Эстәлеккә күсергә

Дикло замок-йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Дикло замок-йорто — (груз. დიკლოს ციხე-სახლი) - Грузияның Кахети өлкәһе тарихи төбәге Тушетияла Ахмет муниципалитеты территорияһындағы архитектура ҡомартҡыһы.

Урта быуаттар ахырында төҙөлгән. Йорт-ҡәлғә Осорралағы Платондың шәхси милке булған.

Йорт өс ҡатлы итеп һуйырташтан төҙөлгән.

Тәүге ҡат төп урында булған (5,2 х 4,8 м), уға көньяҡ-көнбайыштан ингәндәр. Һәр диуарҙа берәр генә тәҙрә уйылған. Беренсе ҡаттан икенсеһенә инер өсөн уйым ҡалдырылған.

Икенсе ҡаттың дәүмәле 5,1 х 4,6 м. Ишеге төньяҡ-көнбайыштан булған.

Өсөнсө ҡат икенсеһе кеүек ҙурлыҡта, инер урын төньяҡ-көнбайыштан.

Дикло йорт замогы 2006 йылда ил президенты указы менән Грузияның милли әһәмиәткә эйә күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡылары реестрына индерелгән[1]..

  • Г. Джинчарадзе. Описание памятников истории и культуры Грузии , 2, стр. 76, табл. , 2008 год.