Герлаховски-Штит
Герлаховски-Штит | |
---|---|
словак. Gerlachovský štít | |
Характеристикалары | |
Абсолют бейеклеге | 2654[1] м |
Сағыштырмаса бейеклегеа | 2354 м |
Урынлашыуы | |
49°10′02″ с. ш. 20°07′52″ в. д.HGЯO | |
Страна | |
Тау системаһы | Карпат |
Тау һырты йәки массив | Юғары Татр |
Герлаховски-Штит Викимилектә |
Герлаховски-Штит (словак. Gerlachovský štítGerlachovský štít, шулай уҡ һөйләү телендә Герл йәки Герлаховка) — Бейек Татр тауҙарының, шулай барлыҡ Карпат тауҙарының иң бейек тауы. Диңгеҙ кимәленән тауҙың бейеклеге 2654 м. Тау элекке Венгрия короллегенең һәм Чехословакияның, хәҙерге Словакияның иң бейек нөктәһе булып тора. Атамаһы Герлахов тигән исемдән барлыҡҡа килгән. Штит словак телендә «ҡалҡан», «пик», «түбә» тигәнде аңлата.
Исемдәр тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Герлахов штиты Герлахов ауылының түбәһе тигәнде аңлата. Герлах йәки Gierlach тигән поляк фамилиялары бар, ябай телдә Girlach һәм Garłuch тип әйтәләр[2][3][4].
Тауҙың исеме сәйәси торошҡа бәйле төрлөсә үҙгәргән. Тәүге исеме Герлах булған. Хәҙерге Словакия ерҙәрендә венгрҙар хакимлек иткән осорҙа тау Герлахфалви чуч тауы аталған. 1896 йылдан 1919 йылға тиклем император Франц Иосиф хөрмәтенә Franz-Joseph-Spitze (нем.) һәм Ferenc József csúcs (венг.) тип аталған. 1919 йылдан 1949 йылға тиклем Легиондар Штиты һәм Словак Штиты исемдәре араһында Герлах(овка) тип исемләнгән. Поляктан тауҙы Szczyt Polski тип атай. 1949 йылдан 1959 йылға тиклем «гитлер ғәскәренән азат итеү хөрмәьенә» Сталин Штиты (Сталин Пигы) тип атала. 1959 йылдан хәҙерге Герлаховски-Штит исеме менән йөрөй.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Peakbagger.com Gerlachovský štít, Slovakia
- ↑ Anna Kłosińska, Słownik ortograficzny, (билдәһеҙ) (2004). Дата обращения: 15 ноябрь 2007. 2020 йыл 17 май архивланған.
- ↑ GERLACH (билдәһеҙ). Encyklopedia Internautica (n.d.). Дата обращения: 15 ноябрь 2007.(недоступная ссылка)
- ↑ Ivan Bohuš, Od A po Z o názvoch Vysokých Tatier, 1996.