Галанин йорто
Галанин йорто | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Грязовец[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Вологодская область/Грязовец[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1] |
Указания, как добраться | проспект Ленина, 64 / улица Урицкого, 42 |
Галанин йорто Викимилектә |
С. П. Галанин йорто — Вологда өлкәһе Грязовец ҡалаһындағы XX быуат башы төҙөлөшөнөң ике ҡатлы торлаҡ йорто. Төбәк әһәмиәтендәге тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡы. Әлеге ваҡытта йортта муниципаль белем биреү үҙәге урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1916 йылдан Грязовец картаһында ике ҡатлы йорт Сергей Павлович Галанин йорто булараҡ билдәләнә[2].
1929 йылда был айырым йорттоң бүлмәләрендә һуҡырҙар өсөн мәктәп урынлаша. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бында 3734-се эвакогоспиталдең подразделениеларының береһе урынлаша. Һуңынан бина бүлмәлрендә уҡыу-производство комбинаты урынлаша.
2010 йылдан 2013 йылға тиклем бинаны спорт мәктәбе биләй. Икенсе ҡатында балалар-үҫмерҙәр туризмы һәм экскурсиялар Грязовец Ярославль йорттоң икенсе ҡатында урынлашҡан район балалар-үҫмерҙәр туризм һәм экскурсия, балаларға өҫтәмә белем биреү үҙәктәрен интеграциялау унда 2011 йылда булған[3].
Беренсе ҡатта төрлө сауҙа предприятиелары, шул иҫәптән «Лада» магазины урынлаша
Архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йорт төбәк әһәмиәтендәге тарихи ҡомартҡы статусына эйә. Ҡоролманың үҙ шәхсән үҙенсәлеге бар. Бина тигеҙ яҡлы трапециянан ғибәрәт. Фасадында тарихи карница һәм пилястралар һаҡланған. Эске планы төҙөлөшө ваҡытынан алып ныҡ үҙгәргән. Бина эсендә икенсе ҡатҡа бетон баҫҡыс алып бара, эске кирбес бүлкәләр ҡуйылған. Баштағы интерьерында үҫемлектәр орнаменты менән ҡалҡыу биҙәкле түшәме һәм шулай уҡ көҙгө менән мөйөш мейесе һәм аркалы нишалары булған[4].
Хәҙерге торошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге ваҡытта айырым йортта балаларҙың Үҙәк өҫтәмә белем биреү филиалы урынлашҡан. 2020 йылда ремонт һәм реставрация эштәре үткәреү өсөн 20 миллион һум күләмендә аҡса бүленә, уларҙың һөҙөмтәһе буйынса бинала балаларға цифралы белем биреү «IT –Куб» үҙәге асыла. Был Вологдала шундай цифралы белем биреү үҙәгенең икенсеһе була[5][6].
Документтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Приказ от 20.10.2016 г. № 326-О г. Вологда. «ОБ УТВЕРЖДЕНИИ ОХРАННОГО ОБЯЗАТЕЛЬСТВА ОБЪЕКТА КУЛЬТУРНОГО НАСЛЕДИЯ РЕГИОНАЛЬНОГО ЗНАЧЕНИЯ "ДОМ ГАЛАНИНА, НАЧ. XX В."» (неопр.).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Постановление Губернатора Вологодской области № 945 от 15.10.2001
- ↑ Дом Галанина, Вологодская область, Грязовецкий район, г. Грязовец, ул. Ленина, д. 64 . Дата обращения: 13 ноябрь 2020.
- ↑ Дом Галанина — Грязовец.ру. gryazovets.ru. Дата обращения: 13 ноября 2020.
- ↑ Почти 20 миллионов рублей выделено на реставрацию «Дома Галанина» в Грязовце (рус.) (неопр.) ?. ranpress.ru. Дата обращения: 13 ноября 2020.
- ↑ В грязовецком доме Галанина откроют IT-куб | Газета "Премьер". premier.region35.ru. Дата обращения: 13 ноября 2020.
- ↑ Грязовецкий Центр цифрового образования «IT-Куб» разместится в Доме Галанина (рус.) (неопр.) ?. rostender.info. Дата обращения: 13 ноября 2020.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йорт Галанин 2020 йыл 13 ноябрь архивланған.
- Галанин Йорт. Яңы тормош 2020 йыл 13 ноябрь архивланған.
- Мираҫ. Йорт Галанин