Вспоможёнка
Бина | |
Вспоможёнка
| |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Өфө |
Төҙөлөшө | 1901—1902 йылдар |
Статус | Архитектура ҡомартҡыһы |
Бөгөнгө хәле | Һүтелгән |
Вспоможёнка, рәсми исеме «Шәхси хеҙмәткә үҙ-ара ярҙамлашыу Йәмғиәте бинаһы», совет осоронда — «Уҡытыусы йорто».
Бина Өфө ҡалаһының архитектура ҡомартҡыһы була[1], Уралда аналогы булмаған ағас төҙөү сәнғәтенең уникаль һәйкәле.
Вспоможёнка 1901—1902 йылдарҙа Бекетовский урамы, 40-сы йорт адресы буйынса төҙөлә, һуңғараҡ адресы үҙгәрә — Социалистик урамы, 38-се йорт. 2003 йылдың йәйендә элиталы торлаҡ төҙөү арҡаһында йорт һүтелә[2].
Архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихсы П.Егоров билдәләй:
Бина-һәйкәл фасадтарының арихитектура декоры готикаға яҡынлаштырылған модерн стилендә башҡарылған. Тәҙрәләре ҡатмарлы витраж быялалы, ике ҡатлы, керетеп эшләнгән. Өсмөйөшлө аҫылынып торған фронтондың тимпаны әүернәгә алынған. Фасадтың тышы өҫтөнән готика фахверк имитацияһы һөртөлгән. Декор һырлы селтәр орнаменты менән тулыландырыла. XX быуат башы өсөн ғәҙәттән тыш ҙур тамаша залы ике ҡат тәҙрәле була (ул дәүерҙә Өфөлә берҙән-бер бындай типтағы йорт). Ҡабырға яғынан инеү урынының күтәрмәһе өҫтөнән аҫылынып торған селтәр биҙәүле һырлы ағас япмаһы һаҡланып ҡалған. Эҫке баҫҡысы һырлы ағас бағаналы.
1949 йылдың июнендә БАССР-ҙың Министрҙар Советы ҡарарына ярашлы Вспоможёнкаға дәүләт һаҡлауы аҫтындағы тарих һәйкәле статусы бирелә. 1992 йылдың май айында Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы Президиумы Указы буйынса һәйкәл Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының тарихи-мәҙәни мираҫы уникаль объекттарының исемлегенә индерелә.
Вспоможёнкала тарихи ваҡиғалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1917 йылдың февраль революцияһынан һуң Вспоможёнка асыҡтан-асыҡ социал-демократтарҙың эш үҙәге була. 1917 йылдың 5 мартында Вспоможёнкала беренсе ваҡытлыса Өфө эшсе һәм һалдат Советы ойошторола, совет осоронда бинаға мемориаль таҡтаһы ҡуйыла. 1917 йылдың 27 майында Вспоможёнкала 1-се Бөтә губерна Советтар съезы үткән.
Мәҙәни ваҡиғалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Электән бында йәшәгән кешеләр иҫләүенсә, 1916 йылдың ноябрь айында Константин Бальмонт үҙенең шиғырҙары менән сығыш яһай.
Башта бинала Шәхси хеҙмәткә үҙ-ара ярҙамлашыу Йәмғиәте идаралығы урынлашҡан, шулай уҡ уңың китапханаһы, түңәрәк занятиеларын һәм уйындар үткәреү өсөн бүлмәләре, клуб, йәкшәмбе мәктәбе, халыҡ университеты. Бүлмәләр гастролдә йөрөгән труппалар артистарының сығыштары өсөн файҙаланылған, бында А. М. Горький, Н. В. Гоголь, А. Н. Островский пьесалары буйынса үҙешмәкәр спектаклдәре ҡуйылған.
Совет осоронда — уҡытыусылар китапханаһы, мәғариф хеҙмәткәрҙәре өлкә йорто, профсоюздар рескомы эргәһендәге ғилми китапхана.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Памятники природы и архитектуры Казахстана 2009 йыл 27 июль архивланған.
- ↑ Стирается память о прошлом