Эстәлеккә күсергә

Галлелағы Роланд һыны

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Галлела Роланд һыны битенән йүнәлтелде)
Галлелағы Роланд һыны
Нигеҙләү датаһы 1245
Рәсем
Дәүләт  Германия
Административ-территориаль берәмек Галле
Жанр паблик-арт[d]
Карта
 Галлелағы Роланд һыны Викимилектә

Галлелағы Роланд һыны — Галле ҡалаһының Баҙар майҙанындағы Роланд һыны. Бейеклеге яҡынса дүрт метр тәшкил итә. Башҡа Роланд статуялары һымаҡ уҡ һәйкәл урта быуат ҡалаһының азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон сағылдыра. Статуя башта ағастан эшләнеп буялған була. Сәнғәт белгестәре статуяның нөсхәһен XIII быуат (1245 тирәһе) менән билдәләй. 1709 йылда ағас статуя яңы статуя өсөн күсермә була. Хәҙерге статуя 1854 йылда ҡомташтан эшләнә. Эшләнгән һынының хәҙерге ҡомташ . Шул саҡта уға өҫтәп итек, бирсәткә һәм фронтон формаһында пьедестал эшләнә.

1478 йылда Магдебург архиепискобы Эрнст Саксонский менән ҡаланың конфликтынан һуң, Галле үҙенең бөтә тиелек өҫтөнлөктәрен юғалта. Ошо сәбәп менән 1481/1482 йылдарҙан алып 1513 йылға тиклем Галлелағы Роланд һыны ағас кожух менән ҡаплана. Шулай уҡ йыл һайын башҡарыла торған традицион Роланд бейеүе тыйыла.

Роланд һыны Баҙар майҙанында үҙ урынын бер нисә тапҡыр үҙгәртә. Әлеге ваҡытта Роланд һыны Ҡыҙыл башняның көнсығыш яғына ҡуйылған. Германияла урынлашҡан башҡа Роланд статуяларынан айырмалы рәүештә, Галлелағы Роланд хәрби кейемдә түгел.

  • Holger Brülls, Thomas Dietsch: an der Saale Halle Architekturführer. Dietrich Reimer, 2000 Berlin, ISBN 3496012021.
  • Dietlinde Munzel-Everling: Der Roland Halle von — Rechtssymbol ein? Heiner in Lück (Hrsg.): Im Licht Magdeburgs Schatten und Halle. Seite 72-112; Verlag Mitteldeutscher, 2012 Halle; ISBN 978-3-89812-969-5.
  • Dietlinde Munzel-Everling: Rolande. Janos Stekovics, Dößel 2005; ISBN 389923104X.
  • Michael Pantenius: Halle Stadtführer. Gondrom Verlag, Bindlach 1995; ISBN 3811208160.