Дан мемориалы (Чалтырь)
Иҫтәлекле урын | |
Дан мемориалы
| |
Ил | Рәсәй |
Ауыл | Чалтырь |
Проект авторы | архитектор Владимир Егияевич Дзреян, скульптор А. А. Лебеденко |
Төҙөлгән ваҡыты | 1986 |
Статус | Дәүләт ҡурсауы аҫтында |
Тышҡы рәсемдәр | |
---|---|
Чартырь ауылында Дан мемориалы |
Дан мемориалы Ростов өлкәһенең Чалтырь ауылында, Мясниковский районының һәм Чалтырь ауыл биләмәһенең административ үҙәгендә урынлашҡан. Дан мемориалы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Чалтырь ауылын азат итеүсе һуғышсылар иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында төҙөлгән. Ауылдың ял һәм мәҙәниәт паркында урынлашҡан. 1902 йылдың 31 декабрендәге 124-се һанлы ҡарарға ярашлы Ростов өлкәһе Мясниковский районының мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә индерелгән[1]. Мемориал архитектор Владимир Егияевич Дзреян һәм скульптор А. А. Лебеденко проекты буйынса төҙөлгән.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Мясниковский районының дүрт мең ярым тирәһе кешеһе фронтта һуғыша, шуларҙың 2027 кешеһе һәләк була. Мясниковский районының 3500 кешеһе хәрби ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнә, өс кеше Советтәр Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Чалтырь ауылында тыуған Тащиев Сурен Амбарцумовичҡа Рәсәй Президенты Указы менән 1995 йылда, үлгәндән һуң, Рәсәй Геройы исеме бирелә. Чалтырь ауылының 700 тирәһе кешеһе немец баҫып алыусылары менән һуғышта һәләк була. Чалтырь ауылы уртаһында, ял һәм мәҙәниәт паркында, ХХ быуаттың 1980-се йылдарында, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ауылды азат иткәндә һәләк булған һуғышсылар һәм яҡташтары хөрмәтенә Дан мемориалы төҙөлә.
Мемориалдың авторҙары архитектор Владимир Егияевич Дзреян, скульптор А. А. Лебеденко, инженер Борис Мартынович Даглдиян.
Мемориал проекты 1985 йылда Еңеүҙең 40-йыллығына әҙерләнә. Башта мемориалды Алтын тауҙа — Чалтырь ауылының иң бейек урынында төҙөргә ниәт итәләр. Ләкин проект буйынса мемориал ҙур урын биләй, шуға күрә уны ауыл уртаһында парк ҡоролмаһы итеп эшләргә булалар. 1986 йылда мемориал төҙөлә башлай, 1987 йылдың майында Еңеү көнөндә ул асыла. Мемориал ҡоролмалар комплексынан ғибәрәт. Уларҙың берәүһе — биш колонналы түңәрәк кирбес бина, Бөйөк Ватан һуғышының биш йылын символлаштыра. Бинаның стеналары һәм цоколе Әрмәнстандан килтерелгән туфтан яһалған плиталар менән көпләнгән.
Мемориалдың һүрәтләнеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Стеланың эске яғының уртаһында 4 метр бейеклектәге «Әсә-Тыуған ил»дең скульптура һүрәтләнеше тора. Өҫкә күтәргән ҡулында дан Веногы тотоп тора. Стелала өс геройҙың һүрәте (осоусы һәм ике пехотасы), һәләк булған һалдаттарҙы кәүҙәләндергән ике осоусы күгәрсен төшөрөлгән ҡара барельеф эленеп тора. Стелала аҫта Рәсәй Геройы, Ҡара диңгеҙ флоты Хәрби-һауа көстәренең 1-се мина-торпеда дивизияһының 11-се гвардиясы истребителдәр авиация полкы лётчигы С. А. Тащиянға мемориаль таҡта ҡуйылған. Мемориаль таҡтала яҙыу: «Рәсәй Федерацияһының Геройы Тащиян Сурен Амбарцумович 1919—1943. Диңгеҙ авиацияһының лётчик-истребителе дошмандың 11 самолетын бәреп төшөрҙө. Чалтырь ауылында тыуған. Герой исеме 1995 йылдың 6 февралендә үлгәндән һуң бирелә»[2].
Мемориалдың үҙәк өлөшөндә Мәңгелек ут ҡуйылған. Һәйкәлдең мемориаль плиталарында ауылдың һәләк булған кешеләренең исемдәре соҡоп яҙылған. Постаменттарҙа 1941—1943 йылдарҙа Чалтырь ауылын һаҡлағанда һәм азат иткәндә һәләк булған 169 һалдаттың фамилиялары яҙылған гранит плиталар ҡуйылған.
1975 йылда, Еңеүҙең 30-йыллығына, Чалтырь ауылында һуғышта ғәйепһеҙ үлтерелгән ун ауылдашҡа һәйкәл ҡуйылған ине. Һәйкәлдең авторы Ростов скульпторы А. Х. Джлаухян. Һәйкәлдең аҡ күтәренке барельефында ун кешенән торған төркөм һүрәтләнгән — йығылып барыусы егет һәм үлемде фиҙаҡәрлек менән ҡабул итеүсе һуғыш үткән ветеран. Йәнәшәлә бер береһе менән ҡулға-ҡул тотоношҡан йәш игеҙәк бер туғандар баҫып тора.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тышҡы рәсемдәр | |
---|---|
Памятник односельчанам, расстрелянным в годы Великой Отечественной войны 1941-1945 г.г. |
- Памятники боевой славы
- Мемориал Славы воинам, освобождавшим с. Чалтырь в годы Великой Отечественной войны