Эстәлеккә күсергә

Волгодонскиҙың үҙәк китапханаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Волгодонскиҙың үҙәк китапханаһы

47°30′51″ с. ш. 42°09′33″ в. д.HGЯO

Адресы

Волгодонск

Нигеҙләнгән

1955

Фонд
Фонд күләме

100 000

Хеҙмәтләндереү
Башҡа мәғлүмәт
Директор

Ирина Алтухова

-

Волгодонск үҙәк китапханаһы  — Ростов өлкәһенең Волгодонск ҡалаһындағы үҙәк китапхана. 1938 йылда асыла.

Адресы: Волгодонск ҡалаһы, Ленин урамы, 75 йорт.

Волгодонск хакимиәте бинаһы

1955 йылдың 10 ноябрендә Волгодонск ҡалаһында үҙәк китапхана ойошторола. Был ваҡытта Волгодонск (1956) ҡасаба ғына була. Беренсе китапхана Гидроҡоролмалар идаралығы бинаһында бәләкәй генә бүлмәлә урынлаша (хәҙер Волгодонск ҡала хакимиәте бинаһы). Китапхана асылғанда уның фондында меңдән кәмерәк китап була.

Китапхананың беренсе директоры — Любовь Микульчик. 1955 йыл аҙағына китапханаға 400 кеше яҙыла. 1957 йылда, «Юность» ҡала мәҙәниәт Һарайы төҙөлгәс, унда китапханаға бүлмә бирелә. Ике йылдан китапханала балалар бүлеге булдырыла.

1965 йылда китапханала 2300 дана китап иҫәпләнә, уҡыусылар һаны өс меңдән ашып китә. 1966 йылда ҡала китапханаһы Морская урамындағы икенсе бинаға күсә. Унда 50 урынлыҡ уҡыу залы була. Китапхана фондында нәфис әҙәбиәт, матбуғат баҫмалары, һүҙлектәр, энциклопедиялар була. Ошо уҡ йылда ҡала әҙәби берекмәһе китапханала әҙәби музей аса. Музейға нигеҙ һалыусы яҙыусы һәм әҙәбиәт белгесе Владимир Смиренский була. Музейҙа Волгодонск әҙәбиәтселәренең, шулай уҡ Ростов, Ленинград, Мәскәү яҙыусыларының материалдары бар.

1973 йылда үҙәк китапхана Ленин урамындағы 61-се йортҡа күсә. Әлеге ваҡытта был бинала ҡаланың балалар китапханаһы урынлашҡан. 80-се йылдарҙа китапханасылар булған китаптарҙы пропагандалау менән әүҙем шөғөлләнә башлай. Китапханасылар ятаҡтарҙа, предприятиеләрҙә презентациялар ойошторалар, мәғлүмәт көнө үткәрәләр, килгән яңы әҙәбиәт тураһында мәғлүмәт бирәләр.

Туҡһанынсы йылдарҙа, компьютерлаштырыу башланыу менән, үҙәк китапханала хоҡуҡ, иҡтисад, тыуған яҡты өйрәнеү, әҙәбиәт ғилеме һәм башҡа өлкәләр буйынса электрон мәғлүмәт базаһы булдырыла. Китапханала интернет селтәренә тоташтырылған компьютерҙар урынлаштырыла. Ҡалала үҙәкләштерелгән китапхана системаһы булдырыла.

2008 йылда үҙәк китапхана Ленин урамы, 75 адресы буйынса яңы, уның өсөн махсус төҙөлгән бинаға күсә. Хәҙерге ваҡытта Волгодонск ҡала китапханаһы фондында 633 мең дана тирәһе китап иҫәпләнә, шуларҙың 100 меңгә яҡыны үҙәк китапханала урынлашҡан.

Хәҙерге ваҡытта китапханала һөнәри оҫталыҡ конкурстары, «Йыл китапханасыһы — 2009», «Йыл проекты — 2010» һәм башҡа саралар ойошторола.

  • Кудинова, Р. Социальная сфера: бюджетные контуры 2017-го : начальник отдела культуры Н. Г. Бондаренко рассказала журналистам о преобразованиях в библиотечной сфере города] // Волгодонская правда. — 2016. — 14 мая. — С. 7.
  • Библиотека года: // Свой мир. — 2011. — 3 июня. — С. 2.
  • От прошлого к будущему // Местное время. Волгодонск. — 2011. — № 8 (дек.). — С. 3/
  • Алтухова И. Ю. Священный храм живых печатных слов: Свой мир. — 2011. — 27 мая. — С. 4.
  • Городской, А. Ночь в библиотеке: [о мероприятии Центр. б-ки] Волгодонская правда. — 2013. −30 апр. — С. 1.
  • Сведения о работающих районных библиотеках Ростовской области на 1 июня 1943 года. Госархив Ростовской области. ф. р. 4045 оп. 1. д. 80.
  • Сведения о состоянии библиотечной работы. Госархив Ростовской области. ф. р. 3737 оп. 2. д. 261.