Эстәлеккә күсергә

Октавиан Август

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Гай Юлий Цезарь Октавиан битенән йүнәлтелде)
Гай Юлий Цезарь Октавиан
GAIUS IULIUS CAESAR OCTAVIANUS
Гай Юлий Цезарь Октавиан
Рим императоры
16 ғинуар б. э. т. 27 й — 19 август 14 йыл
Дауамсы: Тиберий Цезарь Август
 
Дине: Боронғо Рим дине
Тыуған: 23 сентябрь б. э. т. 63({{padleft:-63|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Рим
Үлгән: 19 август 14({{padleft:14|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (76 йәш)
Нола
Ерләнгән: Август мавзолейы, Рим
Нәҫел: Юлии-Клавдии
Исеме: лат. C. Octavius C.f.[1]
Атаһы: Гай Октавий
Әсәһе: Атия Бальба Цезония
Ҡатыны: 1. Клодия (б. э. т. 41)
2. Скрибония (б. э. т. 40 — б. э. т. 39)
3. Ливия Друзилла (38  — 14 йыл)
Балалары: дочь: Өлкән Юлия (Скрибониянан)

Гай Ю́лий Це́зарь А́вгуст (лат. Gaius Iulius Caesar Augustus, бала саҡта Гай Октавий Фурин, Gaius Octavius Thurinus; 23 сентябрь, б. э. т. 63 йыл, Рим — 19 август 14 йыл, Нола) — рим сәйәси эшмәкәре, принципатҡа нигеҙ һалыусы(исем менән Imperator Caesar Augustus, б. э. т. 27 й.), Бөйөк понтифик б. э. т. 12 йыл), Ватан атаһы (б. э. т. 2 йылдан). Цезарҙең туғанының ейәненең улы, уллыҡҡа алынған.

Шулай уҡ күп тапҡырҙар консул, трибун, цензор.

Вафаты мәленә тулы титулы: Imperator Caesar Divi filius Augustus, Pontifex Maximus, Consul XIII, Imperator XXI, Tribuniciae potestatis XXXVII, Pater Patriae (Император, Илаһи Цезарь улы, Август, Бөйөк Понтифик, Консул 13 тапҡыр, Император 21 тапҡыр, халыҡ трибуны хакимлығы 37 тапҡыр, Ватан Атаһы).

Бала саҡта — Гай Октавий Фурин Gaius Octavius Thurinus. Юлий Цезарь уны уллыҡҡа алғандан һуң Гай Юлий Цезарь Октавиан тип аталырға тейеш булған (суффикс -ан Октавийҙар тоҡомонан икәнен күрһәтә). Мәгәр Цезарҙең вариҫы бер ваҡытта ла был исемде әйтмәгән, сөнки түбәнерәк сығышлы Октавийҙарҙан булыуын йәшерергә тырышҡан. 27 йылда (Империя барлыҡҡа килгән тип һаналған йыл), граждандар һуғыштарында еңеп сыҡҡандан һуң сенат уға «Август» (лат. Augustus тигән маҡтаулы исем бүләк итә,(илаһиҙар ололоҡлаған, йәки дәүләтте ололоҡлаған тигән мәғәнә). Был титулды принцепс исеменә ҡушып Император Цезарь Август тип аталып йөрөй башлай. Мәгәр Рим империяһы хакимдары артабан үҙҙәрен гел шулай атау сәбәпле, айырымлар өсөн үҙе онотторорға тырышҡан Октавиан, йәки Октавиан Август тип атайҙар.

Бала сағы һәм үҫмер йылдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атаһы үлеп ҡалғас, малайҙы тол ҡалған әсәһе Атия ҡарай, әммә малай күберәк өләсәһе Юлия янында йөрөй. Атия Юлия Цезарҙең туғаны була, шуға ла Цезарь уның улын Римдә сәйәси карьераға әҙерләй башлай. Октавиан эргәһендә бала сағында ҡол-педагог Сфэр һәм александрия философы Арий булғаны билдәле. Октавиан ораторлыҡ оҫталығына ныҡ иғтибар итә — 12 йәшендә үк әле өләсәһе Юлияның йыназаһында телмәр тота, әммә ғүмер буйы алдан әҙерләнгән ҡағыҙ буйынса уҡый.

Октавиан хакимлыҡ өсөн көрәш шарттарында үҫә. Цезарь менән Помпей араһында һуғыш башланғас, малайҙы Цезарҙең вариҫы тип үлтереп ҡуймаһындар өсөн йәшереп тоталар. . Октавиан сирләшкә генә булһа ла 15 йәшенән дәүләт йомоштарын үтәй башлай, хатта Рим префекты ла булып ала. Помпейға һөжүмдән һуң Цезарь уны Аполлонияға ебәрә, бында Октавиан белем алыуын дауам итә һәм Агриппа менән берлектә Парфияға ҡаршы һуғыш әҙерләргә тейеш була.

