Эстәлеккә күсергә

Дан пантеоны (Ҡырым ауылы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Дан пантеоны
Ил Рәсәй
Ауыл Ҡырым (Ростов өлкәһе)
Проект авторы Галепин Г. Г., Кузнецов Леонид Владимирович
Төҙөүсе Джлаухян А. Х., Шубин Ю. В.
Төҙөлөшө 19651970 йылдар
Статус Мәҙәни мираҫ объекты

1970

Дан пантеоны — Ҡырым ауылындағы (Ростов өлкәһе) мемориаль комплекс. Бөйөк Ватан һуғышында ятып ҡалған ауыл кешеләре иҫтәлегенә ҡуйыла.

Комплекс Лукашин исемендәге колхоз аҡсаһына тәҙәлә һәм 1970 йылдың 9 майында асыла. Уны 1965 йылда башлап, биш йыл дауамында төһөйҙәр. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында, һәләк булған ауылдаштары иҫтәлеген мәңгеләштереү инициативаһы урындағы 5-се мәктәп уҡыусыларынан һәм уҡытыусыларҙан сыға. Улар Совет Армияһының һәләк булған һалдаттары тураһында шәхси документтар, хаттар, фотолар туплай, хәрби дәрәжәләре, хәрби частары, ордендары, үлгән урындағы тураһында мәғлүмәт йыя. Ҙур эҙләнеү эше алып барыла. Һәйкәл проектын РСФСР Художество фонды бүлегенең Ростов художество советы раҫлай. Проектты скульпторҙар Джлаухян А . Х., Шубин Ю. В., архитекторҙар Галин Г. Г. һәм Кузнецов Л . В. эшләй.

1972 йылда комплекс территорияһына Мәңгелек ут ҡуйыла. Һәйкәл асылғандан алып бөгөнгәсә унда тиҫтәләрсә мең кеше була, донъяның 42 дәүләтенән туристар килә. Ауыл музейында ҙур дүрт китапта төрлө телдәрҙә яҙылған баһаламалар экспонат рәүешендә һаҡлана[1].

2002 йылдың 31 декабрендәге 124-се бойороҡ менән комплекс мәҙәни мираҫ объекты исемлегенә индерелә[2].

Комплекс скульптура төркөмөнән һәм ҡараңғы туфтан эшләнгән ярым түңәрәк пантеондан ғибәрәт. Өҫтә — оло йәштәге хәсрәтле ҡатын. Һул ҡулы менән ул ейәнен тотҡан, уңы менән -киленен. Иң аҫыл ир-аттарын: улын, ирен, атаһын һуғыш йотҡан.

Скульптуа алдында биш плита урынлаштырылған. Уларҙа һуғыш йылдары: 1941, 1942, 1943, 1944, 1945 яҙылған. Комплексты алһыу туфтан эшләнгән ярым түңәрәк ҡоролма — рус һәм әрмән телдәрендә «Ватан өсөн һәләк булғандар үлмәй» тип яҙылған пантеон тамамлай. Уның эсендә — эмаль пластиналарҙа (барлығы 365) һәләк булған яугирҙарҙың портреттары төшөрөлгән һәм исемдәре яҙылған мәрмәр плиталар ҡуйылған. Өҫ яҡта «1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған ауылдаштарыбыҙға мәңгелек дан» тип яҙылған. Диуарҙың икенсе яғында Ҡырым ауылын азат итеү өсөн барған алыштарҙа һәләк булған һалдаттарҙың һүрәттәре һәм исемдәре урынлаштырылған[3].