Эстәлеккә күсергә

Горабережоули һарайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Горабережоули һарайы - (груз. გორაბერეჟოულის სასახლე) - Грузияның милли мәҙәниәт әһәмиәтендәге ҡомартҡы.

Горабережоули һарайы Грузияның көнбайышындағы административ-территориаль берәмек Чохатаури муниципалитетындағы Горабережоули ауылында, атаҡлы баҡсаларҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан.

Горабережоули һарайы шулай уҡ Эристави ҡәлғәһе булараҡ та билдәле. Ул күркәм убала XVII - XVIII быуаттар арауығында төҙөлгән һәм хәрби тәғәйенләнешле булған.

17-се быуат ахырында Эристави ҡәлғәһе Гурия кенәзлегенең сәйәси үҙәге булып торған.

Һарай тирәһен дендрологик баҡсалар уратып алған, унда уникаль үҫемлектәр тупланған.

Ихатаның түбәнге яғында 19-сы быуатта һалынған бина бар. Һарай яҡшы һаҡланған.

Һарайҙы дүрт яҡтан бейеклеге - 5 метр, оҙонлоғо 25 метр диуарҙар уратып алған.

2006 йылда Горабережоули һарайы милли әһәмиәткә эйә булған күсемһеҙ мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы тип танылған [1].

  • Грузинская Советская Энциклопедия , Вып. 3, с. 221, Tб. 1978.
  • Энциклопедия Грузии , вып. 2, стр. 98, Tб., 2012.