Цезарҙән мираҫ алыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тиҙҙән Октавиан әсәһенән Цезарҙе үлтереүҙәре тураһында хат ала. Әсәһе менән үгәй атаһы Римдә күренмәҫкә кәңәш итә. Италияға йәшерен генә килеп, Октавиан. сенаттың Цезарҙе тиран тип атап Тибрға ташлатыуҙан баш тартыуын белә. Васыятында Цезарь Октавианды уллыҡҡа алыуын һәм мөлкәтенең күп өлөшөн уға ҡалдырыуын яҙған була. Быны ишеткәс, Октавиан әсәһе менән үгәй атаһын һүҙен тыңламай, мираҫты алырға була һәм үлтереүселәрҙән үс аласағын белдерә.

Антоний менән хакимлыҡ өсөн көрәш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәгәр власҡа Марк Антоний килеп өлгөргән була, ул Цезарҙең ҡатыны Кальпурниянан аҡса ала һәм ғәскәр ҙә уның яҡлы була. Октавиан уны еңеүгә бар оҫталығын һала. Цицерондың ихтирамын ҡаҙанғас, тегеһе сенатта уны яҡлап сығыш яһап, кәрәкле ҡарарҙар ҡабул ителеүгә өлгәшә. Октавиан Антоний менән берсә дошманлаша, берсә уға яҡты йөҙ күрһәтә. Ҡаршы яҡтар һуғыш башлағас та, еңелгән Антонийҙы үлтермәй ебәрә. Үҙенә ҡаршы сығыусыларҙы еңгәс, Октавиан Римгә ҡайтып, үҙенең триумфын таныуҙы талап итә.

Октавианды йәш тип сенат кире ҡаҡҡас, Октавиан Антоний һәм Марком Лепид менән сенатҡа ҡаршы берләшергә — икенсе триумвират төҙөргә өндәй. Сенат Октавианды консул итеүҙән дә баш тартҡас, Парламентёр Корнелий уны яҡлап сығыш яһай. Икеләнә башлаған сенаторҙарға хәнйәр күрһәтеп ул: «Бына нәмә уны консул итәсәк, әгәр быны һеҙ эшләмәһәгеҙ», — тип янай.

Август кәшәнәһе емеректәре

Октавиан Август Үҙе теләгәнсә — «яҡшы үлем» менән үлә. Атаһының иҫке йортонда, яҡындары, дуҫтары менән бәхилләшеп баҡыйлыҡҡа күсә. Дуҫтары менән бәхилләшкәндә, мин тормош кәмитен нисек уйнаным, тип һорай ҙа, грек шиғырын һөйләй: «Матур уйнаған булһам, ҡул сабып алҡышлағыҙ ҙа, күңелле итеп оҙатығыҙ». Күҙ йәштәрен ҡойған ҡатынына: «Ливия, йәшә, беҙҙең нисек йәшәгәнде хәтереңдә тот. Сәләмәтлек һиңә… Бәхил бул», — ти. Октавиан Август б.э.14 йылында, 19 августа э. Нолда үлә.

Октавиандың хәҙер Ватиканда торған данлыҡлы статуяһы

Август үҙ-ара һуғыштарҙан һуң иленә муллыҡ, хөр тормош биргән кеше. Юлий Цезарь кеүек даһи булмаһа ла, булдыра алған бар сараларҙы ҡулланып маҡсатына ирешә белгән шәхес. Фәнгә, сәнғәткә ихтирамы, үҙе лә шағир булараҡ, ул үҙ осрона исемен бирерлек хеҙмәт итә.

Август Рим империяһы тураһында статистик очерк һәм үҙ эштәре тураһында яҙмалар ҡалдыра — «Res Gestae Divi Augusti».

  • Клеопатра, историческая драма 1934 года — Ян Кейт (ингл. Ian Keith)
  • Клеопатра, пеплум 1963 года — Родди МакДауэлл (ингл. Roddy McDowall)
  • Цезари (ингл. The Caesars), британская серия фильмов 1968 года — Роланд Калвер (ингл. Roland Culver)
  • Я, Клавдий, мини-сериал 1976 года — экранизация одноимённого романа Роберта Грейвза и его продолжения «Божественный Клавдий». В роли Августа — Брайан Блессед (ингл. Brian Blessed)
  • Римская империя: Август, историческая драма 2003 года, первый фильм итальянского проекта «Imperium» — Беньямин Задлер, Питер О’Тул.
  • Рим, английско-итальянский телесериал, историческая драма 2005 года — Макс Пиркис (ингл. Max Pirkis), Саймон Вудс (инг.)баш.
  • Империя (ингл. Empire), 6-серийный американский фильм, историческая драма 2005 г. — Сантьяго Кабрера
  • Ночь в музее, американский семейный фильм 2006 года — Стив Куган
  • Август является одним из лидеров Римской цивилизации в пошаговой стратегии Civilization IV (отсутствовал в первом выпуске, но был добавлен в пакете расширения к игре) и в её обновленной версии Civilization IV: Warlords.
  • Также Август является лидером Римской цивилизации в продолжении серии, в игре Civilization V.
  1. Luke T. Cultivating the memory of Octavius Thurinus — 2015. — Т. 3, вып. 2. — doi:10.1515/JAH-2015-0012

