В. А. Мемориэл Стэдиум

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
В. А. Мемориэл Стэдиум
ингл. V.A. Memorial Stadium
Нигеҙләү датаһы 1955
Рәсем
Дәүләт  Америка Ҡушма Штаттары
Административ-территориаль берәмек Чилликоти (Огайо)
Рәсми асылыу датаһы 1955
Һыйым 3000
Карта

В. А. Мемориэл стэдиум (ингл. V. A. Memorial Stadium ) ― Ветерандар эштәре буйынса Идаралыҡ Госпитале (Veterans Administration Hospital) территорияһындағы бейсбол стадионы, АҠШ-тың Огайо штатындағы Чилликоти ҡалаһында урынлашҡан. Чилликоти Пэйнтс бейсбол клубының йорт майҙаны. Майҙансыҡ бейсбол уйыны өсөн файҙаланылһа ла, бында шулай уҡ софтбол һәм футбол ярыштары, шулай уҡ спорт булмаған саралар үткәрелә.

Стадион өс меңдән артыҡ кеше һыйҙыра. Төп трибуна түшәм аҫтында урылашҡан һәм бетон һәм кирбестән эшләнгән. Ул үҙ эсенә 12, уларҙың тәүге алтыһы ― арҡалы, тамашасылар ултырыу урынын алған. Шулай уҡ бында тағы ике өҫтәмә асыҡ трибуна бар. 2006 йылға тиклем булдырылған, һуңынан яһалма менән алмаштырылған, яланда натураль газон үҫә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Стадион 1954 йылда балаһы хәрби хеҙмәттә булған әсәләргә ярҙам итеү менән шөғөлләнгән Blue Star Mothers of America коммерцияға ҡарамаған ойошманың аҡсаһына төҙөлгән. Башта ул госпиталь пациенттары софтбол уйнау мөмкинлегенә эйә булһын тигән маҡсатта ойошторолған.

1993 йылда, ул мәлдә Чилликоти Пэйнтс клубы ҡараған Фронтир Лигаһы В. А. Мемориэл Стэдиумды үҙенең төп майҙансыҡтарҙың береһе тип иғлан итә. Ветерандар эштәре буйынса департаменты менән хеҙмәттәшлек иткән Пэйнтс Чилликоти етәкселеге стадионды яңыртып ҡора, һәм клуб ҡатнашлығындағы беренсе уйын 1993 йылдың июнендә үтә.

2006 йылда ҡала Росс округы хакимиәте вәкилдәре урындағы спорт һөйөүселәр ойошмаһы менән бергә стадионды артабан төҙөкләндереү[1]менән шөғөлләнә.

Шулай уҡ стадионда «Бер аҙ эстә» фильмының ҡайһы бер сәхнәләре (A Little Inside, 1999)[2] төшөрөлгән.

Спорт саралары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Лига Проспекты Чилликоти Пэйнтс.
  • 2008—2011 йылдар: Mid-American[3]конференцияһының бейсбол буйынса чемпионаты.
  • 2009—2011 йылдар: Бөйөк Күлдәр университет-ара спорт конференцияһының бейсбол буйынса чемпионаты (GLIAC)[4].
  • Бейсбол буйынса район һәм төбәк чемпионатының III дивизионы (OHSAA).
  • Төньяҡ яр спорт конференцияһының бейсбол буйынса чемпионаты.
  • Бейсбол һәм футбол буйынса даими матчтар (OHSAA).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Chillicothe Paints Official Website:Stadium Information. Дата обращения: 4 июнь 2009. 2009 йыл 16 май архивланған.
  2. Internet Movie Database. Дата обращения: 7 июнь 2009.
  3. MAC Baseball Leaving V.A. memorial Stadium. www.mac-sports.com. Дата обращения: 22 июль 2011.(недоступная ссылка)
  4. GLIAC Baseball tournament website. Дата обращения: 22 июль 2011.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]