Волюталы айырым йорт (Новочеркасск)
Волюталы айырым йорт | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Новочеркасск |
Архитектура стиле | архитектура модерна[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | список объектов культурного наследия России в Новочеркасске[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1] |
Указания, как добраться | улица Дубовского, 31А |
Волюталы айырым йорт (Новочеркасск) Викимилектә |
Волюталы айырым йорт — Ростов өлкәһе Новочеркасск ҡалаһындағы айырым йорт. 1992 йылдан төбәк әһәмиәтендәге архитектура ҡомартҡыһы һәм мәҙәни мираҫ объекты булып тора[2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Новочеркасск ҡалаһында Дубовский урамы буйынса йорт элек Мария урамында урынлаша. XIX быуатта модрен стилендә төҙөлгән[2]. Йортто төҙөгәндә фасадын биҙәүгә ҙур иғтибар бүленә. Уны бик күп ҙур (волюта) ишенте биҙәй. Шул уҡ ваҡытта, был элементтар тик декоратив функция башҡара. Йорттоң архитектура биҙәлешенең бөтә деталдәре берҙәм орнаменталь-график алымда башҡарылған. Тәҙрә конструкциялары кәкре һыҙыҡлы рамдарҙан тора, йортҡа инеү ҙур контрофорс менән төҙөлгән[3].
Йортто төҙөгәндә семәрле ағас ишектәр ҡуйылған. Фасадын тере үҫемлектәргә оҡшаған һылап яһалған сәскәле орнаменттар биҙәй. Айырым йорттоң күләме ҙур түгел. Капиталь ремонт үткәргәндән һуң, күп кенә оригиналь элементтары, шул иҫәптән оригиналь ишек һәм тәҙрәләре юҡҡа сыҡҡан. Уларға алмашҡа, заманса пластик конструкциялар ҡуйылған[3]. Был йортта хәҙер пенсия фонды эшләй. 1992 йылдан төбәк әһәмиәтендәге архитектура ҡомартҡыһы һәм мәҙәни мираҫ объекты булып танылған[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Решение Малого совета Ростовского областного совета народных депутатов № 325 от 17.12.1992
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Объекты культурного наследия . Дата обращения: 27 март 2017. Архивировано из оригинала 28 март 2017 года. 2017 йыл 28 март архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 Новочеркасск. Энциклопедия. — Новочеркасск: ООО «Издательство Новопринт»,2005. — 720 с. 1257 ил. — С.87