«Деяния»:

  • Латинский текст
  • Деяния божественного Августа. / Пер. И. Ш. Шифмана. // Шифман И. Ш. Цезарь Август. Л., 1990. С. 189—199.
  • Деяния Божественного Августа / Пер. В. Г. Боруховича. // Хрестоматия по истории древнего мира: Эллинизм. Рим. М.: Греко-латинский кабинет Ю. А. Шичалина, 1998. С. 377—411.
  • Деяния божественного Августа. / Пер. А. Л. Смышляева. // История древнего Рима. Тексты и документы. М., 2004. С. 204—209.
  • В серии «Loeb classical library» «Деяния» изданы под № 152 (вместе с Веллеем Патеркулом).
  • В серии «Collection Budé»: Res gestae divi Augusti. Hauts faits du divin Auguste. 2007. CCXXXIV, 166 p.

Фрагменттар:

  • Машкин Н. А. Принципат Августа. Происхождение и социальная сущность. — М., Л.: Издательство Академии наук СССР, 1949. — 688 стр.
  • Шифман И. Ш. Цезарь Август. — Ленинград: «Наука». 1990 — ISBN 5-02-027288-4
  • Шаховская Л. Д. Молодость Цезаря Октавиана Августа. — М.: Кром, 1994 — ISBN 5-7119-0076-5
  • Парфенов В. Н. Император Цезарь Август. 2018 йыл 11 апрель архивланған.Армия. 2018 йыл 11 апрель архивланған.Война. 2018 йыл 11 апрель архивланған.Политика. 2018 йыл 11 апрель архивланған. — М.: Алетейя. 2001 — ISBN 5-89329-396-7
  • Кравчук Александр. Император Август. — М.: Радуга, 1994. — 288 стр. — (Серия «Исторический роман»).
  • Неродо Жан-Пьер. Август. — М.: Молодая гвардия, 2003. — 352 стр. — ISBN 5-235-02564-4 — (Серия «Жизнь замечательных людей»).
  • Холланд Ричард. Октавиан Август. Крестный отец Европы. — М., СПб.: АСТ, Астрель, 2010. — 352 стр. — ISBN 978-5-17-068217-1, 978-5-271-30472-9 — (Серия «Историческая библиотека»).
  • Петряков А. Великие Цезари. Творцы Римской Империи. — М., СПб.: Яуза, Эксмо, 2011. — 576 стр. — 3000 экз. — ISBN 978-5-699-48038-8 — Серия: Гении власти
  • Bleicken, Jochen (1998). Augustus. Eine Biographie . Berlin.
  • Galinsky, Karl. Augustan Culture . Princeton, NJ: Princeton University Press, 1998 (paperback, ISBN 0-691-05890-3).
  • Lewis, P. R. and G. D. B. Jones, Roman gold-mining in north-west Spain , Journal of Roman Studies 60 (1970): 169-85
  • Jones, R. F. J. and Bird, D. G., Roman gold-mining in north-west Spain, II: Workings on the Rio Duerna , Journal of Roman Studies 62 (1972): 59-74.
  • Jones, A.H.M. «The Imperium of Augustus», The Journal of Roman Studies , Vol. 41, Parts 1 and 2. (1951), pp. 112—119.
  • Jones, A.H.M. Augustus . London: Chatto & Windus, 1970 (paperback, ISBN 0-7011-1626-9).
  • Osgood, Josiah. Caesar’s Legacy: Civil War and the Emergence of the Roman Empire . New York: Cambridge University Press (USA), 2006 (hardback, ISBN 0-521-85582-9; paperback, ISBN 0-521-67177-9).
  • Raaflaub, Kurt A. & Toher, Mark (eds.). Between Republic and Empire: Interpretations of Augustus and His Principate . Berkeley; Los Angeles: University of California Press, 1993 (paperback, ISBN 0-520-08447-0).
  • Reinhold, Meyer. The Golden Age of Augustus (Aspects of Antiquity) . Toronto, ON: Univ. of Toronto Press, 1978 (hardcover, ISBN 0-89522-007-5; paperback, ISBN 0-89522-008-3).
  • Roebuck, C. (1966). The World of Ancient Times . New York: Charles Scribner’s Sons.
  • Southern, Pat. Augustus (Roman Imperial Biographies) . New York: Routledge, 1998 (hardcover, ISBN 0-415-16631-4); 2001 (paperback, ISBN 0-415-25855-3).
  • Zanker, Paul. The Power of Images in the Age of Augustus (Thomas Spencer Jerome Lectures) . Ann Arbor, MI: University of Michigan Press, 1989 (hardcover, ISBN 0-472-10101-3); 1990 (paperback, ISBN 0-472-08124-1).