Гаметогенез
Гаметогенез — енси күҙәнәктәрҙең йәки гаметаларҙың үҫешеү, формалашыу процесы.
Гаметогенез барышында йомортҡа күҙәнәктәренең һәм сперматозоидтарҙың махсуслашыуы төрлө йүнәлештә бара. Ғәҙәттә, йомортҡа күҙәнәктәренең үҫеш процесын — оогенез (иҫкергән атама — овогенез эмбриология)[1][2][3] һәм һәм сперматозоидтарҙың үҫеш процесын сперматогенез тип атайҙар.
Гаметогенез иң ябайҙар, ылымыҡтар, бәшмәктәр, споралы һәм үҫемлектәр һәм яланғас орлоҡлолар, шулай уҡ күп күҙәнәкле хайуанһың йәшәү циклында кануни урын алып тора.
Күп күҙәнәкле хайуандарҙа гаметогенез процесы нығыраҡ өйрәнелгән.
Күп күҙәнәкле хайуандарҙа енес күҙәнәктәренең үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сперматозоидтар һәм инә күҙәнәктәр хайуандарҙың енес биҙҙәрендә — орлоҡлоҡтарҙа һәм күкәйлектәрҙә үҫешә.
Енес биҙҙәрендә өс зонаны айыртып йөрөтәләр:
- енес күҙәнәктәренең үрсеү,
- үҫеү,
- өлгөрөү зоналары.
Үрсеү зонаһы енес биҙенең иң осонда урынлашҡан. Был зонала, митоз ысулы менән үрсеп, һандары күбәйеп торған беренсел енес күҙәнәктәре урын ала.
Артабан беренсел енес күҙәнәктәре үҫеү зонаһына эләгә. Унда улар бүленмәй, ә һәр хайуан төрөнөң енес күҙәнәктәренә хас ҙурлыҡҡа еткәнсе үҫә.
Үҫеү процесы тамамланғандан һуң енес күҙәнәктәре өлгөрөү зонаһына күсә. Бында улар тамам формалашып, инә күҙәнәктәргә һәм сперматозоидтарға әүерелә.
Инә күҙәнәктәрҙең һәм сперматозоидтарҙың үҫеше бер төрлө түгел. Бүленгәндән һуң барлыҡҡа килгән бөтә 4 күҙәнәк тә орлоҡлоҡтоң өлгөрөү зонаһында бер төрлө. Улар барыһы ла өлгөргән сперматозоидҡа әүерелә.
Күкәйлектең өлгөрөү зонаһында бүленеүҙән һуң шулай уҡ 4 күҙәнәк барлыҡҡа килә. Әммә уларҙың ҙурлыҡтары төрлөсә: бер ҙур һәм өс бәләкәй күҙәнәк. Ҙур күҙәнәк өлгөргән инә күҙәнәккә әүерелә. Йүнәлтеүсе тәнсәләр тип аталған өс бәләкәй күҙәнәк һәләк була
Мейоз һәм гаметогенез
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гаметогенез менән мейозды бутарға ярамай. Был процестарҙың асылы бөтөнләй төрлө: енси күҙәнәктәрҙең махсуслашыуы һәм енес күҙәнәктәренең үҙенсәлекле бүленеү үҙенсәлекле варианты..
Йәшәү циклында хромосомаларҙың редукцияһы зиготаларҙа (мәҫәлән, бәшмәктәр) йәки спораларҙа (мәҫәлән, үҫемлектәрҙең көпшәле үҫемлектәр) күҙәтелгән төркөмдәрҙә мейоз процесы гаметогенезҫа тиклем үтә. Ҡағиҙә булараҡ, ул процестарҙы байтаҡ ваҡыт аралығы айырып тора. Ә гаплоид организмдарҙа гаметалар барлыҡҡа килеү митоз аша башҡарыла.
Йәшәү циклында редукция гаметала хас булған тҡркөмдәрҙә (мәҫәлән, күҙәнәкле хайуандар) гаметогенез менән мейоз бергә тамамлана. Әммә был процестар араһында тулы оҡшашлыҡбар тип әйтеп булмай.. Мәҫәлән, сперматозоид мейоз тамамланғас ҡына өлгөрә. Шул уҡ ваҡытта, ооцит мейоз тамамланғанға тиклем өлгөрә. Улай ғына ла түгел, гаметаларының ҡушылыуы ооцитта мейоз тамамланғанға тиклем үк башҡарыла.
Үҫемлектәрҙең һәм хайуандарҙың енси үрсеүендә ике зат ҡатнаша: инә һәм ата заттар. Уларҙың һәр ҡайһыһының енес органдарында енес күҙәнәктәре — гаметалар барлыҡҡа килә.
Инә зат организмында — инә күҙәнәктәр (түл), ата заттарҙа — сперматозоидтар барлыҡҡа килә. Инә һәм ата гаметалар бергә ҡушылып, зигота, йәғни яңы организмдың үҫешенә башланғыс биреүсе аталанған инә күҙәнәк барлыҡҡа килә.
Хайуандарҙың енси үрсеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дөйөм алғанда хайуандар тик енси юл менән генә үрсей. Умыртҡалыларҙың һәм умыртҡаһыҙҙарҙың төрлө төрөндә енес күҙәнәктәренең ҙурлығы һәм формаһы төрлөсә.
Инә күҙәнәктәр күберәк йомро формала. Уларҙың цитоплазмаһы составында һаҡлыҡҡа туҡлыҡлы матдә — йомортҡа һарыһы бар. Инә күҙәнәк хәрәкәтһеҙ.
Умыртҡалы хайуандарҙың күбеһенең инә күҙәнәктәре ваҡ. Мәҫәлән, йорт ҡуяны инә күҙәнәгенең диаметры 0,2 мм.
Балыҡтарҙың, амфибияларҙың, рептилияларҙың һәм ҡоштарҙың инә күҙәнәктәре эре һәм составында йомортҡа һарыһы күп. Иң эре инә күҙәнәктәр — ҡоштарҙа.
Ата енес күҙәнәктәре — сперматозоидтар — инә күҙәнәктәрҙән бәләкәйерәк булыуы һәм хәрәкәтсәнлеге менән айырыла. Һөтимәрҙәр сперматозоиды башы, муйыны, ҡойроғо булған оҙон еп формаһында. Башында ДНК-лы ядро урынлашҡан. Муйынында центриоль бар. Сперматозоид ҡойроғо ярҙамында хәрәкәт итә.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- А. О. Рувинский. «Общая биология. Для углубленного изучения биологии». Издательство «Просвещение».
- Ю. Н. Лемеза. «Биология. Вопросы повышеной трудности». Издательство «Айрис», 1998 г.
- Н. Д. Андреева. «Биология». Издательство «Союз» 2002 г.
- А. В. Кленова. «Биология для поступающих в ВУЗы». Издательство «Учитель», 1997 г.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Гилберт С. Биология развития: В 3-х т. Т. I: Пер. с англ. — М.: Мир, 1993. — 228 с.
- ↑ А. К. Дондуа. Биология развития(в двух томах). Том I. Санкт-Петербург, 2004
- ↑ Гилберт С. Биология развития: В 3-х т. Т. I: Пер. с англ. — М.: Мир, 1993. — 228 с.<Дондуа. Биология развития(в двух томах). Том I. Санкт-Петербург, 2004