Эстәлеккә күсергә

Дидачара мәсете

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Дидачара мәсете (грузин: ჯამე დიდაჭარის) Грузия/Аджария Автономиялы Республикаһында Хулу муниципалитетының Сацхури ауылында урынлашҡан ағас мәсет. Тәүге мәсет Дидачара ауылында төҙөлгән. Әлеге мәсет 18 быуат аҙағында 19 быуат башында төҙөлгән.

Беренсе мәсет бинаһын рус-төрөк һуғышы ваҡытында генерал Остен-Саккен яндыра. 1814 йылда ауылдарҙы файҙаланыу өсөн Асаристскали үҙәненең өҫкө өлөшөндә икенсе мәсет төҙөлә. Әммә, тиҙҙән мәсет өс ауылға бүленә. Яңы мәсет төҙөлгәндән һуң иҫке мәсет шул уҡ үҙәндең түбәһендә урынлашҡан Сацихури ҡалаһына күсерелә

Дидачара күпкә яңыртылған, шулай булыуға ҡарамаҫтан үҙенең боронғо күренешен һаҡлап ҡалған. Ул 200 йыл үҙенең уникаль биҙәүестәре менән иғтибарҙы йәлеп итә. Бигерәк тә боронғо заман эҙҙәре ишегендә һиҙелә. Дидачара мәсете ағастан төҙөлгән.

Дидачара мәсете 2006 йылдың 7 ноябрендә милли әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡы исемлегенә индерелә[1]

  1. ,,კულტურის ზოგიერთი უძრავი ძეგლისათვის ეროვნული მნიშვნელობის კატეგორიის მინიჭების შესახებ“ (груз.).