Гуанакасте (тәбиғәтте һаҡлау территорияһы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гуанакасте
Рәсем
Категория защищённых зон МСОП МСОП II категорияһы: милли парк[d]
Дәүләт  Коста-Рика
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫы
Майҙан 147 000 гектар
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (ix)[d] һәм (x)[d]
Карта

Гуанакасте (исп. Area de Conservación Guanacaste) — Коста-Риканың төньяҡ-көнбайышында Гуанакасте провинцияһындағы ЮНЕСКО тарафынан Бөтә донъя мираҫы объекты һәм тәбиғәтте һаҡлау территорияһы.

1994 йылдан биләмә Коста-Риканың тәбиғәтте һаҡлау территорияларының Милли системаһының өлөшө була (SINAC), ә 1999 йылда ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерелә. Территория дүрт паркты үҙ эсенә ала: Санта-Роса милли паркы, Гуанакасте милли паркы, Вулкан Ринкон-де-Вьеха милли паркы, Чинкилья-Бэй ҡырағай тәбиғәт ҡурсаулығы. Территорияның дөйөм майҙаны 1400 км² тәшкил итә[1]. 2004 йылда тәбиғәтте һаҡлау территорияһына Санта-Элена паркы өҫтәлә.

Санта-Роса милли паркы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Санта-Роса милли паркы 1971 йылда Санта-Роса янындағы көрәштәр урынын (1856 йылдың 20 марты) һаҡлау өсөн төҙөлә, һәм уның көнсығыш өлөшө Панамерика шоссеһы менән сиктәш була. Үҙәк парк Либериянан, Гуанакасте провинцияһының административ үҙәгенән төньяҡҡа ҡарай ни бары 36 саҡрым алыҫлыҡта ғына ята. Паркты төҙөү өсөн өҫтәмә сәбәп булып урындағы саванналарҙы, япраҡлы урмандарҙы, һыу-һаҙлыҡ ерҙәрен һәм мангр урмандарын яҡлау тора. Парктың майҙаны км² тәшкил итә. Уның биләмәһендә койот, коати, ҡарсыға, өс төр маймыл (коата, ревун, капуцин), шулай уҡ гөбөргәйелдең диңгеҙ һәм ҡоро ер төрҙәре йәшәй. Паркта шулай уҡ бер нисә төр бесәй һымаҡтар (ягуар, пума, оцелот) йәшәй, әммә уларҙы күҙәтеү ҡатмарлы.

Гуанакасте милли паркы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гуанакасте милли паркты Ороси һәм Какао вулкандарының көнбайыш битләүен үҙ эсенә ала һәм Панамерика шоссеһы һәм Санта-Роса парктары менән сиктәш. Санта-Роса паркы 1989 йылда төҙөлгән, өлөшләтә доктор Даниэль Янсен тырышлығы менән ойошторола, сөнки ул һәр миҙгел һайын күп төрлө хайуандарҙың ҡоро ямғыр урмандар «коридоры» аша күсенеп йөрөүен теләй. Парк майҙаны яҡынса 340 км² тәшкил итә, фаунаһында 140 төр һөтимәрҙәр, 300 төр ҡош, 100 төрө ер-һыу хайуандары һәм һөйрәлеүселәр, шулай уҡ 10000 ашыу бөжәк төрҙәре бар.

Паркҡа яҡын ҡала — Ла-Крус, ул унан төньяҡ-көнбайышта урынлашҡан. Паркта бер нисә административ бина бар: парктың төньяҡ-көнсығышында, вулкандарҙан көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай һәм ике вулкан араһында.

Вулкан Ринко-де-ла-Вьеха милли паркы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вулкан Ринкон-де- -ла-Вьеха милли паркы Ринкон-де-ла-Вьеха һәм Санта-Мария вулкандарын, шулай уҡ һүнгән Сьерро фон Сибах вулканын үҙ эсенә ала. Ринкон-де-ла-Вьеха вулканының һуңғы урғылыуы 1998 йылда була. Паркҡа яҡын ҡала — унан көньяҡҡа ҡарай урынлашҡан Либерия; паркта ике бина бар: туристар өсөн гидтар бюроһы һәм инструкторҙар өсөн бина

Парк фаунаһы бай: 300 төр ҡоштар, улар иҫәбендә квезаль һәм бөркөт, һөтимәрҙәр араһында — пума, киң танаулы маймыл һәм мартышка һымаҡтар, кинкажу, ягуар һәм башҡалар йәшәй.

Чинкилья-Бэй ҡурсаулығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Чинкилья-Бэй ҡурсаулығының флораһы һаҡланыусы ҡоро тропик урмандар һәм яр эргәһендә йәнәш урынлашҡан мангр әрәмәлектәренән ғибәрәт. Ҡурсаулыҡ 1995 йылда төҙөлгән.

Санта-Элена һәм Орисонтис урманы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Санта-Элена паркы биләмәһе Гуанакасте менән сиктәш, башта шәхси биләмәлә була урынлашҡан, әммә 2004 йылда Коста-Рика хөкүмәте уны хужаларынан һатып ала һәм тәбиғәтте һаҡлау территорияһына берләштерә.

Парк составына шулай уҡ эксперименталь Орисонтис урманын индерәләр, унда ҡоро тропик урмандарҙы тергеҙеү буйынса ғилми тикшеренеү эштәре алып барыла.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]