Давидович йорто (Таганрог)
Иҫтәлекле урын | |
Давидович йорто
| |
Ил | Рәсәй |
Урыны | Таганрог, Грек урамы, 34 |
Төҙөлгән ваҡыты | XIX быуаттың икенсе яртыһы |
Давидович йорто — Таганрог ҡалаһындағы боронғо айырым йорт (Грек урамы, 34).
Йорт тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһының Грек урамында 34-се номерлы бер ҡатлы йорт XIX быуаттың икенсе яртыһында төҙөлгән.
Йорттоң хужаһы билдәле кеше. Бер ҡатлы кирбес йорт 1897 йыл проекты буйынса, ғалим, Санкт-Петербург университетының физика-математика факультеты кандидаты, Давид-Шейль Абрам Давидович[1] аҡсаһына төҙөлгән. 1897 йылда уларҙың ғаиләһендә (ҡатыны Александра Давидовна) улдары тыуа, Симеон тип исем ҡушалар.
1910 йылда, был бина менән йәнәш, асыҡ төҫтәге кирбестән яңы бина төҙөлә. Ул 80 мең һумға баһалана, Алфераки Һарайынан да ҡыйбатыраҡ була. Хәҙерге ваҡытта унда Үҙәк ҡала элемтә бүлексәһе урынлашҡан. Уның хужаһы, банкир Александр Абрамович, 1911 йылдың авгусында, уның банк контораһы яңы төҙөлгән бинаға күсенер алдынан, 49 йәшендә йөрәге ярылып үлә.
1925 йылға тиклем Грек урамындағы 34-се йорт Александра Давидовна, Мария Семеновна һәм Ананий Давидовичтар милегендә була
Ире вафат булғандан һуң бер ай үткәс, Давидовичтың ҡатыны банк эше менән идара итә башлай. Ул идара иткән осорҙа банкта күңелһеҙ ваҡиға була. Бер ваҡыт Давидовичтар контораһында хеҙмәт иткән Владимир, ҡаланың билдәле мещаны Алексей Порфирьевич Товелдың улы, банкка аҡса тапшырыр алдынан бер мең һум аҡсаның юғалыуын белеп ҡала. Давидович ханым Владимирҙың атаһына, иҫбат ителмәгән булыуына ҡарамаҫтан, урлашыуҙа уның улынан шикләнеүен белдерә. Бындай хурлыҡҡа түҙмәй, Алексей Порфирьевич конторанан сығып өйөнә ҡайта ла, атылып үлә.
Совет власы йылдарында йорт дәүләт милкенә күсерелә. Әлеге ваҡытта бинаны хужалары бушатҡан һәм ул һатыуға ҡуйылған.
Архитектура үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Грек урамындағы 34-се йорт П-рәүешле формала. Фасадында алты тәҙрә. Йорт кирбестән төҙөлгән, асимметрик конструкциялы, дүрт яҡлы ҡыйыҡлы. Ҡабырға стеналары штукатуркаланған, тәҙрәһеҙ. Бинаның цоколе һәм фасады, алғы йөҙө эшкәртелмәгән дүрткел таштар менән көпләнгән. Йорт һары төҫкә буялған, цоколе — ҡара-һоро, ваҡ архитектура элементтары аҡ төҫ менән айырылып тора. Бинаның ҡат ара кәрнизе, сығынтылы ослаусы кәрнизе, дүрт ҡырлы ярым колонналары бар, тәҙрәләрен ярымколонналар биҙәй. Тәҙрә өҫтөндә йоҙаҡ ташы бар. Дүрт ҡырлы ярым колонналы парад ишеге бинаның һул яғында. Уң яҡтағы тәҙрәләр өҫтөндә өсмөйөшлө фронтон һәм уны ослаусы биҙәкле стенка иғтибарҙы йәлеп итеп тора. Бинаның фасады һәм ҡабырға стеналар штукатуркаланған.
Шулай уҡ парад ишеге башында фигуралы кәрниз эшләп ҡуйылған. Ихатаға инеү өсөн ике яғында металл ҡапҡа[2] эшләнгән.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гаврюшкин О. П. По старой Греческой… (Хроника обывательской жизни). — Таганрог: Лукоморье, 2003. — 514 с. — ISBN 5-901565-15-0.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Таганрог. Греческая улица, 34 2017 йыл 17 март архивланған.