Эстәлеккә күсергә

Джейн Остин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Джейн Остен битенән йүнәлтелде)
Джейн Остин
Jane Austen
Тыуған көнө:

16 декабрь 1775({{padleft:1775|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})

Тыуған урыны:

Стивентон, Хэмпшир, Англия

Вафат булған көнө:

18 июль 1817({{padleft:1817|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (41 йәш)

Вафат булған урыны:

Уинчестер, Англия
Ерләнгән: Уинчестер соборында

Гражданлығы:

Бөйөк Британия Бөйөк Британия

Эшмәкәрлеге:

Яҙыусы

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

инглиз

Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында

Джейн О́стин (Джейн О́стен варианты ла киң таралған; (ингл. Jane Austen, /dʒeɪn ˈɒstɪn/[1] 16 декабрь 1775 йыл — 18 июль 1817 йыл) — Англия яҙыусыһы, сатирик. Британия әҙәбиәтендә реализм йүнәлешенә башлап юл ярыусы әҙип.


Джейн Остиндың йорт-музейы

Джейн Остин 16 декабрь 1775 йылда Стивентон (графство Хэмпшир) ҡаласығында донъяға килә. Атаһы, Джордж Остин, приход руханийы була[2]. Был уҡымышлы кеше сығышы менән боронғо кент ғаиләһенән була. Ҡатыны, Кассандра Ли, шулай уҡ боронғо, ләкин ярлы нәҫелдән сыҡҡан. Джейндан башҡа ғаиләлә алты малай һәм бер ҡыҙ, һеңлеһе Кассандра була.

Джейн Остин, Кассандра Остин эшләгән һүрәт, ок. 1810 й.

Ул заманда балалар кңпләп үлһә лә, Остин балалары иҫән ҡала. Оло ағаһы, Джеймс (1765—1819), әҙәбиәткә тартыла: шиғырҙар яҙа, проза, шулай ҙа атаһыныү юлынан китә. Икенсе ағаһы, Джордж (1766—1838) тураһында ғаиләлә һөйләргә яратмайҙар: ул аҡылға зәғиф була, һөйләшергә лә өйрәнмәй. Уның өсөн Джейн телһеҙҙәр яҙмаһын үҙләштерә. Өсөнсө ағһын, Эдвардты (1767—1852), үҙҙәренең балалары булмаған бай туғандары Остин Найттар балалыҡҡа ала.

Джейн Остиндың дүртенсе ағаһы, Генри Томастың (1771—1850) яҙмышы сағыу һәм ваҡиғаларға бай була. Был бик ҡыҙыҡһыныусан, ләкин тормошҡа яраҡлашмаған кеше үҙ ғүмерендә бик күп һөнәр алмаштыра: армияла хеҙмәт итә, банкир була, башта уңышлы ғына эшләй, һуңынан бөлә, дини хеҙмәт юлына баҫа. Ул гильотинала язаланған француз дворянының тол ҡатыны Элизе де Фейдкә өйләнә. Элизаның Джейнға тәьҫире көслө була. Элиза арҡаһында ҡыҙ француз телен өйрәнә һәм француз авторҙары Ларошфуко, Монтен, Лабрюйер менән таныша, шулай уҡ театрға ғашиҡ була.

Ҡалған ике ағаһы, Фрэнсис Уильям һәм Чарльз Джон, хәрби моряктар, һәм адмирал чинына тиклем үрләй. Джейн бигрәк тә һеңлеһе Кассандра менән яҡын була. Уға үҙенең хыялдары менән бүлешә, серҙәрен һөйләй. Кассандра апаһының кемгә тоғороғолоҡ һаҡлағанын да белә, Джейн Остин Кассандраның ҡулында үлә.

Кассандра, апаһы кеүек үк, кейәүгә сыҡмай. Уның һөйгәне, рухани Томас Фаул, һары ауырыуынан Вест-Индияла (Америка) үлеп ҡала (унда егет туйға аҡса эшләр өсөн китә). Был ваҡытта Кассандрға егерме дүрте тула.

Яҙыусы тураһында мәғлүмәт күпкә әҙерәк. Замандаштар уның тышҡы киәфәте тураһында ла төрлөсә фекерҙә. Джейн «үҙе лә матур түгел, ун ике йәшендә үк тәкәббер, еңмеш», тип һөйләй ике туған һеңлеһе Филадельфия ҡара фр. тел.). Әхирәте анна Лефройҙың ағаһы уның тураһында: «Ул һөйкөмлө, матур, әҙәпле, тик биттәре түңәрәгерәк»,-ти  Был Джейн тураһындағы һүҙҙәр, Кассандра эшләгән портретҡа тап килә.

