Эстәлеккә күсергә

Горабережоули баҡсалары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Горабережоули баҡсалары - Грузияның милли мәҙәниәт әһәмиәтендәге ҡомартҡы.

Горабережоули баҡсалары Грузияның көнбайышындағы административ-территориаль берәмек Чохатаури муниципалитетындағы Горабережоули ауылында урынлашҡан.

Баҡсалар 18 быуатта барлыҡҡа килтерелгән. Майҙаны 33 сутый. Парктың үҙәк өлөшөндә Эристави һарайы урынлашҡан.

Дендрологик паркта һирәк осрай торған үҫемлектәр тупланған: исемлектә ҡәләм ағасы, кәнфит ағасы, гигант секвойя, япон еләк ағасы, гинкго һәм башҡалар бар. Шулай уҡ бар биш континенттан 150 уникаль төр үҫемлектәр бар.

Парк янында һөнәри -техник мәктәп эшләй, унда йыл һайын 120-150 квалификациялы белгес әҙерләп сығарыла.

Грузин сәйе лә башлап Горабережоулиҙа етештерелә башлаған.

2006 йылда Горабережоули баҡсалары милли әһәмиәткә эйә булған күсемһеҙ мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы тип танылған [1].

  • Я. Сихарулидзе. Энциклопедия Грузии , вып. 2, стр. 98, Tб., 2012.