Гальскийҙарҙың усадьбаһы
Гальскийҙарҙың усадьбаһы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Череповец |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Вологодская область/Череповец[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Указания, как добраться | Матуринская улица, 28 |
Гальскийҙарҙың усадьбаһы Викимилектә |
Гальскийҙарҙың усадьбаһы — дворяндар усадьбаһы, xix быуат башында төҙөлгән, Череповец Вологда өлкәһенең Череповец ҡалаһында урынлашҡан. Провинция классицизмы стилендә төҙөлгән. Федераль әһәмиәттәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы. Шулай уҡ усадьбанан, йәғни төп йорттан тыш, бында идарасы йорто, ялсы кешеләр өсөн ике йорт, ат һәм ҡолондар һарайҙары, ҡамыт-дуға оҫтаханаһы, ике ҡатлы, фигуралы бағаналарға күтәртеп эшләнгән, галереялы амбар һаҡланған. 2009 йылда тергеҙелгән.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гальскийҙар усадьбаһы — асыҡ күк-зәңгәр төҫтә, ул Шексна йылғаһының уң ярында торған бейек йорт, ул урындағы ландшафтҡа бик ныҡ ярашып тора һәм теплоходта йөҙгән туристарҙың иғтибарын үҙенә ныҡ йәлеп итеп тора.
1814 йылда «Пустошью Горка» тип аталған урында, китаптар күрһәтеүенсә, йорт төҙөргә булалар. Һуңыраҡ был урында хужа булып Череповец дворяндары Кудрявыйҙар тора, һәм улар ҙур усадьбаны төҙөй башлай. 1848 йылда Гальскийҙар усадьбаның хужаһы була. Xvii быуаттан уҡ был ике ғаилә Новгород губернаһы дворяндары араһында киң билдәле булған. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр раҫлауынса, улар билдәл еурыҫ фамилияларын йөрөткән Верещагин, Толстой, Тургеневтар менән туған булып сыға.
Гальскийҙар фамилияһы менән усадьбаның сәскә атҡан мәле бәйле. Уларҙың усадьбаһы күпләп һоло һәм арыш һата ашырыу, һөт малдарын күп тота. Бында сыр ҡайнатыу һәм май бешеү заводтары була, улар етештергән продукция Санкт-Петербургҡа ебәрелеп торған. Шулай уҡ бында Левицкий системаһы буйынса умартасылыҡ менән шөғөлләнәләр, тоҡомло тауыҡтар тоталар.
Гальскийҙарҙың тарихы xvi быуат аҙағында башлана, улар Новгород дворян нәҫеленә ҡарай. Архивтарҙың раҫлауынса, был ырыуҙан хәрби һәм дәүләт хеҙмәте вәкилдәре сыҡҡан. Байтаҡтары, быуаттар буйынан ашыу, 1786—1909 йылдарҙа, өйәҙ дворяндары башлығы итеп һайланған.
Совет власы усадьбаны милли мөлкәткә ала. 1922 йылда бина ГУБОНО ҡарамағына тапшырыла. Бында ауыл хужалығы техникумы урынлаша, ә һуңғараҡ ятаҡ итеп йыһазландырыла. 1931 йылда Воронинский һөт хужалығы техникумына тапшырыла, һуңынан бина менән"Комсомолец" совхозы етәкселек итә[2]. 1952 йылда төп йортта капиталь ремонт үткәреләр, ремонт бинаның архитектур йөҙөнә зыян килтерә. 1960 йылда Гальскийҙар усадьбаһының төп йорто республика әһәмиәтендәге һаҡлау статусы ала, әммә реставрация эштәре оҙаҡ ваҡыттар буйына үткәрелмәй тора. Усадьба музей сифатында бик насар хәлдә барып эләгә, сөнки ул быға тиклем 19 ғаиләнең йәшәр урыны булып торған була, артабан был ғаиләләр усадьба йортонан күсерелә. Бында 1989 йылда тарихи-этнографик музей асыла, 1992 йылда реставрация башлана[3].
Хәҙерге торошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2009 йылда реставрация эштәре тамамлана һәм усадьбаның барлыҡ матурлығы музейға килеүселәр алдына баҫа. Музей тарихи-мәҙәни мираҫ федераль әһәмиәткә эйә. Бында алпауыт йорто һаҡлап ҡалынған, шулай уҡ көнкүреш һәм хужалыҡ ҡаралтылары ла һаҡланған. Музейҙа интерактив экскурсиялар үткәреү, һүрәттәр буйынса дәрес үткәреү, балсыҡтан әүәләп халыҡ ҡурсаҡтары эшләү дәрестәре алып барыла. Балалар һәм өлкәндәр өсөн ат спорт сецияһы эшләй. Заявкалар буйынса театрлаштырылған туй, юбилейҙар, балаларҙың ҡышҡы байрамдары, шиғри һәм музыкаль кисәләр уҙғарыла.
Әлеге ваҡытта бинала 37 бүлмә бар. Йорт интерьерын усадьба хужалары һәм уларҙың туғандарының 94 фотоһүрәттәре биҙәй.
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960
- ↑ Мария Нащокина. Усадьба Гальских. Достоверность и подлинность. Дата обращения: 7 ноябрь 2020.
- ↑ Усадьба Гальских . Дата обращения: 7 ноябрь 2020. 2020 йыл 13 ноябрь архивланған.
Документ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Приказ от 30.05.2016 г. № 145-О г. Вологда. "ОБ УТВЕРЖДЕНИИ ОХРАННОГО ОБЯЗАТЕЛЬСТВА ОБЪЕКТА КУЛЬТУРНОГО НАСЛЕДИЯ ФЕДЕРАЛЬНОГО ЗНАЧЕНИЯ «УСАДЬБА ГАЛЬСКИХ (УСАДЕБНЫЙ ДОМ СОВХОЗА „КОМСОМОЛЕЦ“), XIX В.» (неопр.).