Эстәлеккә күсергә

Добрянка (ҡала)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Добрянка
Байраҡ[d]
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Добрянский городской округ[d] һәм Добрянское городское поселение[d][1]
Административ-территориаль берәмек Добрянское городское поселение[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Кама
Халыҡ һаны 28 545 кеше (2023)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 130 метр
Почта индексы 618740
Рәсми сайт dobryanka-city.ru
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1623
Урындағы телефон коды 34265
Карта
 Добрянка Викимилектә

Добря́нка — Рәсәй Пермь крайының край әһәмиәтендәге ҡалаһы. Добрянск ҡала округының административ үҙәге.

Халҡы — 28 782 кеше (2021).

1943 йылдан ҡала статусында. Кама (Кама һыуһаҡлағысы) йылғаһы буйында, уға Добрянка йылғаһы ҡушылған ерҙә, Пермь ҡалаһынан 61 км төньяҡтараҡ, бер үк исемле тимер юл станцияһынан (аҙаҡҡы) 6 км алыҫлыҡта Пермь—Кижел линияһының Ярино станцияһы тармағында урынлашҡан.

Добрянка тураһында М. Ф. Кайсаровтың 1623—1624 йылдарҙағы писцовый китабында беренсе тапҡыр телгә алына: «Кама йылғаһы һәм Домрянка йылғаһы тамағындағы Домрянка ауылы: 11 крәҫтиән ихатаһында 22 кеше йәщәй». 1647 йылда воевода Елизаров Прокопий Козьмич яңынан халыҡ иҫәбен алған. Ул ваҡытҡа Добрянкала 19 крәҫтиән ихатаһында 57 кеше йәшәгән. Йәниҫәп мәғлүмәттәре буйынса, добрянлыларҙың төп шөғөлө игенселек булған. 1950-сы йылдарҙа был ауыл Кама һыуһаҡлағысы һыуҙары тарафынан баҫылған.

Металлургия заводы (XVIII—XIX быуаттар)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Добрянка заводы планы

Добрянка Строганов Сергей Григорьевич биләмәһенә ҡараған, һәм Строганов тап ошо урын баҡыр иретеү заводы төҙөү өсөн уңайлы тип иҫәпләгән. Яңы завод төҙөү өсөн урын һайлағанда, урман запасының күплеге, баҡыр ҡатнашмаһына бай ҡомлоҡ һәм транспорт артерияһы булараҡ, Кама йылғаһының яҡнлығы иҫәпкә алынған. Шулай уҡ эшсе көстәр һаны ла артҡан. 1744 йылда Добрянка ауылында 112 йән ир-ат булһа, 5 йыл үтеүгә, йәғни 1749 йылда бында 212 йән булған.

Добрянка заводын яҙ, 1752 йылдың 6 мартында, Добрянка ауылына ҡаршы урынлашҡан ярҙа төҙөй башлайҙар. Добрянка йылғаһына 129 сажин оҙонлоғондағы, 8 сажин киңлегендәге һәм 5 аршин бейеклегендәге ер ҡатламынан торған плотина өйөлгән. Плотина 3 саҡрымға һуҙылған быуа барлыҡҡа килтерә. Һыу заводтағы барлыҡ механизмдарҙы хәрәкәтләндереүсе төп көс була.

Баҡыр иретеү заводы булараҡ төҙөлә башланған Добрянка заводы, урындағы мәғдән ярлы һәм аҙ һанлы булғанлыҡтан, тимер етештереүсе заводҡа әүерелә. XIX быуаттың өсөнсө өлөшөндә завод саф тимер етештереүсе завод булып эшләгән. Иҫке заводтан Кама йылғаһына табан ярты саҡрым алыҫлыҡта графиня Строганова Софья Владимировнаға бағышланған — София заводы төҙөлә. Хужалығы буйынса ул беренсе завод менән ҡушылған булған.

Завод листовой, ҡыйыҡ, һауыт-һаба һәм кубовой тимер сығарған, шулай уҡ якорь, баҡыр һәм тимер һауыт-һаба, сыбыҡ тимер һәм кирбес етештергән. Спрос на Добрянкатимере бик ҙур һорау менән файҙаланған. XVIII быуаттың 60-сы йылдарында уның тимере Мәскәүҙәге Новодевичий монастыры һәм Петербургтағы Ҡышҡы һарайҙы, XIX быуат башында — Мәскәү тимер юлын төҙөүгә тотонолған. Строганов заводтарында эшсе кадрҙар әҙерләү башлыса XVIII быуат башына 34 мең ир-ат йәне тәшкил иткән крепостнойҙар иҫәбенә формалашҡан.

