Гопак
Гопак ( укр. гоп — бейеү ваҡытында ҡысҡырып әйтелә торған өндәү тауышы; ошо ауаздан барлыҡҡа килгән ҡылымдар гопати — тапылдатыу, аяҡ тибеү, гопҡати — һикереү) — украин милли бейеүе[1]. Гопактың музыкаль размеры — 2/4.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Гопактың барлыҡҡа килеүен XVI—XVIII быуаттарҙағы Запорожская Сечь казактары менән тоташтыралар. Шуның өсөн дә был бейеүҙә тик ир - егеттәр генә ҡатнашҡан[2].
Яңы тарихта гопактың тергеҙелеүен 1937 йылда УССР халыҡ бейеүе ансамблен булдырған һәм 1955 йылдан 1975 йылға тиклем Украин ССР халыҡ бейеүе Дәүләт ансамбле художество етәксеһе булған П.П. Вирский эшмәкәрлеге менән бәйләйҙәр. Классика һәм традицион фольклорға таянып ул, академик бейеү булып киткән һәм бөгөнгө көнгә тиклем уның исемендәге Украина Академия бейеү ансамбле концерттарын тамамлаған, гопакты сәхнәгә ҡуя[2].
Сәхнә костюмдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Гопак бейеүендә ҡулланыла торған ирҙәр костюмы (ҡыҙыл салбар, биҙәкле билбау, сигелгән күлдәк, осло башлы итектәр) асылда шул ваҡыттағы казак формаһы булып тора[2]. Ҡатын-кыҙҙарҙың гопакта ҡатнашлығы тик уның сәхнә вариантында барлыҡҡа килә. Уларҙың костюмдары, ғәҙәттә, Украинаның үҙәк өлөшө тарихи костюмдары: сигелгән блуза, запаска (алъяпҡысҡа оҡшаған сигелгән туҡыма), кирсетка (блуза өҫтөнән кейелә торған жилет), осло башлы ҡыҙыл итектәр, төрлө төҫтәге таҫмалы таж[2].
Бейеүҙең үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бейеүҙең характерлы һыҙаты — көс, етеҙлек, ҡаһарманлыҡ һәм юғары выжданлылыҡты демонстрациялау. Бейеү импровизация тибында. Парлап түңәрәк буйлап йөрөй - йөрөй, егеттәр етеҙлектә ярышалар. Ҡыҙҙар уларҙы яңынан - яңы трюктарға дәртләндерәләр, шунан лирик өлөшөн бейейҙәр. Бейеүҙең финалында гопак ҡабаттан ярһыу, ут сәсеүсе һәм темпераментлы була[3]. Гопактың үҙенсәлектәренә ырғыған саҡта аяҡ - ҡулдарҙы ике яҡҡа йәйеп шпагат эшләүҙе индереп була. Шулай уҡ "ползунок" тип аталған хәрәкәт бар, уны башҡарғанда бейеүсе сүгәләгән рәүештә ике ҡулын артҡа ҡуйып, уларға таяна, ә аяҡтарын алға ырғыта, үҙе шул уҡ ваҡытта сәхнәне әйләнеп үтә.
Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Пол Маккартни Киевта 2008 йылдың 14 июнендә Үҙаллылыҡ майҙанында үҙенең хәйриә сығышынан һуң, даими рәүештә концерттар плей-листына Mrs Vandebilt (Гоп, хей гоп...) йырын индерә башлай. Йырҙы башҡарғандан һуң ул, һүҙҙәренә хәрәкәттәр өҫтәп, ошо композицияның припевы гопак бейеүе менән ауаздаш булғаны өсөн Украинала популяр булып киткәне тураһында һөйләгй [4].
Гопак сәхнәлә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Операларҙа:
- "Майська нiч" (Н. А.Римский-Корсаков)
- "Сорочинский ярмарок" (М. П. Мусоргский)
- "Мазепа" (П. И. Чайковский)
- "Запорожець за Дунаем" (С. С. Гулак-Артемовский)
- "Енеiда" (Н. В. Лысенко)
Балеттарҙа:
- "Конёк-горбунок" (Пуни)
- "Тарас Бульба" (В. П. Соловьёв-Седой)
- "Гаянэ" (А. И.Хачатурян)
- "Маруся Богуславка" (А. Г. Свечников)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ [ Гопак] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәләБольшой советской энциклопедии.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Гопак — это танец украинской души // Сайт zhitzdorowo.ru 2019 йылдың 11 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Гопак // Сайт Kampot.org.ua (укр.)(укр.
- ↑ Комментарии Маккартни о популярности на Украине Mrs Vandebilt за ассоциации припева с гопаком
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Украин халыҡ бейеүе "Гопак", "Ровесник" ансамбле Казань 2009 йылдың 3 сентябрь көнөндә архивланған.
![]() |
Гопак Викимилектә |
---|