Митоз

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Митоз (бор. грек. μίτος — еп) — эукариот күҙәнәктәр бүленеүенең төп ысулы.

Саламандраның эпителий күҙәнәктәрендә митоздың төрлө фазалары. В. Флемминг китабынан һүрәт

Zellsubstanz, Kern und Zelltheilung (1882)]]

Митоз күренешен асыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1874 йыл. Үҫемлек күҙәнәктәрендә митоз күренешен асыу. Чистяков Иван Дорофеевич, Мәскәү университетының үҫемлектәр анатомияһы һәм физиологияһы кафедраһы.
  • 1878 йыл. Хайуан күҙәнәктәрендә митоз күренешен асыу. Вальтер Флемминг, немец биологы, цитогенетикаға һәм гистология фәненә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, фәнгә митоз терминын тәҡдим итеүсе; Перемежко Петр гистология фәненә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

Митоз[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эукариот күҙәнәктең бүленеүгә әҙерлек осоро[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күҙәнәктәрҙең бүленеүгә әҙерлеге интерфаза осоронда башлана.

  • Интерфаза — был күҙәнәктең үҫеү, тереклек итеү, бүленеүгә әҙерләнеү осоро. Интерфаза осороноң уртаһында барған ДНК синтезы, йәғни уның молекулаһының икеләтә артыуы — әҙерлек процестарының иң мөһимдәренең береһе.

Шулай итеп, синтезланғандан һуң ДНК һаны икеләтә артҡан күҙәнәктәрҙә генә митоз башлана.

Интерфазала өс стадияны айыралар:

    • G1-фаза — пресинтетик (ингл. gap — промежуток) фазала күҙәнәк үҫә, тереклек итә, РНК, аҡһымдарһәм башҡа күҙәнәк компонентары синтезлана. Күҙәнәктең формулаһы — 2n2c;
    • S-фаза — синтетик (ингл. synthesis — синтез) фазала ДНК икеләтелә (репликация). Шулай уҡ центриоль икеләтелә. Күҙәнәктең формулаһы — 2n4c.
    • G2-фаза — постсинтетик фазала бүленеүгә (митозға) әҙерлек бара. Күҙәнәктең формулаһы — 2n4c.

Эукариот күҙәнәктең бүленеү процесы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Митоз — эукариот күҙәнәктең бүленеү процесы. Митоз ике стадияла бара:

Митозда дүрт фаза айырып йөрөтөлә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күҙәнәк интерфазала һәм митоздың төрлө фазаларында
  • профаза(2n4c),
  • метафаза (2n4c),
  • анафаза (2n2c + 2n2c = 4n4c) ,
  • телофаза(2n2c)


Профаза[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Профазаның төп ваҡиғаһы булып орсоҡ ептәренән махсус бүлеү аппараты барлыҡҡа килтереү тора.

Профаза ваҡытында ядрола нәҙек кенә ептәр хасил була. Был ептәр — хромосомалар. Профазала улар спираль яһап урала, шуға күрә ҡыҫҡара һәм йыуаная башлай.

Профаза аҙағына яҡтылыҡ микроскобы аша бөтә хромосомалар ҙа һәйбәт күренә башлай, уларҙың ҙурлығын, формаһын, төҙөлөшөн, һанын билдәләргә була.

һәр хромосома — ул бер-береһенән нәҙек урындар менән айырылған, бер нисә өлөштән торған оҙонса тығыҙ тәнсә.

Беренсел нәҙеклекте, йәғни центромерҙы (гр. «мерос» — өлөш), айырып йөрөтәләр. Хромосомала шулай уҡ икенсел нәҙеклектең дә булыуы мөмкин.

һәр хромосома спираль рәүешендә уралған ике ДНК ебенән (молекулаһынан) тора. Был ептәрҙе хроматидтар йәки бала хромосомалар тип атайҙар.

Профаза ваҡытында центриолдәр (улар һәр күҙәнәктә икешәр) күҙәнәктең ҡапма-ҡаршы полюстарына табан китә һәм улар араһында бүленеү орсоғо барлыҡҡа килә.

Профаза аҙағында ядро башлыса эрей һәм хромосомалар цитоплазмала иркен урынлаша, бәләкәй ядролар юғала.

