Джанни Родари
Джанни Родари | |
итал. Gianni Rodari | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат булған көнө | |
Ил |
Италия[5] |
Джанни Родари Викимилектә | |
Джанни Родари (итал. Gianni Rodari, 23 октябрь 1920 йыл, Оменья, Италия — 14 апрель 1980 йыл , Рим, Италия) — Италияның балалар яҙыусыһы, журналист, Г. Х. Андерсен исемендәге премия лауреаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Родари 1920 йылдың 23 октябрендә төньяҡ Италияла урынлашҡан ҙур булмаған Оменья ҡалаһында тыуа.
Атаһы иртә вафат була, һәм Джанни ике ағаһы (Чезаре һәм Марио) менән бергә әсәһе тыуған ауылда — Варесоттола йәшәйҙәр. Бала саҡтан Родари сирләшкә генә һәм көсһөҙ була, шуға күрә ул музыка һәм китаптар менән ҡыҙыҡһына. Өс йыл семинарияла уҡып, ул уҡытыусы дипломы ала һәм 17 йәштә ауыл мәктәптәренең башланғыс синыфтарында уҡыта башлай. 1939 йылда бер аҙ ваҡыт Милан университетының филология факультетына тыңлаусы булып йөрөй.
Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Джанни Родари, сәләмәтлеге насар булыу сәбәпле, хеҙмәттән азат ителә. Ике яҡын дуҫы һәләк булғандан һәм ағаһы Чезаре концентрацион лагерғаа ябылғандан һуң ул фашист режимына ҡаршы көрәшкән хәрәкәттә ҡатнаша башлай һәм 1944 йылда Итальян коммунистик фирҡәһенә ағза булып инә.
1948 йылда Родари «Унита» коммунистик гәзитендә журналист булып эшләй һәм балалар өсөн китаптар яҙа башлай. 1951 йылда ул беренсе шигырьләр йыйынтығын һәм "Чиполлино мажаралары"н баҫтырып сығара.
1952 йылда СССР-ҙа булып китә.
1957 йылда Джанни Родари профессиональ журналист исемен ала.
1970 йылда Г. Х. Андерсен исемендәге премияға лайыҡ булып, бөтә донъя таныла.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1953 йылда Мария Тереза Фереттиға өйләнә, дүрт йылдан һуң уларҙың Паола исемле ҡыҙҙары донъяға килә.
Вафаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Родари ауырыуҙан 1980 йылдың 14 апрелендә Рим ҡалаһында вафат була.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118790846 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Потапова З. М. Родари Джанни // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1975. — Т. 22 : Ремень—Сафи. — С. 159.
- ↑ 3,0 3,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
- ↑ http://web.archive.org/web/20170324032930/http://jeugdliteratuur.org/auteurs/gianni-rodari
- ↑ https://web.archive.org/web/20170324032930/http://jeugdliteratuur.org/auteurs/gianni-rodari