Эстәлеккә күсергә

Галактикалар тупланмаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Галактикалар тупланмаһы
Рәсем
 Галактикалар тупланмаһы Викимилектә

Галактикалар тупланмаһы — галактикаларҙың гравитация юлы менән бәйләнгән системаһы, Ғаләмдә иң ҙур структураларҙың береһе. Диаметрының ҙурлығы буйынса — тиҫтәләрсә миллион яҡтылыҡ йылы[1].

Тупланмалар шартлы рәүештә ике төргә бүленә:

  • регуляр — дөрөҫ сфера формаһындағы тупланма, уларҙа эллиптик һәм үҙәк өлөштәре ап-асыҡ булып беленеп торған линзаға оҡшаш галактикалар өҫтөнлөк итә. Бындай тупланмалар үҙәгендә гигант эллиптик галактикалар урынлашкан. Регуляр тупланма өлгөһө — Вероника сәсе тупланмаһы.
  • иррегуляр — билдәле бер формаһы булмаған тупланма, галактикалар һаны буйынса регуляр тупланмаларҙан ҡалыша. Тупланмаларҙың был төрөндә спираль галактикалар өҫтөнлөк итә. Миҫал — Ҡыҙ тупланмаһы.

Тупланмаларҙың массалары Ҡояш массаһының 1013 -нән 1015 -кә тиклем.

2016 йылдың август аҙағында астрономдар шул мәлгә иң ҡарт галактикалар тупланмаһының (CL J1001+0220) урынын билдәләй һәм уның Секстант йондоҙлоғонда Ерҙән 11,1 миллиард яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашыуы тураһында хәбәр итә[2].

NIKA эскпериментында эшләгән ғалимдар командаһы[3] беренсе тапҡыр бер нисә галактика тупланмаһы бергә ҡушылғанда газ таралыу тиҙлегенең һүрәтен ала[4].

  • Эйбелла галактикалар тупланмаһы каталогы
  • Галактикаларҙы уғата ҙур булып тупланыуы Сверхскопление