Эстәлеккә күсергә

Выборг ломбарды

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Выборг ломбарды
Нигеҙләү датаһы 1931
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Выборг
Архитектор Уно Ульберг[d]
Архитектура стиле функционализм[d]
Смежное здание Дом консула Роте[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Список объектов культурного наследия в Выборге — адреса А-К[d]
Мираҫ статусы выявленный объект культурного наследия России[d][1]
Адрес Luostarinkatu 2
Указания, как добраться Выборгская улица, 4
Карта
 Выборг ломбарды Викимилектә

Выборг ломбарды — коммерция тәғәйенләнешендәге бина, Выборгта 1931 йылда архитектор У. В. Ульберг проекты буйынса төҙөлгән. Ломбард бинаһы Выборг ҡалаһы үҙәгендәге Выборг урамының башында торған дүрт ҡатлы функционализм стилендәге йорт, ул архитектура һәйкәлдәре исемлегенә индерелгән.

1930 йылдар башында архитектор У. Ульберг үҙ проекттарының стилистикаһын үҙгәртә. Әгәр ҙә ул башта күренекле милли романтизм вәкиле булып торһа, хәҙер инде 1920 йылдарҙа төньяҡ европа неоклассицизмы йүнәлешендә эшләй, уның һуңғы эштәренә бөтә Финляндияла киң таралған функционализм һыҙаттарҙы хас. Ошо осорҙа был яңы стилендә Боронғо ҡалала төҙөгән тәүге ҡоролмаларының береһе булып Выборг ломбард бинаһы тора.

Модернистик ломбард бинаһы XIX быуат аҙағында төҙөлгән биналар солғанышында

1931 йылда төҙөлгән бик аҙ декорлы аҡ бинаның фасады үҙе янында торған бик бай биҙәлгән историзм (тарихилыҡ) осорона ҡараған күрше йорттарҙан ныҡ айырылып тора. Уны проектлаған саҡта У. Ульберг үҙ заманының заманса архитектураһын ҡуллана: тимер-бетон бағана-терәктәр һәм бинаның каркас конструкцияһы, йорттоң бөтә фасады буйынса быяла тәҙрәләр яңы төҙөлгән йортҡа заманса күренеш биреп тора. Беренсе ҡаты һәм цоколе гранит менән йөҙләнгән, унда симметриялы урынлашҡан айырым инеү һәм сығыу ишекле ҡабул итеү бүлмәһе һәм шулай уҡ административ бүлмәләр урынлашҡан. Өҫкө ҡаттарҙа һаҡланыуға тапшырылған әйберҙәрҙе һаҡлау өсөн келәт булған, уларға менеү өсөн ҙур йөк лифтлы баҫҡыс торған. Фасады, дөйөм алғанда, ҡыҫҡа, бер нисә ярым циркуляр ишек уйымдары менән йәнләндереп тамамланған, ул ишектәргә ҡыйыҡ аҫтында тиерлек үк торған ике түңәрәк тәҙрә тура килә[2].

Ҡала ломбарды Алвар Аалто китапханаһы, Выборг архивы, нәфис сәнғәт музейы, «Саво-Карел күмәртәләп сауҙа итеү» компанияһы бинаһы һәм «Карьяла» страховҡа компанияһы биналары менән бер рәттән «Аҡ Выборг» тип аталған Выборгтағы функционализмдың сағыу миҫалы булып тора.

Тимер-бетон терәү хәҙерге ҡунаҡхана интерьерында

Совет-фин һуғышы (1939—1944) барышында биналарҙың ломбардҡа терәлеп торғаны емерелә. Ә совет власы ваҡытында Оборона министрлығына ҡарамағына күскән элекке ломбард бинаһында хәрби келәт менән офицерҙар фатиры урынлашҡан. СССР тарҡалғас, бина оҙайлы осор буш торған, тик 2006 йылда йортҡа реконструкция тамамланғандан һуң ғына бинала хостел һәм магазин урынлаша.

  1. Приказ Комитета по культуре Ленинградской области № 01-03/15-63 от 01.12.2015
  2. Возвращенный Ульберг
  • Кепп Е.Е. Выборг. Художественные достопримечательности / Ред. О.В. Казаков. — Выборг: «Фантакт», 1992. — 200 с.
  • Мысько А.С. Архитектура Выборга разных эпох. Путешествия в прошлое. — СПб.: «Издательский центр «Остров», 2019. — 352 с. — ISBN 978-5-94500-136-7.
  • Неувонен П., Пёюхья Т., Мустонен Т. Выборг. Архитектурный путеводитель / Пер. Л. Кудрявцевой. — 2-е изд. — Выборг: «СН», 2008. — 160 с. — ISBN 5-900096-06-8.