Эстәлеккә күсергә

Гиганттар юлы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Козвэй-Кост яры буйы*
Giant's Causeway and Causeway Coast**
ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы

Ил Төньяҡ Ирландия Төньяҡ Ирландия
Тип тәбиғи
Критерий vii, viii
Һылтанма 369
Регион*** ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы исемлеге
Иҫепкә алынған 1986  (10-сы сессия)


* Рәсми исемлектә русса атамаһы
** Рәсми исемлектә инглизсә атамаһы
*** ЮНЕСКО квалификацияһында регион

Гига́нттар юлы (Великандар һуҡмағы) (ирл. Clochán an Aifir йәки Clochán na bhFómharach) — боронғо вулкан атылыу нәтижәһендә барлыҡҡа килгән 40 000-гә яҡын үҙ-ара тоташҡан базальт (һирәгерәк андезит) колонналар. Төньяҡ Ирландияның төньяҡ-көнсығышында Бушмилс ҡалаһынан 3 км төньяҡтарыҡ урынлашҡан.

Козвэй-Кост яр буйы һәм ундағы юл 1986 йылда ЮНЕСКО тарафынан Бөтә донъя мираҫы тип, 1989 йылда Төньяҡ Ирландия тирә-яҡ мөхитте һаклау департаменты тарафынан милли ҡурсаулыҡ тип иғлан ителә. Колонналарҙың өҫкө өлөшө формаһы буйынса трамплинға оҡшаған, ҡая төбөнән башланып, диңгеҙ өҫтөнә барып тоташа. Колонналарҙың күпселеге дөрөҫ алтымөйөш, араһында дүрт, биш, ете һәм һигеҙ мөйөшлөләре лә осорай. Иң бейек бағана 12 м.

Бөгөн Гиганттар юлы Бөйөк Британия Милли фонды ҡарамағында.[1] Объектты туристарға күрһәтеү һәм һпҡлау ойошторолған. Гианттар юлы Төньяҡ Ирландияның иң иҫтәлекле урындарының береһе.

Бер риүәйәттә, Финн Мак Кумал һыңар күҙле бәһлеүен Голл менән көс һанашырға теләк белдерә. Аяғын еүешләмәҫ өсөн Ирланд диңгеҙе төбөнә бер нисә рәт бағаналар ҡағып сыға, үҙенсә күпер төҙөй. Арып йоҡлап китә. Шул ваҡыт Голл күпер буйлап атлап Финнға үҙе килә. Финндың ҡатыны, йоҡлаған иренә күрһәтеп, был минең кесе улым, тип алдай. Артабан, бәһлеүенде ҡоймаҡ менән һайлай башлай. Ҡоймаҡ эсенә тимер табалар һалып бешерелгән була. Финн тешен һындырғас, икенсе ҡоймаҡты «сабый балаға» бирә.

«Сабый бала» нисек ҡоймаҡ ашағанын күреп, ә атаһы нисек булырын күҙ алдына килтереп, юл ыңғайында күперҙе емереп, Голл сығып йүгерә.

Барлыҡҡа килеү тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

50-60 миллион йылдар самаһы элек, палеоген осоронда был урындарҙа вулкан әүҙемлеге көслө булған. Юғары температурала, шыйыҡ базальт тау тоҡомдары аша өҫкә күтәрелгән һәм йәйелеп ятҡан. Һыуынған ваҡытта күләме кәмегән, һәм алты ҡырлы күпмөйөштәргә ярылған, күләүекктәрҙә бысраҡ кипкәндәге кеүек. Горизонталь ҡыҫылыу нәтижәһендә, алты ҡырлы бағаналар үҫеп сыҡҡан.