Джейн Остин биҙәнергә, балдарға йөрөргә, күңел асырға ярата. Уның хаттарында төрлө фасон баш кейемдәре, күлдәктәр һәм кавалерҙар тураһында күп яҙылған. Күңел асырға яратҡан ҡыҙ шул уҡ ваҡытта үҙ заманы өсөн ярайһы ғына уҡымышлы була.

1783— 1786 йылдар һеңлеһе Кассандра менән Оксфордта, Саугемтонда Һәм Редингта уҡыйҙар. Джейн яҡшы мәктәпкә эләкмәй. Беренсеһендә, мәрхәмәтһеҙ директор арҡаһында Кассанра менән сабыртмалы тиф йоҡтороп саҡ үлмәй ҡалалар. Редингалағы мәктәп директоры, киреһенсә, үтә йомшаҡ күңелле кеше була, тик уҡыусыларҙың белем алыуын бик әҙ ҡайғырта. Джордж Остин ҡыҙҙарын өйгә алып ҡайта һәм белемде үҙе бирергә ҡарар итә һәм уңышҡа өлгәшә. Уҡыуҙа дөрөҫ йүнәлеш биреп, ул ҡыҙҙарҙа әҙәби тоя белеүҙе уята, классик авторҙар менән таныштыра. Улар Шекспир, Голдсмит, Юм әҫәрҙәрен уҡыйҙар. Романдар менән мауығып китеп, Ридчарсон, Филдинг, Стерн, Мария Эджуорт, Фанни Берни һымаҡ авторҙар китаптарын уҡыйҙар. Каупер, Томсон, Томас Грей һымаҡ шағирҙарҙы яраталар. Джейн Остин шәхес булараҡ интеллектуаль шарттарҙа үҫешә — ғаиләлә даими әҙәби уҡыуҙар, уҡылғанды һәм донъя хәлдәре тураһында фекер алышыу ғәҙәти хәл була.

Яҙыусының ҡыҫҡа ғына ғүмере, күпселек ситтә Стивентон, Бат, Чотэн, Уинчестер ҡалаларында үтә, Лондонда ул һирәк була, киң донъя үҙ ваҡиғалары үҙгәрештәре: һуғыш, сыуалыш, революциялар менән, инглиз руханийы ҡыҙының тыныс тормошона даими рәүештә үтеп инә.

Джейн Остиндың үҫмер һәм йәшлек йылдары тынғыһыҙ ваҡытҡа тура килә: Наполеон һуғышы, Төньяҡ Америкала үҙаллылыҡ өсөн һуғыш бара, Англия сәнғәт үҙгәрештәре кисерә, бында луддитарҙың беренсе сығыштары уҙа, Ирландия халҡы баш күтәрә.

Джейн Остин ағалары һәм уларҙың ҡатындары, йыраҡ туғандары менән йыш хат алыша, ҡайһы берҙәре шул ваҡиғаларҙа үҙҙәре үк ҡатнаша. Ағалы-энеле Чарльз һәм Фрэнсис Францияға ҡаршы һуғышҡа китә, Франция революцияһы Элиза де Фейдтең яҙмышын ныҡ үҙгәртә. Вест-Индияла Кассандраның һөйгәне вафат була; Остиндар ғаиләһендә бер нисә йыл Индия губернаторы Уоррен Гастингстың улы тәрбиәләнә.

Хаттар Остин романдары өсөн ҡиммәтле сығанаҡ була. Һуғыш һәм революция тураһында мәҡәләләрҙә һүҙ бармаһа ла, ваҡиға Англиянан ситкә сыҡмай, «Аҡыл дәлилдәре» романынында яҡын-тирәләге хәл, бигрәк һиҙелә, унда яңы ғына Вест-Индиянан һуғышып, кире әйләнеп ҡайтҡан моряктар күп. Шулай ҙа Остин хәрби хәрәкәт һәм Англияла башланған колониаль экспансия тураһында яҙырға үҙен.

Остиндың ижадта ғына түгел, шулай уҡ донъяға ҡарашының төп һыҙаты —тыйнаҡлыҡ. Остин көслө инглиз традицияларын һаҡлаған ғаиләнән: уларға тәрән хис һәм тойғолар һә шул уҡ ваҡытта тыйнаҡлыҡ хас, хистәрҙе күрһәтеп бармайҙар.