Метафаза[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Метафаза ваҡытында бүленеү орсоғо барлыҡҡа килеү тамамлана һәм хромосомалар орсоҡтоң экваториаль яҫылығында урынлаша.

Хромосомалар метафаза пластинкаһын барлыҡҡа килтерә. әр хромосома үҙенең үҙәк өлөшө (ңентромера) менән орсоҡ ептәренең бере-һенә беркетелә, һәр хромосомала хроматидтарҙың бер-береһенән бүленеүе, айырылыуы бара

Анафаза[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хромосомаларҙың барыһы ла орсоҡ ептәренә беркетелеп бөткәс, һәр хромосоманың хромотидтары күҙәнәк полюстарына тарала башлай: полюстарҙың берәүһенә — хроматидтарҙың береһе, ҡапма-ҡаршы полюсҡа икенсеһе йүнәлә.

Хроматидтарҙың күҙәнәк полюстарына табан таралып китә башлауы митоздың киләһе фазаһы — анафазаның башланыу мәле еткәнен аңлата.

Анафаза ваҡытында хроматидтар (бала хромосомалар) күҙәнәк полюстарына китә. Хромосомаларҙың хәрәкәте орсоҡ ептәренең ҡыҫҡарыуы һәм бала хромосомаларҙы экваторҙан күҙәнәк полюстарына табан тартыуы арҡаһында башҡарыла. Хромосомалар хәрәкәтендә АТФ энергияһы файҙаланыла.

Телофаза[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Телофаза — митоздың һуңгы фазаһы. Телофазаны профазаның киреһе тип тә атайҙар.

Телофаза ваҡытында күҙәнәк полюстарына яҡынайған хромосомалар тағатыла башлай. Улар яңынан бер-береһе менән үрелгән оҙон еп формаһына инә. Был бүленмәгән ядроларға хас күренеш булып тора.

Бала ядроларҙа яңынан ядро тышсаһы барлыҡҡа килә. Бәләкәй ядро формалаша һәм ядроның интерфазаға хас төҙөлөшө тулыһынса яңынан ҡайтарыла.

Телофаза барышында цитоплазма ла бүленә. Һөҙөмтәлә ике бала күҙәнәк бер-береһенән айырыла. Был күҙәнәктәр төҙөлөштәре буйынса инә күҙәнәккә тулыһынса оҡшаш.

Митоздың дауамлылығы. Күҙәнәктең йәшәү циклында митоз интерфазаға ҡарағанда бик күпкә аҙ ваҡыт араһын алып тора. Күпселек күҙәнәктәрҙә бөтә митоз процесы, профазанан алып телофаза бөткәнгә тиклем, 1—2 сәғәт ваҡытты ала, ә интерфаза күп тапҡырға оҙағыраҡ дауам итә.

Митоздың биологик әһәмиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Митоз һөҙөмтәһендә һәр бала күҙәнәк тап инә күҙәнәктәге кеүек үк хромосомалар ала. һәр ике бала күҙәнәктә лә хромосомалар һаны инә күҙәнәктәге хромосомалар һанына тигеҙ. Тимәк, митоздың биологик әһәмиәте ике бала күҙәнәк ядролары араһында хромосомаларҙы тип-тигеҙ итеп бүлеүҙән ғибәрәт.

Был митоздың һәр бала ядроға нәҫел информацияһын теп-теүәл итеп тапшырыуҙы тәьмин итеүен аңлата.

Әгәр митоздың нормаль барышы боҙолоп, бала күҙәнәктәрҙә хромосомалар инә күҙәнәккә ҡарағанда аҙыраҡ йәки күберәк була ҡалһа, был йә һәләкәткә килтерә, йә күҙәнәк тереклегендә үҙгәреш — мутациялар барлыҡҡа килтерә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • А. О. Рувинский. «Общая биология. Для углубленного изучения биологии». Издательство «Просвещение».
  • Ю. Н. Лемеза. «Биология. Вопросы повышеной трудности». Издательство «Айрис», 1998 г.
  • Н. Д. Андреева. «Биология». Издательство «Союз» 2002 г.
  • А. В. Кленова. «Биология для поступающих в ВУЗы». Издательство «Учитель», 1997 г.