Эстәлеккә күсергә

Вәлиуллин Ринат Риф улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вәлиуллин Ринат Риф улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 29 ноябрь 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (54 йәш)
Тыуған урыны Салауат, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яҙыусы, шағир, рәссам
Эш урыны Санкт-Петербург дәүләт университеты
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт университеты
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Вәлиуллин Ринат Риф улы (29 ноябрь 1969 йыл) — Рәсәй яҙыусыһы, шағир, филолог, рәссам. Юғары мәктәп уҡытыусыһы[1].

Ринат Риф улы Вәлиуллин 1969 йылдың 29 ноябрендә Салауат ҡалаһында тыуған. Ата-әсәһе профессияһы буйынса әҙәбиәттән бик йыраҡ булһалар ҙа, бала саҡтан уға китапҡа ҡарата һөйөү уята алалар. Ринаттың әсәһе Миңнерайхана Ғимәҙилислам ҡыҙы һәм атаһы Риф Зәкәриә улы заводта эшләгәндәр[1]. Тәүге китабы, үҙе иҫләүенсә, Носовтың Незнайка тураһында китабы. Ике йәшендә үк, өлкән ағаһы Альбертҡа эйәреп, уҡырға өйрәнә[1]. 1987 йылда Ринат Санкт-Петербургҡа университетҡа инеү ниәте менән юллана, әммә хыялы тормошҡа ашмай, һәм Ринат әрмегә китә. Әрме хәтирәләренә танып яҙыла ла инде уның бер китабы — «Путешествие в бескрайнюю плоть». Армиянан ҡайтҡас, Ринат Вәлиуллин Санкт-Петербург университетының филология факультетына (испан теле бүлеге) уҡырға инә[1]. Етди кимәлдә әҙәбиәт менән Ринат һуңыраҡ шөғөлләнә башлай. Беренсе шиғырҙар йыйынтығы («Варварство») 2010 йылда сыға, ә тәүге романы — «Кулинарная книга» «Антология» нәшриәтендә 2012 йылда баҫтырыла. Санкт-Петербургта йәшәй, университетта испан телен уҡыта[1]. Ринат Вәлиулиндың әҫәрҙәре Рәсәй китап һөйөүселәре араһында бик тиҙ популярлыҡ яулай, айырыуса интернет киңлектәрендә, ә цитаталары социаль селтәрҙәрҙә йәшен тиҙлеге менән тарала.

Ринат Вәлиуллин ижадының төп темалары — ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы мөнәсәбәттәр, үҙ-үҙен эҙләү, мөхәббәт. Урыҫ телендә ижад итә. Рәссам булараҡ Ринат үҙ китаптарын тыштарын үҙе биҙәй. Уның һүҙҙәренсә, уны бигерәк тә плакат һүрәттәре ҡыҙыҡһындыра. Тағы ла бер мауығыуы — сноуборд[1].

Ижадына ситтән ҡараш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе әҫәренән үк тәнҡитселәр Ринат Вәлиуллиндың ижадына урыҫ классикаһы йоғонтоһо тураһында яҙалар[1]. Автор үҙе Владимир Маяковскийҙы иң яратҡан шағирҙарының береһе, тип әйтә. Ҡайһы бер тәнҡитселәр Ринат Вәлиуллиндың ижадын бик юғары баһалап, уның китаптары заманса әҙәбиәттә яңы һүҙ тип һанайҙар Ринат Вәлиуллин Латин Америкаһы әҙәбиәте менән мауыға, уға Хулио Кортасар, Марио ВаргасЛьоса, Габриэль Гарсия Маркестар яҡын. Шулай уҡ уныңратҡан авторҙары араһында — Луи-Фердинанд Селин һәм Чарльз Буковски[1].

Үҙ ижадына ҡарашы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Минеңсә, «яҙыусы» — ул, дөрөҫөрәге, хобби, профессия түгел, йәғни — күңел талабы. бында, моғайын, рәсәй һәи көнбайыш ҡараштары араһындағы төп айырма. Әлбиттә, беҙҙә лә ҡайһы берҙәр «яҙыусы булып бик уңышлы эшләйҙәр». Минең өсөн был эш түгел, ә рәхәтлек. Мин үҙ-үҙемде, бер нисә бит яҙыр өсөн, дүрт диуарға бикләмәйем, һүҙҙәр үҙенән-үҙе миңә буш ваҡытта сәй эскәндә килә.Ҡыйынлыҡтар һуңғы этаптарҙа, нимәнелер яндырырға, ҡыҫҡартырға тура килгәндә, башлана. Мине һүҙҙәр менән уйнау мауыҡтыра. Бала саҡтан мине һүҙҙәр үҙенә тарта ине. Яҙыусы булараҡ минең бурысым — һүҙҙәр ярҙамында уҡыусының күреү, ишетеү, тойоү, еҫ һиҙеү,хис итеү һәләттәрен ҡуҙғатыу[2].

Шиғырҙар йыйынтыҡтары Первый завтрак" (2009); «Варварство» (2010); «Песни открытых форточек» (2011); «Разбивая розовые очки» (2011—2012); «Кофе на утреннем небе» (2012); «Стихи для гурманов» (2012—2013); «Карта вин» (2013); «МАТ в два слова» 18+ (2010—2013); «Стихи для гурманов −2» (2014).

Прозаһы

Роман «Кулинарная книга» (2013); Роман «Где валяются поцелуи» (2013); Роман «В каждом молчании своя истерика» (2014); Роман «Путешествие в бескрайнюю плоть» (2014); «Повесть о настоящем Шарике» (полная версия, 2014; Трилогия «Пятое время года» (2014); Роман «Соло на одной клавише» (2015).

Ринат Валиуллин

Лучшие книги Рината Валиуллина

Ринат Валиуллин: «Сегодня дистанция между людьми сократилась до минимума»