Герой подпольщиктар скверы (Таганрог)
Герой подпольщиктар скверы | |
---|---|
К:Википедия:Страницы с ошибками в национальном названииВ параметре «Национальное название» нарушен синтаксис: его верное заполнение: «код языка/название/код второго языка/название». Пожалуйста, исправьте данную ошибку! | |
Урынлашыуы | |
47°12′59″ с. ш. 38°55′20″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
Герой подпольщиктар скверы — Ростов өлкәһенең Таганрог ҡалаһында Спартак тыҡрығында урынлашҡан сквер[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1806 йыл менән билдәләнгән тарихи документтарҙа һаҡланған мәғлүмттәргә ярашлы, Балтазар Балтазарович Кампенгаузен әйтеүенсә, ҡалала үҫеп килеүсе йәш быуын белем алыу мөмкинлегенә эйә булырлыҡ уҡыу йорттары етмәй. Шул уҡ йылда Таганрогта гимназия асыу тураһында ҡарар ҡабул ителә һәм ул Рәсәйҙең көньяғында беренсе гимназия була. Таганрогтың перспективалы үҫеш планына ярашлы, хәҙерге Кампенгаузен тыҡрығы ҡаланың төп элементына әйләнергә тейеш була. Әммә был идеяны тормошҡа ашырырға гимназияның тап ошо участкала, ҡала башлығының йортонда урынлашыуы ҡамсаулай.
Таганрогты оккупациялау ваҡытында подпольела ҡатнашыусы бик күп кеше һәләк була. 1960 йылдар уртаһында уларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Күҙалланған монумент урынында скверҙа иҫтәлекле таҡтаташ барлыҡҡа килә, һуңынан ғына һөйкәл ҡуйыла. Уны уранлаштырыуҙы ойоштороу эштәре 1972 йылда башлана. 1973 йылдың авгусында һәйкәл әҙер була һәм скверҙа урын ала. Таганрог подпольщиктарына ҡуйылған «Йәшлек анты» хөрмәтенә тора-бара сквер Герой подпольщиктар скверы тип атала башлай.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Сквер героев подпольщиков 2017 йыл 7 апрель архивланған.