Джвели Гавази сиркәүе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Джвели Гавази сиркәүе
Рәсем
Дәүләт Flag of Georgia.svg Грузия
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]

Джвели Гавази сиркәүе (груз. ძველი გავაზის ღვთისმშობლის ეკლესია) - урта быуат христиан сиркәүе Грузияла Үрге Кахетияның көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Көмбәҙле сиркәүҙең ҡасан төҙөлгәнлеге аныҡ билдәле түгел. Архитектура үҙенсәлектәре буйынса яҡынса VI быуатҡа ҡарай, 1852 йылда байтаҡ йүнәтелә[1][2]. Сиркәү Грузияның милли әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡы исемлегенә индерелгән[3]

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Джвели Гавази сиркәүе Кавказ тауҙарының итәгендә Кварели төбәгендәге Ахалсопели ауылында урынлашҡан. "Иҫке Гавази" тигәнде аңлатҡан уның атамаһы күрше Дағстандандан баҫып инеүселәрҙән ҡасып, йорттарын ташлап Алазань ярҙарына күсеп ултырып яфа сигеүселәрҙең "яңы Гавази" ауылына нигеҙ һалыуы менән бәйле. Вице-премьер Михаил Воронцовтың ярҙамсыһы кенәз Амилахвари ташландыҡ ауылдың күсеп ултырыу планын эшләй һәм уны Ахалсопели тип атай (яңы ауыл), 1850 йылда боронғо сиркәүҙе тергеҙә. 1971 йылда археологик экспедиция зыяратта X-XVIII быуат артефакттары менән 35 ҡәбер таба[4]

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Джвели Гавази сиркәүе - тетраконх, уның түшәмдәр менән дүрт ярым түңәрәк апсидаһы бар. Бина уртала торған көмбәҙ менән ослана, көмбәҙе өс тәҙрә уйылған һигеҙ мөйөшлө барабанда урынлашҡан. Джвели Гаваз Кахетияла Ниноцминда соборында үҙенең аналогына эйә. Был төбәктә урта быуат башында өс сиркәүҙән торҡан базилика тибы өҫтөнлөк иткән[5][6]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Gamkrelidze, Gela, ed. (2013). «გავაზი [Gavazi]». ქართლის ცხოვრების ტოპოარქეოლოგიური ლექსიკონი [Topoarchaeological dictionary of Kartlis tskhovreba (The history of Georgia)] (en georgian) (1st edición). Tbilisi: Georgian National Museum. pp. 130-132. ISBN 978-9941-15-896-4.
  2. Loosley, Emma. «Dzveli Gavazi». Architecture and Asceticism. University of Exeter. Archivado desde el original el 30 de agosto de 2019. Consultado el 30 de agosto de 2019.
  3. «List of Immovable Cultural Monuments» (en georgiano). National Agency for Cultural Heritage Preservation of Georgia. Consultado el 30 de agosto de 2019.
  4. Gamkrelidze, Gela, ed. (2013). «გავაზი [Gavazi]». ქართლის ცხოვრების ტოპოარქეოლოგიური ლექსიკონი [Topoarchaeological dictionary of Kartlis tskhovreba (The history of Georgia)] (en georgian) (1st edición). Tbilisi: Georgian National Museum. pp. 130-132. ISBN 978-9941-15-896-4.
  5. Loosley, Emma. «Dzveli Gavazi». Architecture and Asceticism. University of Exeter. Archivado desde el original el 30 de agosto de 2019. Consultado el 30 de agosto de 2019.
  6. «ძველი გავაზი» [Dzveli Gavazi]. კულტურული მემკვიდრეობის გის პორტალი [GIS portal of cultural heritage] (en georgiano). Archivado desde el original el 30 de agosto de 2019. Consultado el 30 de agosto de 2019