Эстәлеккә күсергә

Ворошилкин йорто (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Ворошилкин йорто (Таганрог)
Ворошилкин йорто
XIX быуаттың беренсе яртыһының архитектура һәйкәле
XIX быуаттың беренсе яртыһының архитектура һәйкәле
Ил Рәсәй
Ҡала Таганрог, Шмидт урамы, 21
Архитектура стиле иртә классицизмдың ордерһыҙ рус стиле
Нигеҙләүсе сауҙагәр Тимофей Михайлович Ворошилкин
Нигеҙләнгән 1830 йыл

Ворошилкин йорто — төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты, ул ХIХ быуаттың беренсе яртыһында төҙөлгән архитектура һәйкәле. Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһының Шмидт урамында урынлашҡан, 21-се йорт[1].

Шмидт урамында 1830 йылда II гильдия сауҙагәре Тимофей Михайловия Ворошилкин Таганрог ҡалаһында ике ҡатлы йорт төҙөй. Билдәле булыуынса , 1874 йылдың 1 ғинуарында ул «Таганрог ҡала сәнәғәте ширҡәтенә» нигеҙ һала. Шмидт урамындағы уның йорто 1915 йылға тиклем сауҙагәрҙең вариҫтары ҡулындағы милек була. Һуңынан ул йортта Яновичтың гимназияһы эшләй. Аҙаҡ уны № 1 Хеҙмәт мәктәбе тип атайҙар. 1992 йылда йорт архитектура ҡомартҡыһы тип таныла һәм дәүләт һаҡлауы аҫтына алына[2].

Йорт иртә классицизмдың ордерһыҙ рус стилендә төҙөлгән . Тәҙрәләре эклектика стилендә, йорт калиткаһының икәүһе ярым колонналы, улар янындағыы ҡапҡалар дуға һымаҡ көмбәҙле. беренсе ҡаттың тәҙрәләре араһында рустовкалар. Тәҙрә аҫтында кирбес һалыуҙың элементы булған йоҙаҡ һымаҡ таштар. Йорттоң сухариктары ослайып торған кәрнизде биҙәй .Элекке сауҙагәрҙең йорт территорияһында ярым колонналы таш ҡапҡа ҡалдыҡтары һаҡланып ҡалған.