Завод ҡасабаһы халҡы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Завод производствоһы менән бәйле крепостной халыҡ өс категорияға бүленгән. Хеҙмәткәрҙәр: идарасылар, приказчиктар, завод конторалары ағзалары һәм башҡалар (крепостнойҙарҙың дөйөм һанынан 3 % тирәһе) иң аҙ һанлы ҡатлам булған. Крепостнойҙарҙың күп һанлы төркөмө — сәнәғәт производствоһында даими эшләгән завод мастеровойҙары һәм тау рудниктары эшселәре. Заводтарҙа барщина тәртибендә (яғыулыҡ әҙерләү, йөк ташыу, төҙөлөш һ.б.) төрлө ярҙамсы эштәрҙе башҡарырға тейешле завод крәҫтиәндәре иң күп һанлы категория була. Улар башлыса үҙ хужалығы иҫәбенә йәшәгән.

XIX быуат башына Добрянка тау заводының типик завод ҡасабаһы булып китә. Ул тигеҙ, бер төрлө ҙурлыҡтағы кварталдар менән һыҙыҡлы план буйынса төҙөлгән һәм үҙгәртеп ҡоролған. Ауыл уртаһында, текә тауҙар менән ҡаймаланған уйһыулыҡта завод гөрһөлдәгән. Завод эргәһендә завод идаралығы (Добрянкала XIX быуаттың 30-сы йылдары башында төҙөлгән тәүге таш бина) һәм таш Рождественский-Богородица сиркәүе (төҙөлөш 1852 йылда тамамланған) урынлашҡан. Завод тирәһендәге ҡалҡыулыҡтар һәм киң быуа ярҙары буйлап 300-гә яҡын шәхси йорт иркенләп урынлашҡан. XIX быуаттың тәүге яртыһында өйҙәр берәм-берәм кварталдар мөйөштәрендә торғанда. Сатраш-сатраш дүрт усадьбаға бүленгән һәр кварталдың майҙанының эске өлөшөндә баҡса үҫтерелгән. Халыҡ һаны артҡпанлыҡтан, кварталдар мөйөшө араһында урамдарҙың ике яғы буйлап йорттар ҡалҡып сыға башлағас, улар хаҡында «баҡсала» торалар, тип әйтергә тотондолар.

Завод ҡасабаһы иҡтисады

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Завод шулай уҡ Добрянкала сауҙаны һәм һөнәрселекте үҫтереүгә йоғонто яһаны. 1911 йылда бында 64 сауҙа кибете, бер ренсковый мөгәрәп, ике ҡаҙна шарап һәм 6 һыра кибете, 31 тимерлек, ике ағас эше, 4 күн-итек, ике ҡайыш етештереү, ике буяу йорто, бер тәгәрмәсле экипаж һәм 1447 ихатаға һәм 7548 кеше иҫәпләнгән 6 икмәкхана булған.

Совет осоро (XX быуат башы)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң Добрянкала ла совет власы урынлаша. Заводҡа идара итеү өсөн Эшлекле Совет ойошторола. 1918 йылдың яҙында завод национализацияландырыла. 1920-се йылдар башында сеймал юҡлығына бәйле һәм продукцияға ихтыяж булмау сәбәпле, завод консервациялана һәм 1923 йылдың июленән 1925 йылдың декабренә тиклем ғәмәлдән сығарыла.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк Ватан һуғышы башланғандан алып Добрянка заводы снаряд гильзалары әҙерләмәләре өсөн махсус тимер һәм тимер табаҡтың өҫкө йөҙө броняланған ҡорос сығарыуға күсерелә. Күп кенә кадровый эшселәр фронтҡа киткән. 1943 йылдың мартында ДМЗ мартен цехына 1-се урын бирелә һәм Оборона Дәүләт Комитетының күсмә Ҡыҙыл байрағы тапшырыла, һәм «Советтар Союзының иң яҡшы ҡорос иретеү цехы» исеме бирелә.

1943 йылдың 20 февралендә РСФСР Юғары Советы Президиумы Указы менән Добрянка завод ҡасабаһына ҡала статусы бирелә.

Совет осоро (XX быуат уртаһы)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1950 йылдар башында, Кама ГЭС-ы төҙөлөү һәм Кама һыуһаҡлағысы ложаһын тултырыу менән бәйле, Добрянка металлургия заводын һүтеү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Ғәмәлдәге ҡорамалдарҙы Урал заводтарына таратып бирәләр. 1956 йылдың 17 ғинуарында заводтың хушлашыу гудогы бирелә.

1953 йылда Добрянкала яңы предприятие — ремонт-механика заводы (РМЗ) ойошторола. Тәүҙә РМЗ ЗИС-21 тибындағы газ генераторлы автомобилдәрҙе һәм КТ-12 тракторҙарын ремонтлаған. Әкренләп уның ҡеүәте үҫә барған, һәм завод бөтә ил буйынса заказдар ҡабул иткән. 1980-се йылдарҙа ул ЗИЛ-157 автомашиналарын ремонтлауға махсуслашҡан. 2001 йылда РМЗ предприятие булараҡ бөтөрөлгән.

