Клячко дачаһы
Клячко дачаһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1908 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Сестрорецк[d] |
Архитектор | Гингер, Сергей Григорьевич[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | list of cultural heritage monuments in Sestroretsk[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Указания, как добраться | Лесная улица, 7 |
Клячко дачаһы Викимилектә |
Клячко дачаһы — Сестрорецк ҡалаһының «Курорт» зонаһында урынлашҡан архитектура ҡомартҡыһы, Урман урамы, 7-се йорт. 1908 йылда төҙөлгән. Әлеге ваҡытта «Балалар шифаханаһы — реабилитация үҙәге» филиалы биналарының береһе.
Тарихы һәм архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сестрорецк Курорты менән йәнәш 1906 йылдың 1 июнендә Ҡыҙыл тәре туташтарының Попечителлек комитеты патронажы аҫтында туберкулездан яфаланған балалар өсөн шифахана асыла.
Диңгеҙ буйы тимер юлы һәм Сестрорецк ҡорал заводы араһынан император рөхсәте менән 1 дисәтинә 1600 кв сажин ҡаҙна ере бүлеп бирелә.
Төҙөлөш комиссияһы рәйесе һәм төп бағыусыһы Евгения Владимировна Колачевская була, ә уның вафатынан һуң был эште уның ире, артабан шифахананың беренсе табибы Сергей Николаевич Колачевский дауам итә. Шифахананың төп корпусы бейек таш бағаналарға ултыртылған бер ҡатлы бина була һәм бөтә яҡтан ҡарағай урмандары менән уратып алынған. 1907 йылда мунса төҙөйҙәр. 1908 йыл — хеҙмәтсе ҡатын-ҡыҙҙар өсөн барак төҙөлә. Йырағыраҡ кер йыуыу урыны була. Боҙлоҡ, һыйырҙар, аттар өсөн аҙбарҙар төҙөлөштө тамамлай.
1907 йылда шифахана биләмәһендә бүрәнәнән С. Г. Гингер проекты буйынса бик матур ҡоролма төҙөлә. Кәкре һыҙаттар менән берләшкән төрлө бейеклектәһе ҡыйыҡтар бинаға модерн стиленә хас булған киҫкенлек бирә. 1908 йылда бина доктор Л. М. Клячкоға һатыла (1855—1913).
Клячко дачаһы менән йәнәш архитектор Гингер тарафынан үҙенсәлекле ағас хеҙмәт бинаһы төҙөлә. Төҙөлөш шул ваҡыттағы бөтә яңы гигиена, санитар-техник һәм эстетик талаптарҙы иҫәпкә алып барыла. Клячко дачаһының беренсе ҡатында табип ҡабул итеү бүлмәһе, кабинет, лаборатория, аш-һыу бүлмәһе, терраса, келәт, йоҡо бүлмәләре, санузел, ашхана, веранда, терраса, солан, вестибюль урынлаша. Икенсе ҡатта — балкон, ике ҡунаҡ бүлмәһе, өс балалалар бүлмәһе, бильярд уйыны бүлмәһе (веранда өҫтөндә), санузел урынлашҡан.
Дача хужаһы Л. М. Клячко б билдәле табип-терапевт булған.
Статусы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бина Ҡарағай, Урман, Андреев, Оранжерейный, Максим Горький урамдары, Йылға тыҡрығы буйлап кварталдарҙағы бөтә ҡоролмалар менән бергә мәҙәни-тарихи ҡомартҡылар мираҫының һаҡлау зонаһына инә. Дөйөм алғанда, был биналар комплексы — ҙур булмаған территорияла XX быуат башында төҙөлгән иҫтәлекле ансамбль.
2014 йылда Санкт-Петербургтың Дәүләт заказы буйынса комитеты «Балалар дюнаһы» шифаханаһы майҙанын реконструкциялау буйынса проект әҙерләүгә тендер иғлан итә. Проект буйынса шифахананың алты корпусын һүтеү планлаштырыла. Улар урынына яңы биналар төҙөлә. Һаҡлап ҡалынған дауалау-диагностик корпусы 550 м² алып 1,4 мең м² тиклем киңәйтелә. Унда административ һәм диагностика бүлектәре урынлаша.
Һөҙөмтәлә шифахана 160 баланы ата-әсәһеҙ һәм 24 баланы ата-әсәһе менән дауалауға ҡабул итә ала. Проекттың максималь хаҡы — 67,2 миллион һум була[2].
Пландары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Беренсе ҡат планы
-
Икенсе ҡат планы
-
Подвал планы
-
Бинаныңзаманса ҡиәфәте
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Курортный район. Страницы истории. Выпуск 1. СПб. изд. «Остров». 2005 г. стр. 57-70.
- Курортный район. Страницы истории. Выпуск 3. СПб. изд. «Остров». 2007 г. стр. 13, 20.