Джейн Остин кейәүгә сыҡмай ултырып ҡала. Джейнға 20 йәш тулғанда, күршеләре, буласаҡ Лорд, Ирландияның Юғары Судьяһы Томас Лефрой менән уның араһында роман булып ала, Томас ул ваҡытта студент-юрист була. Джейн һәм Том айырылышалар, сөнки ике ғаилә лә балалрының яҙмышын бай кешеләр менән бәйләп, үҙ хәлен яҡшыртырға өмөт итә . Джейн утыҙ йәшендә ҡатын-ҡыҙҙар башлығын (чепчик) кейә, үҙ бәхете менән хушлашып, ҡарт ҡыҙҙар исемлегенә инә. Шулай ҙа уға бер тапҡыр кейәүгә сығырға тәҡдим итәләр. Остиндар бер ҡасан да бай булмай, ә аталары үлгәс, уларҙың финанс яғы бигерәк ҡатмарлаша. Джейн үҙҙәренә кейем тегә һәм хужалыҡта әсәһенә ярҙам итә.

Яҙыусы 1817 йылдың 18 июлендә Аддисон сиренән Уинчестерҙә вафат була. Уның Һуңғы «Сэндитон» романы үлер алдынан башланып, яҙылып бөтмәй ҡала.

Әҙибә Уинчестер соборында ерләнә.

Әҫәрҙәре исемлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Остин ижады ике осорға бүленә: 1795—1798 йылдар, тәүге романдары; 1811—1816 йылдар — танылған «Ғорурлыҡ һәм кире мөнәсәбәт» һәм «Тойғо һәм һиҙеү» романдары.

Үҫмер саҡтағы әҫәрҙәре (Ювенилия)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Өс һеңле (ингл. The Three Sisters)
  • Мөхәббәт һәм дуҫлыҡ (ингл. Love and Freindship), тәьҫир ҡалдырған исем «friendship» билдәле.
  • Англия тарихы (ингл. The History of England)
  • Гүзәл Кассандра (ингл. The Beautifull Cassandra)
  • Тойғо һәм һиҙеү йәки «Аҡыл һәм хистәр» (ингл. Sense and Sensibility) (1811)
  • Ғорурлыҡ һәм тиҫкәре мөнәсәбәт (ингл. Pride and Prejudice) (1813)
  • Мэнсфилд-парк (ингл. Mansfield Park) (1814)
  • Эмма (ингл. Emma) (1815)
  • Аҡыл дәлилдәре (ингл. Persuasion) (1817), үлгәс баҫтырыла
  • Нортенгерское аббатство (ингл. Northanger Abbey) (1818), опубликован посмертно

Тамамланмаған ижады

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Леди Сьюзан (ингл. Lady Susan), эпистолярный роман
  • Уотсоны (ингл. The Watsons), не завершён
  • Сэндитон (ингл. Sanditon), не завершён
  • Замок Лесли (ингл. Lesley Castle), Исторический ЛР

Джейн Остин тураһында фильмография

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Настоящая Джейн Остин», 2002, Великобритания, телефильм. Режиссёр Никки Паттисон, в роли Джейн — Джиллиан Кирни.
  • «Любовные неудачи Джейн Остин»(«Miss Austen Regrets»), 2007, Великобритания. Режиссёр Джереми Ловеринг, в роли Джейн — Оливия Уильямс.
  • «Джейн Остин», 2007, Великобритания. Режиссёр Джулиан Джаррольд, в роли Джейн — Энн Хэтэуэй.
  • «Жизнь по Джейн Остин», 2007 — история о людях, объединенных в клуб почитателей писательницы Джейн Остин. США, драмы, мелодрамы. Режиссёр Робин Свикорд.
  • «Остинленд» (Austenland), 2013, США. Комедия, мелодрама. Режиссёр Джеруша Хесс. В главной роли — Кери Расселл. Молодая женщина, увлеченная романами Остин, отправляется в Англию, в тематический парк Остинленд, чтобы погрузиться в атмосферу любимых книг.

Джейн Остин романдары һәм уның мотивтарынан күп кенә кино һәм сериалдар төшөрөлә:

  • Кеттл А. Введение в историю английского романа. — М., 1966;
  • Бельский А. А. Английский роман 1800—1810-х годов. — Пермь, 1968. — С. 47—107;
  • Jane Austen. The critical heritage. Ed. by B. C. Southam. — L.-N. Y., [1969];
  • Mansell D. The novels of Jane Austen. — London, 1973;
  • Chapman R. W. Jane Austen. A critical bibliography. — London, 1969;
  • Hardwick M. The Osprey guide to Jane Austen, Reading. — [1973].
  1. Austen, Jane - definition of Austen, Jane in English | Oxford Dictionaries. Oxford Dictionaries | English. Дата обращения: 28 май 2017. 2019 йыл 21 апрель архивланған.
  2. Аустен // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.