Эстәлеккә күсергә

В. П. Чкалов мемориаль музейы (Чкаловск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
В. П. Чкалов мемориаль музейы
Нигеҙләү датаһы 1940
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Чкаловск[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Нижегородская область/Чкаловский район[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Указания, как добраться улица Чкалова, 5
Карта
 В. П. Чкалов мемориаль музейы (Чкаловск) Викимилектә

В. П. Чкалов мемориаль музейы — күренекле осоусы, Советтар Союзы Геройы В. П. Чкалов иҫтәлегенә арналған мемориаль комплекс.

Был комплекс лётчик тыуып-үҫкән йорт-музейҙан һәм XX быуаттың 30-сы йылдарындағы самолеттар коллекцияһы торған павильон-ангарҙан ғибәрәт.

Түбәнге Новгород өлкәһе Чкаловск ҡалаһында Чкалов урамы, 5-се йортта урынлашҡан.

1938 йылдың 15 декабрендә Валерий Павлович Чкалов самолетты һынау ваҡытында һәләк була. СССР Хөкүмәте Чкалов иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн лётчик йортонда музей булдырырға ҡарар ҡабул итә. Музей 1940 йылдың 7 июлендә асыла.

1956 йылда Горький һыуһаҡлағысы барлыҡҡа килә һәм музей йортон һыу баҫыу урынынан ситкә күсерәләр.

Музей 1904 йылдың 2 февралендә Чкалов тыуған өйҙә асыла. Йортто 1896 йылда легендар лётчиктың атаһы Павел Григорьевич — Волга буйындағы Түбәнге Новгородтың типик өйҙәре кеүек һалған була.

Музейҙың беренсе бүлмәһе — Чкаловтар ғаиләһенең элекке аш бүлмәһе. Бүлмәнең экспозицияһы Чкаловтың бала сағы һәм йәшлегенә арналаған. Унда лётчиктың сумка-ранецы, снаряд гильзаһынан Валерий эшләгән латун көрөшкә, ул яратып уйнаған лото, сана ҡуйылған. Бүлмәнең стенаһында — Валерий ата-әсәһенең, беренсе уҡытыусыларының фотолары, үҙе төшөргән мәктәп һүрәте бар.

Экспозицияның киләһе бүлеге Валерийҙың Череповец техучилищеһында уҡыған йылдары тураһында һөйләй. Музей Чкалов тормошоноң был осорона ҡараған экспонаттарын тапҡан: училище мастерҙары фотолары, училище бинаһы, уның биләмәһе, «Баян» пароходы фотолары бар. «Баян» менән Чкалов тормошондағы боролош бәйле. Чкалов тәүге тапҡыр уның палубаһынан Волга өҫтәнән осоп барған гидросамолетты күрә. Шунда уның лётчик булыу хыялы барлыҡҡа килә.

Ошо уҡ бүлмәлә лётчиктың пробканан эшләнгән шлемы тора. Был шлемды кейеп, Чкалов беренсе тапҡыр самолетты үҙе йөрөтоп оса.

Икенсе бүлмәнең экспонаттары уның авиациялағы оҫталыҡ үҫеше тураһында һөйләй. Музейҙың стендтарында — фото, документтар, һүрәттәр бар. Бында зыян күргән мотор цилиндры, Валерий Павлович үҙ ҡулы менән маршруттар билдәләгән осоу картаһы бар.

Киләһе бүлмәләге экспонаттар Чкаловтың ике тапҡыр легендар туҡтауһыҙ осошо тураһында һөйләй. Витринала Чкаловтың осоусы костюмы, файҙаланған зажигалкаһә, тәмәке төрөпкәһе, бәкеһе бар. Айырыуса иғтибарҙы йәлеп иткәне — «тинлек тәңкә», уны лётчик үҙенең салбар кеҫәһенән таба — Америкала бер эшҡыуар лётчикка ул тәңкәне 100 долларға һатып алырға тәҡдим итә.

Музейҙың артабанғы бүлмәһе — элекке ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү бүлмәһе. Бындағы экспонаттар Чкаловтың тыуған иленә ҡунаҡҡа ҡайтыуҙары тураһында һөйләй. Тәҙрә янында ҙур имән өҫтәл, унда ҡара һауыты һәм яҙыу приборҙары, телефон, тартылып бөтмәгән бер пачка папирос, китаптар этажеркаһы. Бүлмә уртаһындағы өҫтәлдә һауыт-һаба, ә стена янында ябай тимер карауат, ул байка юрған менән ҡапланған. Витринала Чкаловтың туғандарына алып ҡайтҡан бүләктәре һәм ил хеҙмәтсәндәренең легендар лётчикка биргән бүләктәре тора. Улар араһында бигерәк тә АНТ-25 самолет моделе айырылып тора. Был моделде Павлов ҡалаһы оҫталары 74 бәкенән яһаған.

Павильон-ангар
АНТ-25 ангарҙа.

Һуңғы бүлмә — Чкаловтарҙың элекке йоҡо бүлмәһе. Был бүлмәләге экспонаттар В. П. Чкаловтың һуңғы көндәре тураһында һөйләй. Витринала уның һуңғы тапҡыр осҡанда кейгән кейеме һәм асылмаған парашюты һаҡлана. Бүлмәнең стенаһында — атаҡлы лётчик менән хушлашыу минуттарын сағылдырған фотолар.

Йорт янында павильон-ангар бар, ул 1957 йылда төҙөлә. Бында 1930-сы йылдар авиация техникаһы: АНТ-25, И-16, И-17, у-2 самолеттары, шулай уҡ В. П. Чкаловтың шәхси «Паккард» автомобиле тора.

  • Маринов В. М. Мемориальный музей В. П. Чкалова. — Горький: Волго-Вятское кн. изд-во, 1977.
  • На родине Чкалова. — Москва, 1989.
  • Михаил Лисов Мемориальный музей Чкалова (рус.) // Авиация и космонавтика. — М., 2016. — № 10. — С. 8-11.