Волгоград консерваторияһы
Волгоград консерваторияһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1917 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Серебряков Павел Алексеевич[d] |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Центральный район[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | список объектов культурного наследия: Центральный район (Волгоград)[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Рәсми сайт | serebryakovka.ru |
Указания, как добраться | улица Мира, 5а |
Волгоград консерваторияһы Викимилектә |
Юғары белем биреү муниципаль бюджет белем биреү учреждениеһы — «П. А. Серебряков исемендәге Волгоград консерваторияһы (институты)» - Рәсәй консерваторияларының береһе, 1917 йылда нигеҙләнгән, Волгоград ҡалаһындағы юғары сәнғәт уҡыу йорто[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Волгоград консерваторияһы тарихы 1911 йылдың 6 ғинуарында Царицында асылған музыка кластарҙан башлана. Әлеге кластар Мәскәү һәм Әстерхан урамдары мөйөшөндә урынлаша. Уҡытыу өс һөнәр буйынса ойошторола: скрипка, виолончель һәм фортепиано. Уҡыу өсөн түләү йылына 80 һум тәшкил итә.
1917 йылда музыка кластары музыка училищеһы тип үҙгәртелә.
1923—1936 йылдарҙа әлеге уҡыу йорто Сталинград музыка училищеһә тип исемләнә, һуңынан уға элекке исеме ҡайтарыла.
1930-сы йылдарҙағы уңышлы үҫешен Бөйөк Ватан һуғышы туҡтата, һуғыш һуңынан ҡаоаны тергеҙеү эштәре алғы планға сыға.
1957 йылда ғына Сталинград музыка училищеһы уҡытыу эшен ҡабаттан тергеҙә.
1961 йылда ҡаланың исеме үҙгәреү сәәпле уҡыу йорто Волгоград музыка училищеһы тип йөрөтөлә башлай.
1963 йылда Волгоград сәнғәт училищеһы итеп үҙгәртелә.
1989 йылда училищеға уҡыу йортоноң тәүге тамамлаусыларының береһе булған СССР-ҙың халыҡ артисы А. Серебряковтың исеме бирелә.
1994 йылда А. Серебряков исемендәге Волгоград юғары муниципаль сәнғәт училищеһы (сәнғәт колледжы) тип үҙгәртелә.
1996 йылда А. Серебряков исемендәге Волгоград муниципаль сәнғәт институтының уҡыу йортто тип үҙгәртелә. Институтта махсус урта һәм юғары профессиональ белем биреү кимәле һаҡланып ҡала[1].
2013 йылда яңы исем ала — А. Серебряков исемендәге Волгоград консерваторияһы.
2015 йылдан — юғары белем биреү муниципаль бюджет белем биреү учреждениеһы « А. Серебряков исемендәге Волгоград консерваторияһы (институт)».
Структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге ваҡытта консерватория юғары һәм урта махсус белеү биреү һәм өҫтәмә һөнәри биреү программаларыбуйынса эшләп килә[1].
- Юғары һөнәри белем биреү факультеттары
Факультет үҙ эсенә түбәндәге кафедраларҙы ала:
- Фортепиано башҡарыу оҫталығы кафедраһы
- Ҡыллы музыка ҡоралдары кафедраһы
- Тынлы һәм һуҡма инструменттар кафедраһы
- Халыҡ инструменттары кафедраһы
- Вокал сәнғәте кафедраһы
- Дирижерлыҡ кафедраһы
- Эстрада-джаз музыкаһы кафедраһы
- Музыка теорияһы һәм тарихы кафедраһы
- Урта һөнәри белем биреү факультеттары
Факультет үҙ эсенә түбәндәге предмет-цикл комиссияларын (ПЦК) ала:
- «Фортепиано»
- «Ҡыллы-һыҙғыслы музыка ҡоралдары»
- «Тынлы һәм һуҡма инструменттар»
- «Халыҡ инструменттары»
- «Вокаль сәнғәт»
- «Хор дирижерлығы»
- «Халыҡ соло һәм хор йыры»
- «Музыка теорияһы»
- «Дөйөм фортепиано»
- «Социаль-гуманитар дисциплиналар»
- «Живопись»
- Өҫтәмә белеү биреү факультеттары
Факультет үҙ эсенә ала:
- Квалификацияны күтәреү курсы
- Хор студияһы
- Сәнғәт өлкәһендә балалар һәм өлкәндәр өсөн өҫтәмә дөйөм белем биреү программалар буйынса уҡытыу
Билдәле тамамлаусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]— Мигуля Владимир Георгиевич (1965—1968)
— Серебряков Павел Алексеевич (1909—1977)
— Дубцова Ирина Викторовна (14 февраль 1982)
— Киселёв Анатолий Иванович (композитор) (1948—2020)
— Кудря Владимир Леонидович (1956)