Эстәлеккә күсергә

Гоноривка һарайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гоноривка һарайы
Рәсем
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Гоноровка[d][1]
Карта
 Гоноривка һарайы Викимилектә

Пан Кошарский һарайыВинница өлкәһенең Песчанка районы Гоноривка ауылында урынлащҡан. Усадьба - һарай һәм парк XIX быуаттың икенсе яртыһында имение хужаһы Г. Кошарский тарафынан төҙөлгән.

1863 йылда Станислава Кошарская Петр Ликовскийға кейәүгә сығып (1824 - 1905) ауылды уға бирнә рәүешендә килтергәндән һуң, имениеға ХІХ быуат аҙағында Липковский хужа була. Петр үлгәндән һуң, имение ны уның улы Генрик (1866 й. тыуған) биләй. Усадьбаға 1917 йылға тиклем ул хужа була.

Яҙма сығанаҡтарҙан (башлыса А.Урбанский ҡалдырған Гоноровка усадьбаһының һүрәтләүҙәренән) һарайҙа сәнғәт әҫәрҙәре, шул иҫәптән Я. Матейка, Ю. Коссак, В. Чахурьский, Ю. Брандт, Е. Доманевский картиналары урынлашҡан. Башҡа сәнғәт әйберҙәренән Людовик XIV ваҡытындағы алтын ат иғтибарға лайыҡ. Һарайҙың китапхана тупланмаһы араһында Радзівілівське Инжил китабы, шулай уҡ поляк авторҙарының, шул иҫәптән ихтилалдар осорондағы ҡулъяҙмалар бар. 1916 йылда усадьбаға Я. Ивашкевич килә.

1918 йылда һарай зыян күрә.

1934 йылда ремонт үткәрелгәндән һуң һарайҙа мәктәп урынлаша. 1941-1943 йылдарҙа румын оккупацияһы ваҡытында һарайҙа госпиталь урынлаша. 1943 йылдан 2008 йылға тиклем һарайҙа ҡабаттан мәктәп урынлаша.

Бөгөнгө көнгә парк һәм һарай һаҡланып ҡалған, усадьбаның башҡа ҡаралтылары юҡҡа сыҡҡан. Усадьбаның биләмәһе өлөшләтә шәхси төҙөлөштәргә бирелгән, ә 1980 йылда бында балалар баҡсаһы төҙөлә, һуңғы ваҡытта экономия йәһәтенән бында мәктәп күсерелә.

Һарай ауылдың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан, уны уникаль ағас үҫкән парк уратып алған. Необарокко стилендә төҙөлгән. Йорт таштан, штукатурлы, өс ризалит менән, планында тура мөйөшлө, бер ҡатлы, шифер менән ябылған дүрт яҡлы ҡыйыҡ менән. Фасады пилястралар менән бүленгән, стеналары кәрниздәр менән тамамланған.