Эстәлеккә күсергә

Волков йорто (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Волков йорто
Ил Рәсәй
Урыны Таганрог, Петр урамы, 103а
Төҙөлгән ваҡыты XIX быуаттың беренсе яртыһы
Бөгөнгө хәле яҡшы

Тышҡы рәсемдәр
Таганрог. Дом Волкова

Волков йорто — Таганрог ҡалаһындағы Петр урамы, 103а адресы буйынса урынлашҡан боронғо айырым йорт. Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты (Ҡарар № 301 18.11.92 йыл).

Петр урамындағы 103а һанлы ике ҡатлы йорт, XIX быуаттың беренсе яртыһында, надворный советник Степан Степанович Волков аҡсаһына төҙөлгән. С. С . Волков Таганрог ҡала башлығы янындағы төрмәләр буйынса комитет ағзаһы булған.

Надворный советник вафат булғандан һуң, 1880-се йылдарҙа йорт уның ҡыҙҙары: Глафира, Зинаида, Ольга һәм Любовь ҡарамағында булған. 1910 йылда улар йортто төрөк кешеһе Антон Косталасҡа һаталар, ә йортҡа һул яҡтан төкәтеп эшләнгән йортто шул уҡ ваҡытта уның ҡатыны Аргирия Пантелеевна һатып ала. Косталос ғаиләһе ошо ике йортта йәшәй. 103а йортонда Антон Косталас ресторан-кафе аса. Йортҡа уң яҡтан тағы бер бер ҡатлы төкәтмә төҙөй һәм унда ҙур булмаған магазин тота. Косталас кафеһында күңелле һәм йәнле була — гректар күңел асырға һәм яҡшы итеп ваҡыт үткәрергә белгән һәм бик яратҡан. Йорт хужаһының ағайы Дмитрий Косталас Таганрогтағы Коммерция тыҡрығында урынлашҡан «Караис» ҡунаҡханаһы хужаһы булған.

1912 йылда Косталас йорто ихатаһының бер өлөшөн эшҡыуар А. Д. Гернштейн ҡуртымға ала. Ихатала ул йортҡа 12x20 метр үлсәмендә оҙон бина төкәтеп төҙөтә һәм унда «Россия» электробиографы аса, унда фильмдәр күрһәтелә. Был театр-электробиограф ул ваҡытта ҡалала иң һыйҙырышлы кинотеатр була.

Совет власы йылдарында был йортта Яңы драма театры эшләй, һуңынан унда металлистәр клубы була. 1934 йылда бина күн заводы клубына бирелә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, немец оккупацияһы осоронда, бинаны Украина халыҡ театры биләй. Һуғыштан һуң бинала күн заводы кинотеатры һәм клубы була. Яңы иҡтисди сәйәсәт йылдарында Антон Косталастың кафеһын ашханаға бирәләр.

Хәҙерге ваҡытта бинала күп һанлы магазиндар урынлашҡан.

Архитектура үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Надворный советник Волков төҙөткән ике ҡатлы кирбес йорт бейек колонналы, колонналар йорттоң периметры буйынса сығынтылары булған кәрниз менән бөтә, ике яҡлы ҡыйығы була. Аҡ төҫкә буялған.

Бина төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты исемлегенә индерелгән (Ҡарар № 301 18.11.92 йыл).

Гаврюшкин О. П. Вдоль по Питерской (Хроника обывательской жизни). — Таганрог: БАННЭРплюс, 2000. — 436 с.