Гөлдәр (бейеү ансамбле)
Викидатала элемент юҡ |
«Гөлдәр» — Сибай ҡалаһында балалар сәнғәт мәктәбенең бейеү ансамбле[1] 2020 йыл 13 август архивланған..
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Гөлдәр» бейеү ансамбле 1982 йылда Сибай ҡалаһында Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге мәҙәниәт һарайы эргәһендә ойошторола. Уның тәүге ойоштороусыһы һәм етәксеһе, бейеүҙәрҙе сәхнәгә ҡуйыусы БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Римма Фитрат ҡыҙы Өмөтбаева була.
1987 йылда ансамблгә «өлгөлө» исеме бирелә, 1996 йылдан ул хәҙерге статусын ала.
Ансамбль составында 3—18 йәштәге 60-тан ашыу кеше ҡатнаша.
«Гөлдәр» ансамбле башҡарған бейеүҙәргә сағыулыҡ, үҙенсәлеклелелек хас. Уның репертуарында башҡорт бейеү фольклоры нигеҙен тәшкил иткән хореографик композициялар[2] 2020 йыл 13 август архивланған.: «Бала ҡарға», «Ҡарға бутҡаһы» жанр картиналары; «Йырлайбыҙ ҙа бейейбеҙ», «Ҡабырсаҡтар» уйын бейеүҙәре; «Бергә татыу ғаиләлә», «Ирәндек», «Һунарсылар», «Шаяндар» бейеү сюиталары; «Заһиҙә», «Минең кәкүгем», «Перовский», «Торнаҡай» яңғыҙ бейеүҙәре; «Белорус полькаһы», «Кантри», «Мари йәштәре бейеүе», «Татар ҡыҙҙары бейеүе» кеүек донъя халыҡтарының бейеүҙәре бар.
Ансамбль күп һанлы фестивалдәрҙә, конкурстарҙа ҡатнаша, маҡтаулы урындар яулай. Ул — Бөтә Союз үҙешмәкәр художестволы ижад смотры (Мәскәү ҡалаһы, 1985), халыҡ ижады фестивале (Өфө ҡалаһы, 1987), Бөтә Рәсәй халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре конкурсы (Йошкар-Ола ҡалаһы, 1989), Балалар ижады байрамы (Ижевск ҡалаһы, 1990), «Оло Уралдың ваҡыт ритмдары» («Ритмы времени Большого Урала») төбәк-ара балалар бейеү фестивале (Нефтекама ҡалаһы, 2006), «Алтын ҡулса» («Золотое кольцо») халыҡ-ара талантлы балалар һәм йәштәр фестиваль‑конкурсы (Владимир ҡалаһы, 2007), «Уңыш талисманы» балалар һәм үҫмерҙәр ижады (Аланья ҡалаһы, Төркиә, 2009; Гран-при), «Алтын Майҙан — Эльбрус» этник сәнғәте (Эльбрус ауылы, Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы, 2010), «Берҙәмлек — Содружество» милли мәҙәниәттәр фестивалдәре (2011), «Афарин» сәнғәт мәктәптәрендә уҡыусы балалар араһында хореографик сәнғәт буйынса республика конкурсы (2008; икеһе лә — Өфө ҡалаһында) лауреаты.
1998 йылдан алып ансамблгә Башҡортостан Республмикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Луиза Раил ҡыҙы Яхина етәкселек итә. Концертмейстеры — Морат Байраҡ улы Өмөтбаев[3].
Бейеү сәнғәте – кескәй кешене тәрбиәләү һәм үҫтереүҙең бына тигән сараһы. Ул рухи донъяны байыта, балаға шәхес булараҡ асылырға ярҙам итә. Хәрәкәттең, музыканың, уйындың органик берләшеүе ыңғай эмоциялар атмосфераһын тыуҙыра, әул үҙ сиратында баланың асылыуына булышлыҡ итә, уның тәртибен тәбиғи итә. Сәхнәнән матурлыҡ һәм изгелек сәскән кеше әхлаҡһыҙ була алмай. Луиза Яхина
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гөлдәр (бейеү ансамбле) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.[4] 2020 йыл 13 август архивланған.
- [5]Сибай ҡалаһының балалар ижад үҙәге сайты