Эстәлеккә күсергә

Глокалләшеү

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Глокалләшеү — иҡтисади, социаль, мәҙәни үҫештә төрлө йүнәлешле тенденцияларҙың һыйышып йәшәүе: глобалләшеү ерлегендә төбәк айырмалары бөтөр тип көтөлһә, уларҙың, киреһенсә, һаҡланыуы һәм көсәйеүе күҙәтелә. Ҡушылыу һәм бер төрлөгә әйләнеү урынына сепаратизм, төбәк үҙенсәлектәренә ҡыҙыҡһыныу, боронғолоҡ традицияларына һәм диалекттарҙы тергеҙеүгә иғтибар арта.

Глобалләшеүҙең төп мәнфәғәте[1] — иҡтисади, финанс, мәғлүмәти, кеше, матди һәм башҡа төрлө ағымдарҙы көсәйтеү. Ләкин был хәрәкәт төбәктәр, сығанаҡтар һәм ҡабул итеүселәр араһында ҙур айырмалар булғанда ғына бара. Мәҫәлән, туризм. Бөтә ерҙә лә бер төрлө булһа, ҡайҙалыр барыуҙың мәғәнәһе ҡалмай. Трансмилли корпорацияларға, иҡтисади глобалләшеүҙе төп тормошҡа ашырыусылар булараҡ, төбәк айырмалыҡтарын һаҡлау ғына түгел, уларҙы көсәйтеү отошло. Хәҙерге заман иҡтисадында төрлө төбәктәрҙең потенциалы араһында айырма булһа ғына килем алып була. Күп төрлөлөктөң үҫеүе эҙемтәһе булараҡ, дәүләттәр араһында «ҡапма-ҡаршылыҡ фронттары» рәүешендә йәшәүен дауам иткән сиктәр юҡҡа сыға. Яһалма административ сиктәр тәбиғи төбәк, социаль-иҡтисади һәм социаль-мәҙәни сиктәр менән алмашына.

Мәҙәни төбәктәр хәҙерге дәүләттәргә ҡарағанда майҙаны буйынса байтаҡҡа бәләкәйерәк. Был ҡапма-ҡаршылыҡ киң таралыу ала барған сепаратизм рәүешендә ғәмәлләшә. Ҡайһы бер дәүләттәр ваҡ өлөштәргә таралып төштө. Таралмағандарында айырылып сығыу маҡсатын ҡуйған экстремистик террористик төркөмдәр эш итә. Был тенденциялар тәү ҡарашҡа ғына дөйөм глобалләшеү барышына ҡаршы торған кеүек. Ғәмәлдә, ваҡ төбәктәр глобаль трансфедерацияла ғына «үҙбилдәләнешкә хоҡуҡ» ала ала. Трансфедерацияға тәүҙә дәүләттәр инһә, һуңынан төбәктәр ҡушыласаҡ. Бәлки, дәүләттәр кимәле һаҡланыр ҙа, ләкин сәйәси әһәмиәттәре ныҡ кәмейәсәк. Глокаль (глобаль+локаль) кешелек төрлөсә, ләкин бергә йәшәйәсәк.

Әлеге көнгә глобаль мәҙәниәт менән милли һәм этник мәҙәниәттәрҙең бер-береһенә көслө йоғонтоһо асыҡ күренә. Глобаль һәм локаль тенденциялар «һуңғы иҫәптә бер-береһен тулыландыра һәм бер-береһенә үтеп инә, ләкин ҡайһы бер осраҡтарҙа бәрелешеүҙәре лә ихтимал» (Роланд Робертсон).

Глокалләшеү нигеҙендә үҙәкһеҙләштерелгән һәм «ғәҙел» донъя идеяһы ята. Глокалләшеү моделдәре үҙ-үҙен ойоштороуҙың селтәр формаларына һәм мәҙәниәт-ара коммуникацияға нигеҙләнә. Тәүге глокаль ойошма — Glocal Forum, ул 2001 йылда ойошторолған. Маҡсаты — төбәктәрҙең үҫешен йылдамлатыу, локаль проблемаларға иғтибарҙы арттырыу[2].

Глокалләшеү универсаль тауарҙарҙы етештереү һәм ҡулланыу өлкәһендәге төп тенденцияларҙың төбәк формаларын алыуында, йәғни локаль баҙар үҙенсәлектәренә яраҡлашыуында сағыла. Трансмилли компаниялар менән глобалләшеүгә ҡаршы хәрәкәт араһында көрәш көсәйә барған осорҙа глокалләшеүҙе килештереүсе вариант тип ҡарарға була. Трансмилли корпорацияларҙың ҡайһы берҙәре глокалләшеүҙе төбәктәрҙә производстволар асыуҙы йәки ҡулланыусыларҙың ихтыяждарына һәм зауыҡтарына яраҡлашыуҙы күҙҙә тотҡан стратегия сифатында пропагандалай.

«Үҙбилдәләнешкә хоҡуҡ» проблемаһы донъя терроризмының нигеҙе булып тора һәм 200 дәүләттең 5000 этносҡа репрессив баҫымы арҡаһында хасил була. Глобаль трансфедераль һәм транстөбәк структураһын төҙөү терроризм аҫтындағы был нигеҙҙе бәреп сығарасаҡ, сөнки террористарҙың яртыһы үҙ теләгенә — үҙ милләттәренең үҙаллылығына өлгәшәсәк, ә профессиональ енәйәтсе булып торған икенсе яртыһы, сәйәси маҡсатһыҙ ҡалып, ҡәҙимге донъя енәйәтселеге сафтарына берегәсәк. Глобаль трансфедерация шарттарында әлеге «үҙ дәүләтселеге» булмаған халыҡтар өсөн дәүләт булдырыу маҡсаты юҡҡа сығасаҡ, сөнки «дәүләтселеге булмаған» милләттәр ҡалмаясаҡ. Сәйәси бойондороҡһоҙлоҡҡа ынтылыу Ер шарының бер киҫәген ҡырҡып алыу кеүек үк мәғәнәһеҙ булып ҡаласаҡ. Әлеге осорҙа глобалләшеү менән локалләшеү тенденцияларының берегеү процесы бара.

  1. НАША ФЕДЕРАЦИЯ БУДЕТ ГЛОБАЛЬНОЙ. Транслаборатория. Ноябрь 2002
  2. Травина Е. М. Этнокультурные и конфессиональные конфликты в современном мире. СПб: Изд-во С.-Петерб.ун-та, 2007.