Дилогия
Дилогия (грекса di — ике, logos — һүҙ) — ике киҫәктән торған эпик һәм драматик әҫәр. Һәр киҫәк сюжет, композиция, персонаждарҙы төркөмләү яғынан үҙенсә тамамланған була, билдәле бер дәрәжәлә үҙаллы роль уйнай. Ике киҫәкте берләштергән төп нигеҙ — әҙиптең маҡсаты, әйтергә теләгән ҡатмарлы фекерҙәре, әҫәренең идея-эстетик яңғырашы. Киҫәктәргә бүлеү тормошто этаплап тасуирлау өсөн ҡулай, һәр береһендә ҙур ижтимағи ваҡиға, мәсьәлә үҙәккә ҡуйыла. Башҡорт әҙәбиәтенән дилогияға Ғәли Ибраһимовтың уртаҡ образдары менән «Умырзая», «Ай битен йыуғанда» романдарын миҫал итеп килтерергә мөмкин. Драма әҫәрҙәренән Нәжип Асанбаевтың «Рәйсә», «Фәйзи», Азат Абдуллиндың «Ун өсөнсө председатель», «Һуңғы уҙаман» драмалары дилогияны тәшкил итә. Татар әҙәбиәтенән яҡташ яҙыусыбыҙ Мирсәй Әмирҙең «Ялантау кешеләре», «Саф күңел» романдары дилогия булараҡ ижад ителгән.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. Өфө, 2006. 47-се бит.