Дилмөхәмәтова Әнисә Хәйретдин ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дилмөхәмәтова Әнисә Хәйретдин ҡыҙы
Тыуған көнө 27 ноябрь 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (90 йәш)
Тыуған урыны Иглин районы

Дилмөхәмәтова Әнисә Хәйретдин ҡыҙы (27 ноябрь 1933 йыл12 август 2015 йыл) — театр актёры. 1954 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1972).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әнисә Хәйретдин ҡыҙы Дилмөхәмәтова 1933 йылдың 27 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө районы Мерәй ауылында[1] тыуған.

1952 йылда Башҡорт театр‑художество училищеһын тамамлағандан һуң (Х.Бохарский курсы) — Баймаҡ колхоз‑совхоз театры (ҡара: Сибай башҡорт драма театры), 19541989 йылдарҙа Башҡорт академия драма театры артисы.

Әнисә Дилмөхәмәтова ижадына лирик тоналлек яҡын. Ул ижад иткән образдар һөйкөмлө, сөнки күңел йылыһы менән башҡарылған, актрисаға ябайлыҡ, эскерһеҙ тойғолар хас: Луиза («Мәкер һәм мөхәббәт», Ф. Шиллер; 1952, дебют, БАДТ), Ләлә («Аҫылйәр», М. Фәйзи), Дилбәр («Йырланмаған йыр», М. Кәрим). Байтаҡ эштәре трагик пафослы, улар үткерлек һәм көнүҙәк һыҙаттар биреү менән иғтибарҙы йәлеп итә: Любовь Шевцова [«Батырҙар», А. А. Фадеевтың «Йәш гвардия» («Молодая гвардия») романы буйынса В.Ғ.Ғәлимов инсценировкаһы), Пальмира («Мөхәммәт. Нур һәм шәүлә», Вольтерҙың «Магомет» пьесаһы буйынса), Алиман («Әсә, Ер‑әсә», С. Т. Айытматовтың «Әсә — Ер‑әсә» («Материнское поле») повесы буйынса Л. В. Вәлиев инсценировкаһы). «Йософ һәм Алмаҡай», «Йылан ҡабығы», «Артур һәм Нэнси», «Ҡаһым түрә» (И. И. Дилмөхәмәтов менән авторҙашлыҡта) һәм башҡа пьесалар авторы.

Әнисә Хәйретдин ҡыҙы Дилмөхәмәтова 2015 йылдың 12 авгусында Өфө ҡалаһында вафат булды[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған артисы (1972)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. хәҙер Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Иглин ауылына ҡушылған.
  2. На 82 году из жизни ушла заслуженная артистка БАССР Аниса Дильмухаметова. Сайт «Bash.News / Новости»(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 ноябрь 2018)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]