-педагогия университетының Михайловкалағы филиалы инә[12], әммә 2016 йылдың 21 декабрендә бойороҡ ғәмәлдән сығарыла[13].

Фәнни тикшеренеүҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәнни тикшеренеүҙәр үткәрелә, бик күп ғилми мәктәптәр эшләй[14].

Дөйөм университет бүлексәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Китапхана[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Революцияға тиклемге баҫмалар, XX быуаттың 20-30-сы йылдарындағы документтар тупланған һирәк китаптар бүлеге һәм художество ҡиммәте булған хәҙерге заман китаптарынан торған ҙур китапханаһы бар. Ғилми китапхананың һәр фонды 903 самаһы дананан тора һәм электрон-фәнни-мәғрифәт баҫмалары менән тулылана.

Уҡыусылар Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр фондының Электрон китапханаһы ресурстарын: журналдарҙы, баҫмаларҙы, белешмә һәм мәғлүмәт базаһын ҡуллана[15].

Нәшриәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

ВолДУ-ның 1995 йылда ойошторолған нәшриәте бар, унда йыл һайын 25 мең дананан ашыу баҫма продукция сығара[16].

1996 йылдан «Вестник Волгоградского государстенного университета» фәнни журналы сыға.

2001 йылдан «Исследования молодых учёных» дисциплина-ара ғилми хеҙмәттәр йыйынтығы нәшер ителә.

Музей комплексы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Музей фонды 1996 йылда ректор О. В. Иншаков инициативаһы буйынса булдырыла (1997 йылда асыла), 2500-ҙән ашыу экспонат иҫәпләнә. Музей комплексын үҙ эсенә ВолДУ тарихы музейын, Курсант полктары музейын, Академик В. И. Борковскийҙың кабинет-музейын, Археология, антропология, этнология музейын ала[17].

Университеттың барлыҡҡа килеүе, аяҡҡа баҫыуы һәм барлыҡ тормошо тарихы сағылдырыла: университет төҙөлөшө, ректораты, структура подразделениелары, ғилми һәм спорт эшмәкәрлеге, факультеттар һәм фәнни мәктәптәр. Музей витриналары һәм стендтарында ВолДУ тарихы менән бәйле кешеләр тураһында һөйләгән материалдар урынлаштырылған. Музей экспозицияһы тулыландырыла.

Комплекс шулай уҡ «Университет тормошо хроникаһын» төҙөү менән шөғөлләнә; 2005—2009 йылдар ваҡиғаларын үҙ эсенә алған беренсе китап университеттың 30-йыллығына ҡарата 2010 йылда сыға.

Билдәле уҡытыусылар һәм студенттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Волгоград дәүләт университетының билдәле уҡытыусылары: Владимир Кучма, София Лопушанская, Владимир Миклюков (математик, «Сверхмедленный процесс» лабораторияһына нигеҙ һалыусы), Анатолий Скрипкин, Джучи Туган-Барановский, Игорь Тюменцев.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. (unspecified title) — 2003.
  2. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  3. https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=217.149.176.0%20-%20217.149.179.255&type=inetnum
  4. https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=2001:6d0:ffe0::/48&type=inet6num
  5. Список университетов — членов ассоциации (билдәһеҙ). Евразийская ассоциация университетов. Дата обращения: 18 сентября 2015.
  6. Члены-учредители АКУР (билдәһеҙ). Ассоциация классических университетов России (АКУР). Дата обращения: 18 сентября 2015.
  7. Члены МАПРЯЛ (билдәһеҙ). Международная ассоциация преподавателей русского языка и литературы (МАПРЯЛ). Дата обращения: 18 сентября 2015. Архивировано 24 октябрь 2015 года. 2015 йылдың 24 октябрь көнөндә архивланған.
  8. Волжский гуманитарный институт — Информация (билдәһеҙ). Официальный сайт ВГИ ВолГУ. Дата обращения: 18 сентября 2015. 2019 йылдың 13 сентябрь көнөндә архивланған.
  9. Урюпинский филиал ВолГУ (билдәһеҙ). Официальный сайт. Дата обращения: 18 сентября 2015. Архивировано 21 сентябрь 2015 года. 2015 йылдың 21 сентябрь көнөндә архивланған.
  10. В Урюпинске закрыли филиал Волгоградского государственного университета (билдәһеҙ). «Блокнот-Волгоград» (21 августа 2015). Дата обращения: 18 сентября 2015.
  11. В Урюпинске закрывают филиал ВолГУ (билдәһеҙ). Mail.ru (21 августа 2015). Дата обращения: 18 сентября 2015. Архивировано 16 октябрь 2015 года. 2015 йылдың 16 октябрь көнөндә архивланған.
  12. Приказ Министерства образования и науки Российской Федерации от 30 декабря 2015 г. № 1558 «О реорганизации федерального государственного автономного образовательного учреждения высшего образования «Волгоградский государственный университет» и федерального государственного бюджетного образовательного учреждения высшего профессионального образования «Волгоградский государственный социально-педагогический университет». Министерство образования и науки Российской Федерации, официальный сайт. Дата обращения: 16 ғинуар 2016. Архивировано 23 сентябрь 2016 года. 2016 йылдың 23 сентябрь көнөндә архивланған.
  13. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. .
  14. Ведущие научные школы и направления Волгоградского государственного университета (билдәһеҙ). Официальный сайт ВолГУ. Дата обращения: 18 сентября 2015.
  15. Библиотека ВолГУ — О библиотеке (билдәһеҙ). Официальный сайт ВолГУ. Дата обращения: 18 сентября 2015. 2016 йылдың 26 август көнөндә архивланған.
  16. Издательство (билдәһеҙ). Официальный сайт ВолГУ. Дата обращения: 18 сентября 2015.
  17. Музейный комплекс (билдәһеҙ). Официальный сайт ВолГУ. Дата обращения: 18 сентября 2015.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Волгоградский государственный университет: люди, события, факты, 1980—1999. — В.: Волгоградский гос. университет, 2000. — С. 260. — ISBN 5-85534-314-6, 9785855343144.
  • Высшее профессиональное образование в России. — М.: ООО "ОКВ «Образование и карьера», 2014. — С. 274. — ISBN 5-94701-037-2, 9785947010374.
  • Ханников А. А. Крупнейшие города России: Волгоград. — М.: ЛитРес, 2005. — С. 119. — ISBN 5-457-17873-0, 9785457178731.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]