Грузино (усадьба)
Грузино | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Грузино[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Q27604754? |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1] |
Указания, как добраться | Парковая улица |
Современное состояние | разрушенный[d] |
Ҡулланыу статусы | закрыто навсегда[d] |
Грузино Викимилектә |
Грузино — [2] урыҫ классицизмының юғалған ҡомартҡыһы, XIX быуаттың беренсе сирегендәге Рәсәй империяһының иң ҡеүәтле сановниктарының береһе А.А.Аракчеевтың (1769—1834) усадьбаһы. Новгород губернаһының шул уҡ исемле ауылында, Волховтың уң ярында урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVIII быуат башында А.Д. Меншиковҡа ҡараған Грузиноны император Павел I Аракчеевҡа бүләк итә.
Усадьба бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә архитектор- классицист Ф.И.Демерцов проекты буйынса (1799—1814 йй.) төҙөлә. Башта йәйге һарай, һуңынан алты ағастан төкәтмә төҙөлә, 1806 йыл — иҫке ағас сиркәү урынына таштан Андрей соборы төҙөлә
1810 йылда Грузиноға тәүге тапҡыр килгән император Александр I килә, һуңынан ул 10 тапҡыр бында тағы килеп сыға.
1815 йылдан башлап усадьбаны төҙөкләндерергә Василий Стасов йәлеп ителә. Икенсе осорҙа төҙөлгән төҙөлөш эштәре араһында иғтибарға лайыҡтары: 1815 йылғы ике таш пирамидаль манаралар, 1822 йылғы собор ҡыңғырауы, 1820 йылда уртаһында апостол Андрей Первозванный һүрәтләнгән суйын колонналар менән И. П. Мартос скульптураһы Монументаль скульптура һәйкәлдәре Грузино соборын биҙәй. Мартос Павел I һәйкәлен эшләй[3], ә Тома де Томон тәшкил һүрәттәренә рәсем эшләй, уның буйынса 1812—1814 йылдарҙа һәләк булған Аракчеев полкының офицерҙары һәйкәле башҡарыла[4].
Аракчеев 1834 йылдың апрелендә үҙ резиденцияһында вафат була һәм шунда ерләнә. Туранан-тура вариҫтары булмау сәбәпле Николай I Указы буйынса усадьбаһы менән Грузино улусы мәңгелеккә Новгород кадет корпусына (һуңыраҡ Аракчеевский үҙгәртелә) тапшырыла.
-
Аракчеев йорто
-
Андрей Первозванный соборы
-
Собор ҡыңғырауы
-
Башня менән пристань
-
Суйын колонналар
1921—1922 йй. — Грузинола музей ойоштороуҙы Музей фонды мөдире И. Ерыкалов шәхси башҡара.
Совет власы ваҡытында усадьба тарихи-көнкүреш музейы статусына эйә булһа ла «аламалана һәм яртылаш емерелә»[5]. XIX быуат ҡоролмалары тулыһынса Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында юҡҡа сыға. Уларҙың урыны иҫтәлекле таҡталар менән билдәләнгән
Парк
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Новгород өлкәһе хакимиәтенең 1998 йылдың 30 сентябрендәге № 389 ҡарары менән усадьба урынындағы 46 гектар майҙанлы парк «Һәйкәл баҡса-парк сәнғәте (XVIII—XIX бб.) ҡомартҡыһы» тип иғлан ителә. Ике бөтөн ҡалған бронза арыҫлан Грузинонан Бөйөк Новгородҡа алып киленә һәм Новгород тыуған яҡты өйрәнеү музейында төп инеү урынында, «Рәсәйҙең мең йыллығы» һәйкәле яныда ҡуйыла.
Баҡсала усадьбаның беренсе баҡсасыһы — Исаак Константиновичҡа һәйкәл ҡуйылған, ул Меншиков ваҡытында уҡ йөүкә аллеяһын ултырта, һәм урындағы ышаныуҙарға ярашлы, 125 йыл йәшәгән (1681—1806).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Постановление Администрации Новгородской области № 389 от 30.09.1998
- ↑ Райков Г. П., Мурашова Н. В. Дворянские усадьбы Новгородской губернии: Усадьба Гр’узино графа А. А. Аракчеева. СПб.: Алаборг, 2010. С. 314.
- ↑ Довоенная фотография
- ↑ Довоенная фотография
- ↑ Статья Н. В. Мурашовой «Архитектурный ансамбль усадьбы Грузино — произведение Ф. И. Демерцова» (Панорама искусств, № 9, М., 1986.)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лашков Н. А. Андреевский собор села «Грузино». — М.: Тип. Г. Лисснера и Д. Совко, 1914. — 32 с.