Эстәлеккә күсергә

Георгий Леонидзеның йорт-музейы (Патардзеули)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Георгий Леонидзеның йорт-музейы
Рәсем

Георгий Леонидзеның йорт-музейы - (груз. გიორგი ლეონიძის სახლ-მუზეუმი) - Грузин ССР-ының Фәндәр Академияһы академигы һәм шағир Георгий Леонидзе тыуған ауылда - Патардзеулиҙа урынлашҡан.

Георгий Леонидзеның йорт-музейы Патардзеули Грузияның хәҙерге Сагареджой районында ойошторолған (Кахетия).

Музей Георгий Леонидзеның тыуған йортонда урынлашҡан. Фонтың төп өлөшөн шағир һәм ғалимдың үҙенең, ғаиләһенең шәхси әйберҙәре, этнографик материалдар, сәнғәт әҫәрҙәре, документтар тәшкил итә. Георгий Леонидзе грузин әҙәбиәтен, бигерәк тә боронғо әҙәбиәтен фәнни яҡтан өйрәнгән.

Йорт XIX быуаттағы шәреҡ йорттарының типик өлгөһө булып тора, этнографик ҡомартҡы тип танылған.Ул кирбестән һәм һуйырташтан төҙөлгән. Ҡапҡаһы ағастан эшләнгән булған.

Грузияның Милли мәҙәни мираҫты һаҡлау буйынса агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, Сагареджо муниципалитетының Патардзеули ауылында урынлашҡан йорт-музейына күсемһеҙ мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы статусы бирелгән [1].

  • Маргвелашвили Г., Георгий Леонидзе, Тб., 1959.
  • Леонидзе Георгий Николаевич // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.