1956 йылда Добрянка йорт төҙөлөшө комбинатына нигеҙ һалына. Комбинатта ағас-юнысҡы һәм цемент-фибролит плитаһы етештереү яйға һалынған, 1967 йылда кузов цехы сафҡа индерелгән, Лихачёв исемендәге Мәскәү автозаводы уның продукцияһын төп ҡулланыусы булған. ХХ быуаттың етмешенсе йылдары башында киң ҡулланыу тауарҙары цехы ойошторола, уның продукцияһы төрҙәренең береһе — Добрянканың биҙәкле ағас һауыт-һабаһы.

Энергогигант төҙөлөшө (XX быуаттың икенсе яртыһы)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Пермь ГРЭС-ы панорамаһы

Пермь Дәүләт район электростанцияһы 1976 йылда төҙөлә башлай. Төҙөлөш барышында Добрянка халҡы ике тапҡырҙан ашыуға артҡан: бында бөтә Советтар Союзынан йәштәр килгән.

Пермь ГРЭС-ы Уралдың Берләштерелгән энергия системаһына беренсе токты 1986 йылдың 30 июнендә бирә, 1987 йылдың 28 декабрендә — икенсе энергоблок, 1990 йылдың 30 мартында — өсөнсөһө тоҡандырыла. 2013 йылда дүртенсе энергоблок[3] төҙөлөшө башланды, ул 5 йыл үткәс — 2017 йылдың авгусында тамамланды[4].

Сәнәғәт структураһында яғыулыҡ-энергетика һәм урман сәнәғәте комплекстары ҙур роль уйнай. Яғыулыҡ-энергетика комплексы составында ике тармаҡ: электр энергетикаһы («Интер РАО — Электрогенерация» акционерҙар йәмғиәтенең Пермь ДРЭС-ы" филиалы) һәм нефть сәнәғәте («Лукойл-Пермь» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Полазнанефть» фәнни-производство предприятиеһы, «Лукойл — Бурение — Пермь» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте).

Урман сәнәғәте комплексын — «Найт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Добрянка ағас эшкәртеү заводы» акционерҙар йәмғиәте (2003 йылға тиклем), «Добрянка-мебель» акционерҙар йәмғиәте, «Добрянка ағас эшкәртеү заводы» акционерҙар йәмғиәте (2011 йылға тиклем) кәүҙәләндерҙе. Төп махсуслашыу — ағас әҙерләү һәм ағас-таҡта төҙөлөш материалдарын етештереү.

Төҙөлөш предприятиелары бар, иң ҙурҙары — Пермь ДРЭС-ының Төҙөлөш идаралығы; «Уралэнергомонтаж» сәнәғәт берекмәһенең ЯАЙ филиалының Добрянка монтаж идаралығы.

Ауыл хужалығы продукцияһын етештереү менән 6 ауыл хужалығы предприятиеһы, 33 крәҫтиән (фермер) хужалығы, халыҡтың шәхси ярҙамсы хужалыҡтары шөғөлләнә. Малсылыҡ буйынса махсуслашыу өҫтөнлөк итә.

2012 йылдың 14 июлендә ҡалала «Добрянка — Изгелек баш ҡалаһы» брендының презентацияһы үтте[5]. 2016 йылдың 27 ғинуарында Федераль сәнәғәт милке институты «Добрянка — изгелек баш ҡалаһы» тауар билдәһен теркәне, һәм Добрянка ҡала биләмәһе Хакимиәте уның хоҡуҡи яҡтан эйәһе тип иғлан ителде[6].

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2023 года (с учётом итогов Всероссийской переписи населения 2020 г.) (урыҫ)Росстат, 2023.
  3. Новый компаньон. На Пермской ГРЭС началось строительство четвёртого энергоблока мощностью 800 МВт (рус.). «Новый компаньон». Дата обращения: 7 ғинуар 2023. Архивировано 7 ғинуар 2023 года.
  4. Пермская ГРЭС, бл. №4. ООО «Интер РАО – Инжиниринг». Дата обращения: 7 ғинуар 2023. Архивировано 4 апрель 2016 года.
  5. В России появилась Столица доброты. Дата обращения: 9 декабрь 2012. Архивировано 19 октябрь 2012 года.
  6. Товарный знак №563038 » Правообладатель Муниципальное казённое учреждение — Администрация Добрянского городского поселения. www.onlinepatent.ru. Дата обращения: 5 сентябрь 2021. Архивировано 5 сентябрь 2021 года.

Ҡалып:Пермский край Ҡалып:Города Пермского края Ҡалып:Города на Каме