Эстәлеккә күсергә

Вологда ирҙәр гимназияһы бинаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вологда ирҙәр гимназияһы бинаһы
Нигеҙләү датаһы 1804
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Вологда
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Вологодская область/Вологда[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Указания, как добраться Галкинская улица, 1 (Советская улица, 8)
Карта
 Вологда ирҙәр гимназияһы бинаһы Викимилектә

Вологда ирҙәр гимназияһы бинаһы — өс ҡатлы йорт. Ул XVIII быуат аҙағында Вологда өлкәһе, Вологда ҡалаһының Галкин урамында төҙөлгән йорт. Төбәк әһәмиәтендәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы. Әлеге ваҡытта бинала Вологда дәүләт университетының уҡыу бүлмәләре урынлашҡан .

XVIII быуат аҙағында был бина Вологда ҡалаһының Парадный майҙанын (хәҙер Совет майҙаны) уратып торған ҡоролмалар иҫәбенә ингән. Ҡоролма үҙе тарихында бер нисә тапҡыр үҙгәртеп ҡорола һәм беҙҙең көндәргә, бер нисә тапҡыр үҙгәртеп ҡороулоуы арҡаһында, үлсәме байтаҡҡа артып килеп еткән.

Был классицизм стилендә төҙөлгән эре объекттың өҙөлөшө 1781 йылда башлана. Барлыҡ төҙөлөш эштәре Вологда губернаһының архитекторы Петр Федорович Бортников етәкселеге аҫтында башҡарыла һәм 1785 йылда тамамлана. Йәмәғәт ҡарау приказы бинаның тәүге хужаһы була. Оло Петровка урамы (хәҙер Галкин урамы) буйына ҡараған был айырым йорттоң ҡанатында ҡарттар һәм эшкә яраҡһыҙ кешеләр өсөн приют (странноприимный йорт) һәм лазарет асыла. 1786 йылдан алып бинаның икенсе ҡанатында, Парад майҙанына сыҡҡан өлөшөндә, төп халыҡ училищеһы урынлашҡан була.

1804 йылда халыҡ мәғарифы министры бойороғона ярашлы был училище губерна малайҙар гимназияһы тип үҙгәртелә. Мәғрифәтселек рухы һәм архитектура объекттары эштәр министрлығының 1821 йылда архитектура объекты Халыҡ мәғарифы һәм дини эштәр министрлығына тапшырыла. Башта гимназия Мәскәү уҡыу округына, ә 1824 йылдан алып Санкт — Петербург уҡыу округына ҡарай.

1837 йылдан 1918 йылға тиклем бинаның мөйөш өлөшөндәге залы Сошествие Святого Духа йорт сиркәүе итеп ҡулайлаштырыла.

Совет власы йылдарында ҡоролмала берҙәм хеҙмәт мәктәбе урынлаша һәм эшләй, аҙаҡ икенсе баҫҡыс мәктәп, һуңғараҡ ветеринария институты урынлаша. 1930-сы йылдарҙа бинала № 22 и 27 урта мәктәптәренең уҡыусылары бында уҡый. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бинала № 1184 хәрби эвакуацион госпиталь урынлаша, ә һуғыштан һуң — бындағы медицина учреждениеһында һуғыш ветерандарын дауалайҙар. 1953 йылда йортта өлкә дауаханаһы урынлаша, ун бер йылдан һуң дауахана Лечебный урамындағы бинаға күсә[1].

Вологда ирҙәр гимназияһы бинаһы

1960-сы йылдарҙа бинаның көнсығыш ҡанаты төҙөлә, бында ХХ быуат аҙағында китапхана бүлмәләре урынлаша, ҡанаттың айырым ишеге булдырыла.

XХ быуат башында ғына бина заманса төҫөн ала. П хәрефе рәүешле был өс ҡатлы штукатурланған кирбес ҡаралты классик стилендә төҙөлгән.

Мезонинының фронтоны өсмөйөш формалы, ул төп фасадтың үҙәк өлөшөн ете ярым түңәрәк бағаналы портик менән тамамлаған. Ошо ете бағаналы, аҡ ташлы капителле, ионик ордерлы үҙәк портикҡа өсөнсө ҡат кимәлендә металл рәшәткәле балкон төҙөлгән, ул бинаның фасадын биҙәп тора. Һулдан һәм уңдан дүрт бағаналы портиктар үҙәктәге портикка ҡарата симметриялы урынлашҡан. Фасадтың икенсе һәм өсөнсө ҡаттарындағы ҡабырғалағы ярым циркулле тәҙрә уйымдары ялған йоҙаҡ таштар менән уратып алынған һәм тәҙрәләр нәзәкәтле профилләнгән тәҙрә ҡашағалары менән биҙәлгән. Беренсе ҡаттағы тәҙрәләрҙең бер өлөшөндә арыҫлан битлекле таш йоҙаҡтар бар[2].

Башта бинаның фронтонында ике башлы бөркөтттөң рельефлы һүрәте урынлашҡан булған, хәҙер бында 1923—1936 йылдарҙағы СССР гербы рельефы урынлаштырылған.

1960 йылда бина төбәк әһәмиәтендәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы булып иҫәпләнә башлай. 1965—1966 йылдарҙа бында капиталь ремонт үткәрелә, ә һуңынан Төньяҡ-Көнбайыш политехник институтының дөйөм техник факультетындағы ситтән тороп уҡыу бүлеге урынлаштырыла, ул 1975 йылдың ғинуарында Вологда политехник институты тип атала, ә 1999 йылдың февраленән алып — Вологда дәүләт техник университеты, артабан 2013 йылдың октябренән — Вологда дәүләт университеты тип атала[3].

Әлеге ваҡытта бина уҡыу йорто итеп ҡулланылыуын дауам итә. Бында Вологда дәүләт университетының № 2 уҡыу корпусы урынлашҡан.

  • Касьяненко Т. В. Вологда: путеводитель. Тула, 2007.
  • Малков В. М. Улицы Вологды. Вологда, 1977.
  • Сазонов А. И. Моя Вологда: прогулки по старому городу. Вологда, 2006.
  • Степановский И. К. Вологодская старина: историко-археологический сборник. Вологда, 1890.